АТАЙСАЛ
+25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
27 Ғинуар 2022, 14:30

Африка тағуны асыҡланған

Стәрлетамаҡ районының ярҙамсы хужалығында сусҡалар күпләп ҡырыла башлаған. Был хаҡта республика Ветеринария идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр. Бының сәбәбе - Африка тағуны. Диагноз раҫланған. Әле ошо сирҙән ҡырылған сусҡаларҙы иҫәпләйҙәр.

Африка тағуны асыҡланған
Африка тағуны асыҡланған

Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү идаралығында белдереүҙәренсә, аҙыҡ-түлек ҡалдығы һәм ҡулланыу ваҡыты үткән продукция ауырыу сығанағы булыуы ихтимал.

Хәҙер белгестәр вирус сығанағын бөтөрөргә тырыша.

Автор:Гульдар Кадаева