Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
8 Ғинуар 2022, 14:20

Ҡышҡы селлә үҙ көсөнә инә алмай аҙаплана

Кисә генә ҡойоп ямғыр яуа ине, бөгөн көслө ел сыҡты, тип яҙа социаль селтәрҙә Хәйбулла районының Йәнтеш ауылы халҡы. --Ямғыр туҡтамай көнө-төнө яуҙы. Хаттаға кәртәгә һыу инде,-- ти Сәлиә Ҡадаева. Гөлнур Моталова ла урамдағы бутҡаға әйләнгән ҡарҙы фотоға төшөрөп һалған. “Юлдар тайғаҡ. Шуға ла бик кәрәк булмаһа юл йөрөүҙән тыйылып тороу хәйерле, -- тип яҙа Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов та үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.—Буран сығып тора, юлдар тайғаҡ. Урыны-урыны менән елдең тиҙлеге секундына 1 метрға етә. Әгәр юлда ҡамалып ҡалһағыҙ, йә булмаһа һауа торошо арҡаһында ғүмерегеҙгә берәй ҡурҡыныс янай икән 112 һанына шылтыратығыҙ”.

Ҡышҡы селлә үҙ көсөнә инә алмай аҙаплана
Ҡышҡы селлә үҙ көсөнә инә алмай аҙаплана

 Урал аръяғында ғына түгел, тотош республикала һауа торошо яҡшынан түгел. Шуға күрә ла республиканың юл хәрәкәтәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы юлдарҙа бик һаҡ булырға саҡыра.

Ҡышҡы селлә үҙ көсөнә инә алмай аҙаплана
Ҡышҡы селлә үҙ көсөнә инә алмай аҙаплана
Автор:Гульдар Кадаева