Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
14 Июль 2021, 16:15

Һеҙҙә лә шулай ҡоп-ҡоромо?

--Беҙ ҡоролоҡҡа күнеп тә киттек. Ямғыр ҙа күргәнебеҙ юҡ,--тип зарланһам былтыр Өфөгә улымды уҡырға урынлаштырырға алып барғанда Дүртөйлө тарафтарына килеүселәр: --Беҙҙең балалар йәй күрмәне. Көн дә ямғыр яуҙы, еләк бурһыны, картуф серене,--тимәһендәрме. Быйыл да беҙҙә шул уҡ хәл. Хатта төбәгебеҙҙә ғәҙәттән тыш хәл дә индерелде.  

Һеҙҙә лә шулай ҡоп-ҡоромо?
Һеҙҙә лә шулай ҡоп-ҡоромо?

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 28 июндән 28 июлгә тиклем Баймаҡ, Баҡалы, Бәләбәй, Бишбүләк, Бөрө, Благовар, Благовещен, Дыуан, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Йылайыр, Илеш, Ишембай, Күгәрсен, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Мишкә, Салауат, Туймазы, Өфө, Федоровка, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә, Шаран райондары һәм Күмертау ҡалаһында ғәҙәттән тыш хәл режимы иғлан ителде.

Ҡоролоҡ осоронда янғындар һаны арта, шуға ла ут менән бик һаҡ булырға кәрәк, тип иҫкәртәләр ведомствола.

Автор:Гульдар Кадаева