– Гөлдәр, өләсәйең һине алырға килгән! – ҡыҙҙар шулай тип ҡысҡырғанға, Гөлдәр коридорға сығып күҙ һалды һәм шунда уҡ ҡаштары йыйырылды: унда стена эргәһендә әсәһе баҫып тора ине. Ни өсөн башҡаларҙың әсәләре йәш кенә, ә уныҡы әбей һымаҡ икән... Ғәҙел түгел дә...
– Әсәй, ниңә килдең инде бында? Үҙем дә ҡайта алам бит, бәләкәй түгелмен дә инде!.. – Гөлдәр әсәһенә асыуланып ҡараны.
– Ҡыҙым, урамда ҡараңғы бит, ҡыҙҙарға яңғыҙ йөрөргә ярамай төнөн...
– Ниндәй төн, сәғәт ете генә әле... Әйтерһең дә, ҡайтырға бик йыраҡ... – ҡыҙыҡай, портфелен эләктереп, музыка мәктәбенән сығып та йүгерҙе.
Гөлдәр ата-әсәһе бала булырына өмөтөн өҙгәс тыуғайны. Балаға уҙыуын әсәһе Мәғәфүрә беренсе тапҡыр һиҙенгән мәлдә ире менән икәүләп ҡунаҡҡа барырға йыйыналар ине.
– Юлай, башым әйләнә ниңәлер... Уҡшыта... Ярамаған нәмә ашаныммы икән... Һин үҙең генә бар инде ҡунаҡҡа... – тәбиғи, ире бер үҙе сығып китмәне, ҡатыны янында ҡалды.
Мәғәфүрә ике көн сирләп ятты, төрлө үләндәр ҙә эсеп ҡараны, һис йүнәлмәне. Ахырҙа ире табип саҡырҙы. Фельдшер уның тын алышын тыңланы, тамағын астыртып ҡараны, температураһын үлсәне. Тик биргән һорауҙары Мәғәфүрәгә сәйер булып тойолдо. “Улары һеҙгә ниңә кәрәк?” тип тә әйтергә йыйынғайны, тик асыуланып һөйләшеү өсөн дә хәл кәрәк шул. Ул Мәғәфүрәгә ҡатын-ҡыҙҙар табибына күренергә ҡушты. Ә иртән улар ире Юлай менән икәүләшеп табип күрһәткән ергә йүнәлде.
Юлай коридорҙа тороп ҡалды, ҡатынының табиптан сыҡҡанын түҙемһеҙлек менән көтөп, арлы-бирле йөрөүҙән башҡа сара юҡ ине уға. Ниһайәт, Мәғәфүрә килеп сыҡты, уны күреүгә ире аптырап ҡалды: ҡатыны ҡобараһы осҡан ҡиәфәттә ине, ирендәре лә ҡалтырай кеүек. Иламһырап ҡарап торҙо ла Юлайға бер ҡағыҙҙы һондо.
– Юлай... Беҙҙең бәпесебеҙ буласаҡ!.. – шунан илап ебәрҙе лә йөҙөн ҡулдары менән ҡапланы. Ә тегеһе Мәғәфүрәһен ҡосаҡлап алды, үҙе бер нимә лә өндәшмәй ине, әйтерһең дә, был тылсымлы мәлде ҡурҡытырға теләмәй.
Ул саҡта икеһенә лә 42-шәр йәш ине. Бала табыу йортонда ул әсәләрҙең иң олоһо булды. Табиптарҙың да, үҙенең дә аптырауына ҡаршы, баланы ул еңел тапты. Күп йәш әсәләргә ҡарағанда ла еңелерәк.
Кескәй сағында Гөлдәр үҙ әсәһе менән башҡа әсәйҙәр араһындағы айырманы күрмәй ине. Был йәһәттән беренсе хәҡиҡәтте ул балалар баҡсаһында ишетте.
– Әсәй, әсәй, ә Гөлдәрҙең әсәһе ҡарт һәм оҙаҡламай үләсәк! Ҡарт кешеләр үлә бит, эйеме? – тине бер малай әсәһенә. Уға яуап итеп, Гөлдәр малайҙың башына ҙур ҡурсаҡ менән тондорҙо. Малайға әллә ни зыян килмәне, уның ҡарауы әсәһенең ҡысҡырынғаны тотош балалар баҡсаһына ишетелә ине:
– Ҡартайып бөткәс бала тапҡан булалар ҙа! Пенсияға китергә ваҡыт, ә уның бала тапҡыһы килгән, имеш! Ә тәрбиә тигән нәмәне онотҡан... Ялыу яҙасаҡмын! Опека органдары килеп тикшерһен!
Өйгә ҡайтҡас, Гөлдәрҙе ата-әсәһе лә ныҡ ҡына шелтәләп алды. Шулай ҙа ул әлеге малайҙы ла, әсәһе тураһында ошондайыраҡ һүҙ әйткән башҡаларҙы ла аҫтыртын ғына булһа ла түпәләүҙән туҡтаманы. Әммә үҙе тиҫтерҙәренең һүҙҙәрендә лә хаҡлыҡ бар икәнен төшөнгәйне инде, шуға эстән генә ата-әсәһе өсөн оялыу ҙа уның кескәй башында моронлай башланы...
Артабан ул, тәбиғи, мәктәптә уҡый башланы. Атай-әсәйҙәр йыйылышы уның өсөн тора-бара ауыр һынауға әйләнде. Йыйылышта уҡытыусы атай-әсәйемә мөрәжәғәт итә күрмәһен, тип ҡурҡып тик ултыра ине Гөлдәр. Әсәһе лә, сал сәсле атаһы ла оялышынан ҡып-ҡыҙыл булып баҫып торор кеүек. Уның ҡарауы, ата-әсәһен мәктәпкә саҡырырлыҡ сәбәп булмаһын өсөн ул бөтә көсөн биреп тырышып уҡыны.
Әлбиттә, ул ата-әсәһен ныҡ ярата ине. Тик әсәһенең класташы Фирүзәнең әсәһенә оҡшауын ул бик-бик теләй, ә уныһы ҡыҙыҡайҙың әсәһе түгел, ә өлкән апаһы һымаҡ күренә ине тыштан ҡарағанда. Ә атаһы Наиләнең мәктәпкә шәп машинала килеп киткән һәм йәштәрсә кейенгән атаһына оҡшап торһа, нисек шәп булыр ине лә...
Юҡ шул... Уның ата-әсәһе ҡарт күренә һәм модалы итеп кейенә лә белмәй... Әсәһе биҙәнергә лә яратмай хатта... Ул бейек үксәле туфлиға ҡарағанда китап һатып алыуҙы өҫтөнөрәк күрә... Атаһының яратҡан шөғөлө – гаражда иҫке “Нива”һы менән булышыу, тарихи романдар уҡыу...
Ваҡыт уҙа ғына, Гөлдәр ҙә мәктәпте тамамланы һәм медицина институтына уҡырға инде. Мәктәптә тырышып уҡыуы бушҡа китмәне, ул институтты отличноға бөтөрҙө һәм яҡындағы дауаханала ординатурала шөғөлләнә башланы. Эше оҡшай ине уға, етмәһә, кураторы ла белдекле һәм иғтибарлы кеше булып сыҡты, шуға ул стоматолог һөнәренә тамам ғашиҡ ине. Атаһы, көлөп, “аҡ тешле йылмайыу командиры” тип атай ине ҡыҙын.
Бер саҡ, табипҡа ассистент булған мәлендә, кабинетҡа тешен дауаларға килгән егет инде. Сәтләүек кимергәндә тешен һындырған икән!.. Үҙе оялсан ғына, сибәр ҡыҙҙы күреп, тамам юғалып ҡалған һымаҡ... Әммә бөтәһе лә уңышлы барып сыҡты – теш проблемаһы хәл ителде, һәм егет ҡайтып та китте. Гөлдәр эштән сыҡһа, ни күрә: ошо егет дауахана эргәһендә уны көтөп тора!
– Тағы бер тапҡыр һаумыһығыҙ, алтын ҡуллы оҫта! – тип йылмайҙы егет. – Эшегеҙҙең нисәлә тамамланырын белештем дә һеҙҙең сыҡҡанды көтөп алырға булдым. Быныһы һеҙгә! – тине ул һәм Гөлдәргә рауза сәскәләре гөлләмәһе һуҙҙы.
Йәш табип ҡаушап ҡалды. Был егет уға клиникала саҡта уҡ оҡшағайны. Улар ҡабаланмай ғына атлап китте. Һөйләшеп барғанда егетте күптән белгән һымаҡ тойғо кисерҙе. Күп нәмәгә ҡараштары ла уртаҡ булып сыҡты... Гөлдәр йәшәгән йортҡа килеп туҡтағанда улар бер-береһе менән айырылышырға теләмәүҙәрен аңлағайны инде.
Артабан улар осраша башланы, һәм бер айҙан Айрат уға тәҡдим яһаны. Өйгә алып ҡайтып, ата-әсәһе менән таныштырҙы, улары бик яҡшы, итәғәтле кешеләр икән. Әсәһе балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй, атаһы – инженер...
Гөлдәр өсөн ғүмер буйы ҡурҡҡан һәм оялған мәл етте – Айратты ла ҡыҙҙың ата-әсәһе менән таныштырырға кәрәк бит инде. Йә, Хоҙай, егет нисек ҡабул итер икән уларҙы...
– Атай, әсәй, һеҙгә бер яңылыҡ әйтергә теләйем: минең йөрөгән егетем бар, һәм ул миңә бөгөн тәҡдим яһаны. Мин ризалаштым. Йәкшәмбегә үҙебеҙгә ҡунаҡҡа саҡырырға, таныштырырға теләйем. Һеҙ ҡаршы түгелме? – ул быны ашыға-ашыға әйтте, сөнки ни өсөндөр ата-әсәһе асыуланыр тип күҙ алдына килтерә ине.
– Гөлдәр, һин беҙгә егетең булыуы тураһында бығаса әйтмәнеңсе... Кейәүгә сығырға иртәрәк түгелме? – әсәһе ҡыҙына аптырап ҡараны.
– Мәғәфүрә, тыныслан, – тип ҡаршы төштө Юлай. – Ҡыҙыбыҙға егерме дүрт йәш тулып уҙҙы. Был йәштә һин кейәүҙә инең инде... Һин, ҡыҙым, әсәйеңдең был һүҙҙәренә иғтибар итмә. Килһен, әлбиттә, килһен!
– Ҡыҙым, ысынлап та, килһен әйҙә егетең, танышырбыҙ... Эй, Хоҙайым, был бәхетле көндәрҙе лә күрергә яҙған икән... – әсәһе шатлығынан иламһырап та алды.
Йәкшәмбелә улар егете менән торт, бер ҡап кәнфит, Гөлдәрҙең әсәһенә гөлләмә алды. Мәғәфүрә менән Юлай егетте ҡунаҡсыл ҡаршы алдылар. Айрат буласаҡ ҡәйнәһенә сәскәләр шәлкеме тотторғас һәм ҡулын үпкәс, тегеһе ҡаушабыраҡ та ҡалды.
Улар был кистә дүртәүләп бик күңелле һәм ихлас һөйләшеп ултырҙы, Мәғәфүрә төрлө тәм-том да бешергәйне. Ә атаһы Айрат менән төрлө темаға әңгәмәләшеп алдылар, хатта, улар кухняға сыҡҡас, ниндәйҙер мәсьәлә буйынса ҡыҙыу ғына фекер алышыуҙары ла ишетелде. Ҡатындар уларҙың нимә тураһында шулай үтә йәнле һөйләшеүен белергә тырышып та ҡарағайны, тик тегеләре кухня ишеген ҡабат яба ла ҡуя.
Айрат ҡайтып киткәс, Гөлдәр бик оҙаҡ йоҡлай алмай ятты. Иртәгә егетем нимә әйтер инде, атай-әсәйем ниндәй тәьҫир ҡалдырҙы икән, тип борсолдо ул. Оло йәштә булыуҙары бер хәл, һөйләшеүҙәре лә заманса түгелдер, күп нәмәлә хәбәрҙар ҙа була алмайҙарҙыр, моғайын...
Иртән эшкә ул йоҡоһо ла туймаған килеш һәм күңелһеҙ уйҙар менән килде. Көн буйы шулай кәйефһеҙ йөрөнө Гөлдәр. Хатта табип та быға иғтибар итте: “Бер-бер хәл булдымы әллә”, тип һорашып та ҡуйҙы.
– Һаумы, Гөлдәр, ярты сәғәттән ашыу һине көтәм, оҙаҡланың бөгөн... – Айрат, ғәҙәттәгесә, клиника янында көтә ине.
– Бөгөн эш күп булды шул... – Гөлдәр уның күҙҙәренә ҡарамаҫҡа тырышып ҡына яуапланы.
Улар, етәкләшеп, сквер буйлап атланы.
– Гөлдәр, һеҙҙең өйҙәге кисәге осрашыу тураһында әйтергә теләгәйнем... – Гөлдәр, быны ишетеп, башын түбән эйҙе, ер тишеге булһа, инеп китер ине...
– Мин һиңә бик рәхмәтлемен! Шул тиклем матур осрашыу булды, күптән шундай ихлас кешеләр менән аралашҡаным юҡ ине... – Гөлдәр егетенә ғәжәпләнеп һәм ышанмағаныраҡ төҫ менән ҡарап алды.
– Шундай сибәр әсәйең бар икән, хәҙер һинең кемгә оҡшағаныңды беләм инде! – тип дауам итте Айрат һәм Гөлдәрҙе ҡосаҡлап алды. – Атайың да аҡыллы, белемле кеше. Уның менән теләһә ниндәй темаға һөйләшергә һәм хатта бәхәсләшергә лә мөмкин. Ғәжәп матур күңелле кешеләр! Бөгөн уларға минән сәләм әйт, йәме...
Гөлдәр, өйгә ҡайтҡас, бер аҙ тупһала тапанып торҙо. Уға ата-әсәһе алдында уңайһыҙ ине. Ғүмер буйы улар өсөн оялып йөрөгән, ә бит яратырға, ғорурланырға тейеш ине ул. Күпме ваҡыт шулай уҙған...
– Әсәкәйем, атайым, мин һеҙҙе шул тиклем яратам! – ул, үҙе лә һиҙмәҫтән, үкһеп илап ебәрҙе.
Мәғәфүрә, китабын ташлап, ҡыҙы янына йүгереп килде. Юлай ҙа аптырап ҡалғайны. “Нимә булды, ҡыҙым? Сирләп киттеңме әллә?” – әсәһе уның маңлайын тотоп ҡараны, тынысландырырға тырышты, ә тегеһе туҡтай алмай ине.
Бер аҙҙан Гөлдәр тынысланғас, киске аш янына ултырҙылар. Ул күҙ йәштәренең ысын сәбәбен ата-әсәһенә әйтмәне, әлбиттә. Эштә арыным, туй алды мәшәҡәттәрен дә уйлайым, тип кенә ҡуйҙы. Гөлдәр ғүмерлек һабаҡ алғайны инде, йәнә шуны ла аңланы – Айраттың нәҫел-нәсәбе менән осрашҡанда: “Ә был минең атайым менән әсәйем!” – тип ғорурланып әйтәсәк.
- Рәшит КӘЛИМУЛЛИН
фото:pikabu.ru