Хөрмәтле уҡыусым! Көн яҡтыһы күрмәй, ашау-эсеүҙе, донъя мәшәҡәттәрен, ял итеп алыуҙы онотоп ике тәүлек эсендә “Табылдыҡ” хикәйәһен башланым һәм яҙып та бөттөм. Пушкин “Борис Годунов”ты тамамлағас “Ай-да Пушкин, ай-да сукин сын!” тип үҙен маҡтаған бит әле, мин дә һуңғы нөктәне ҡуйғас: “Хәйҙәр, шәп кеше һин!” тип үрле-ҡырлы һикергеләп алдым. Ысынлап та хикәйә уҡымлы, мауыҡтырғыс килеп сыҡты: көйҙөм-яндым, унда-бында бәргеләндем, иң һуңында күҙҙәремдән йәш ки-леп сыҡты хатта.
Тормош төпкөлөндә, бәләкәй генә бер ятаҡ бүлмәһендә Мозафар исемле ир көн күреп ята. Тапҡан-таянғанын эсә, бар белгәне баш төҙәтеү ҙә араҡы эҙләп тем-еҫкенеү. Бына бер көн таң менән ҡый һауыты яғынан эт көсөгөнөң сыйнауынмы, бесәй балаһының мыяулауынмы ишетеп, ни тиһәң дә тере йән бит, алып ҡайтайым булмаһа, тип шул яҡҡа ҡарай йүнәлә...
“ ... Пластиктан эшләнгән дүрт тәгәрмәсле апаруҡ ҙур һауытты урап сыҡты, таң ҡараңғылығында асыҡ күренмәһә лә эйелеп аҫ яҡҡа күҙ һалды хатта. Яңылышҡан. Сыйнау яңылыштан ғына ҡолағына салынғандыр, күрәһең. Үртәлгәндәй ҙә итте, бына бит олоғайыу нишләтә: күрмәгәнде күрәһең ҡайһы саҡ, башҡалар иғтибар итмә-гән ҡолағыңа яғыла. Ҡайтыу яғына йүнәлгәйне генә ҡый һауытының эсенән сыйнау ҡабатланды. Бына ҡайҙа ырғытҡандар икән тере йәнде! Кире килде лә ҡабаланып ҡый пакеттарын ергә ырғытып соҡона башланы. Апаруҡ мәшәҡәтләнде. Ярты һауытты бушаттым ғына тигәндә иҫке юрғанға төрөлгән төргәкте тартып сығарҙы һауыт-тан. Юрған тыш яҡтан скотч менән бер нисә тапҡыр уратылғайны, шуға күрә тағатылмағандыр ҙа. Сыйнау тауышы килгән тапҡырҙы ҡайырҙы ла һиҫкәнеп артҡа тарт-ылды. Юрған эсендә яңы тыуған баланың сей йөҙө күренде...”
Ике тәүлек барышында шул бәпесте хәстәрләнек Мозафар менән: имергә лә таптыҡ, кәзә һөтөн эҙләп баҙарға ла барҙыҡ, бүлмә эсен һөртөп йыйыштырып, иҙәнде йыуып, араҡы шешәләрен, тәмәке төпсөктәрен ҡыйлыҡҡа сығарып та түктек, балаға исем ҡушыу йәһәтенән мәсеткә лә барып әйләндек, бала илауын берәйһе ишетеп ҡалмаһын, тип фанера ишекте одеял менән көпләп тә аҙапландыҡ. Йәшереп ҡалып, һаҡлап булманы барыбер...
“...Ҡапыл, көтмәгәндә ҡаты итеп ишек шаҡынылар. Һиҫкәнеп уянды. Һаҡ ҡына баҫып ишеккә яҡынланы: "Кем йөрөй икән иртә менән?.." Теге яҡҡа баҫҡандарҙың яңғыҙ түгеллеген һиҙҙе. Кире сигенде. Балконға сығып аҫ яҡҡа күҙ ташланы һәм күргәненән тертләп китте: ятаҡтың эргәһенә үк янғын машинаһын, "Тиҙ ярҙам"ды, полиция фургонын терәп тиерлек килтереп ҡуйғандар. Ишек алдына тиҫтәгә яҡын полиция хеҙмәткәрҙәре баҫҡан, ҡулдарында ҡорал да бар. "Тимәк белеп ҡалғандар. Килештерәләр. Быларҙан тиген ҡотолоп булмаясаҡ..." Яңынан ишек төбөнә килде, тыңланып тора биргәс һаҡ ҡына итеп өндәште:
- Кем йөрөй унда?
- Полиция! ҡулыбыҙҙа прокурор ордеры ла бар. Хәҙер үк асығыҙ, юғиһә емереп инәбеҙ!..”
Хикәйә нимә менән тамамландымы? Бына быныһы инде әлегә сер.
Ул тулыһы менән “Атайсал” гәзите биттәрендә ғинуар һандарында донъя күрәсәк, бер ай барышында рәхәтләнеп уҡығыҙ әйҙә. Бергә ҡалайыҡ, дуҫтар, йортоғоҙға именлек, ашығыҙға бәрәкәт, үҙегеҙгә, яҡындарығыҙға сәләмәтлек теләйем!