Кешене: “Шул тиклем көнсөл, күп ашай, ҡомһоҙ, ялҡау,”- тип әрләргә генә торабыҙ. Был ҡылыҡтар әҙәм затын насар яҡтан ғына түгел, яҡшы һыҙаттарын да күрһәтә икән. Мәҫәлән, ашамсыл кешеләр бик изге булалар, ти белгестәр. Улар һорағандарҙың барыһына ла мөмкин тиклем ярҙам итергә тырыша. Изгелек ҡылыусыларҙың күбеһе - тәмлетамаҡтар.
Ҡомһоҙҙар аҡсаның ҡәҙерен һәм тәмен белә. Улар аҡсаны ниндәйҙер материаль әйбергә түгел, үҙҙәрен үҫтереүгә, уҡыуға, донъя күреүгә һала һәм шуның менән үҙҙәрен бәхетле һанай. Алға атлаған һайын, бар тырышлыҡтарын һалып аҡса көрәргә тырышалар.
Ялҡауҙар ҙа ерҙә иң бәхетле кешеләр. Сөнки улар йоҡларға ярата, ә йоҡо хәтерҙе яҡшырта. Организмын ваҡытында ял иттергәндәр һәр ваҡыт уйлап эш итә, улар һирәк яңылыша. Эштәре, әлбиттә, яй башҡарыла, әммә бик сифатлы. Шуны онотмағыҙ: ялҡауҙар оҙаҡ йәшәй ҙә икән.
Тиҙ генә асыуланып барыу ҙа кешегә ыңғай йоғонто яһай. Асыу килгәндә башҡа төрлө ҡыҙыҡлы уйҙар килә, уйламаған аҙымдар эшләнелә. Уларҙың байтағы асыуланыусы өсөн ыңғай ҙа булып сығыуы бар. Уҫал кешеләр рәсми кәңәшмәләрҙә үҙ һүҙен һүҙ итә, уңыштарға өлгәшә.
Көнләшеү. Үҙен башҡа кешеләр менән бер туҡтауһыҙ сағыштырып, кеше тормошона көнләшеүселәр үҙҙәренең баһаһын күтәрә, башҡаларҙан арттырып йәшәргә тырыша. Мәҫәлән, яҡшы уҡыусыларҙан көнләшкән балалар, тырышып уларҙың кимәленә күтәрелә ала.
Үҙҙәрен гел текә тотоусылар бер ниндәй ҙә эштән һәм яуаплылыҡтан ҡурҡмай. Ундайҙар йыш ҡына юғары урындарҙа эшләй.
Бына шулай, бер ямандың-бер яҡшыһы була. Шуға күрә кеше холҡо һәм характеры ниндәй генә булмаһын, шулай ҡабул итергә өйрәнәйек. Ваҡытлыса ғына бирелгән ғүмерҙе үпкәләшеп, үс тотоп үткәрмәйек!