АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
30 Октябрь , 16:25

Ҡартатаһының намыҫлы исемен тергеҙгән

Үҙенең иң ҙур ҡаҙанышы итеп, бинахаҡҡа золом ҡорбаны булған ҡартатаһының (әсәһе Йәмиләнең атаһы) намыҫлы исемен тергеҙеү тип һанай. Тарихҡа, ғаиләһенең үткәненә битараф булмаған Рәдис Суфиян улы ҡартатаһы Солтансәлим Әмирхан улы Йәрембәтовтың биографияһын өйрәнеп, эҙләнеп, күп кенә материал туплауға өлгәшкән.

Ҡартатаһының намыҫлы исемен тергеҙгән
Ҡартатаһының намыҫлы исемен тергеҙгән

Бар бит беҙҙең арабыҙҙа тырыш, алдынғы ҡарашлы милләттәштәр. Шуларҙың береһе—Йылайыр районының Юлдыбай ауылында йәшәгән Шахморатов Рәдис Суфиян улы. Уға беҙ, "Ялан түңгәүерҙәренең арҙаҡлы шәхестәре" исемле китап әҙерләгән саҡта барҙыҡ. Ауылдың иң бейек нөктәһендә ике ҡатлы өйҙәрендә хәләл ефете Шәүрә Мирсәйет ҡыҙы менән беҙҙе ихлас ҡаршы алды.


Беҙ килеүҙең маҡсатын белгәс, ул, хәҙерге телдә портфолио тип аталған, Маҡтау грамоталарының ҡалын ғына йыйынтығын һөйрәп сығарҙы. Унда ниндәй генәһе юҡ ине?! Бына, Сәлим башланғыс, Матрай урта мәктәптәре, 28-се Йылайыр һөнәри-техник училищеһының уҡыу алдынғыһына бирелгәндәре... Бөгөлмә индустриаль-педагогик техникумында уҡыған сағында ВЛКСМ-дың ҡала комитеты тарафынан "Комсомол оператив отрядының иң шәп командирына", Совет армияһында хеҙмәт иткән ваҡытта "Хәрби төҙөлөштөң отличнигына", ВЛКСМ-дың Ейәнсура райкомының "Комсомолдың юбилейына ҡарата һыбай эстафета тапшырға нөсөн", Йылайыр районы хәкимиәтенең "Юлдыбай ауылының 800 йыллығын үткәреүҙе әҙерләшкән өсөн", Юлдыбай ауыл хакимиәтенең "Ғаилә йылында йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан өсөн Рәдис Суфиян улы һәм Шәүрә Мирсәйет ҡыҙы Шахморатовтарға" тигәндәре бар.
Уның өсөн шул ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙан, тормош юлын байҡарға ла була: "Башҡорт" совхозында ветеринар фельдшер, 4-се Юлдыбай һөнәри-техник училищеһында уҡытыусы, Баймаҡ районы милицияһында юл-хәүфһеҙлеге инспекторы, Йылайыр районы милицияһында балиғ булмағандар эштәре буйынса инспектор, бүлек буйынса дежурный, өлкән дежурный, 11 ауыл ингән Юлдыбай участка инспекторы, отставкаға сыҡҡас, Юлдыбай совхозында келәт мөдире, директор урынбаҫары...
Шуныһы әһәмиәтле: һәр хеҙмәтендә уны фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн тәбрикләгәндәр. КПСС-тың Баймаҡ һәм Йылайыр райкомдары, Йылайыр райсоветы, милицияның Баймаҡ, Йылайыр һәм Сибай бүлектәре Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырғандар. Унан тыш Башҡортостан Республикаһының Эске эштәр органдары ветерандар ойошмаһының, Башҡортостан Республикаһының Эске эштәр һәм Эске ғәскәрҙәре ойошмаларының ветерандар советтарының Рәхмәт хаттары ла бар. Дәүләт наградалары ла бихисап ине: 2-се һәм 3-се дәрәжә "СССР Эске эштәре министрлығының фиҙаҡәр хеҙмәт иткән өсөн", "Рәсәй Эске эштәр министрлығына 200 йыл", "Эске эштәр министрлығының ветераны", "Рәсәй Эске эштәр министрлығының участка инспекторҙар хеҙмәтенә 100 йыл" миҙалдары һәм башҡа билдәләр. Ләкин үҙенең иң ҙур ҡаҙанышы итеп, бинахаҡҡа золом ҡорбаны булған ҡартатаһының (әсәһе Йәмиләнең атаһы) намыҫлы исемен тергеҙеү тип һанай. Тарихҡа, ғаиләһенең үткәненә битараф булмаған Рәдис Суфиян улы ҡартатаһы Солтансәлим Әмирхан улы Йәрембәтовтың биографияһын өйрәнеп, эҙләнеп, күп кенә материал туплауға өлгәшкән.
Солтансәлим Әмирхан улы 1874 йылда Балапан ауылында тыуған, ғаиләләре бик хәлле булған. 1931 йылда "халыҡ дошманы" тип ҡулға алынып, Йылайыр төрмәһенә ябыла. Беҙҙең төбәктә киң билдәле Межәүир хәҙрәт менән бергә тап килә. Әммә, бәхеткә күрә, уға оҙаҡ ултырырға тура килмәй, ул ваҡытта милиция начальнигы вазифаһында эшләгән милләттәшебеҙ Заһитулла Ҡаҙнабаев уны сығартып алыуға өлгәшә. Әммә иректәге тормошо оҙаҡҡа бармай. Дини ҡанундар буйынса йәшәгән, ярлы-ябағаға ярҙам иткән, аслыҡ йылдарында ауылдаштарын үлемдән йолоп алған хәлле Солтансәлимдең мөлкәте лә алына, үҙе 1937 йылда йәнә ҡулға алына һәм 1939 йылдың 12 ғинуарында Белорет төмәһендә үлеп ҡала.
Башҡа золом ҡорбандары менән бергә Йәрембәтов Солтансәлим Әмирхан улы ла 1958 йылдың 7 февралендә БАССР-ҙың Юғары суды президиумы ҡарары менән реабилитациялана (үлгәндән һуң). Бик күп инстанцияларҙы тапап, ишектәрҙе ҡағып, судтарҙа ҡатнаша торғас, 1997 йылда иҫән ҡалған ҡыҙы Йәмилә Солтансәлим ҡыҙы Шахморатова (Йәрембәтова) атаһының золом ҡорбаны булыуын, һуңынан аҡланыуын һәм үҙенең берҙән-бер тере ҡалған вариҫ булыуын раҫлап, "сәйәси репрессиянан зыян күреүсе" статусына эйә була һәм дәүләттән әҙме-күпме компенсация алыуға өлгәшә.
Әйтеүе генә анһат, ә бит уның өсөн улы Рәдис Суфиян улы Шахморатовтың, яҡташы, билдәле журналист Сәлмән Шәкирйән улы Ярмуллин ярҙамы менән төрлө архивтарҙа ҡаҙынырға, Эске эштәр министрлығына, Федераль именлек хеҙмәтенә, Башҡортостан Республикаһының Юғары судына һәм Прокуратураһына, район судына мөрәжәғәт итергә тура килә. Суд ултырыштарында ҡатнашып, шаһиттар эҙләп, уларҙы сығыш яһарға күндерергә лә кәрәк була...
Рәдис Суфиян улы 2001 йылда дингә баҫа, Башҡорт дәүләт университетының "Ислам теологияһы" факультетында ситтән тороп өҫтәмә белем ала. Революциянан алда ике мәртәбә Мәккәгә барып ҡайтҡан Солтансәлим олатаһы үрнәгендә Рәдис Шахморатов 2017 йылда Юлдыбай һәм Сәлим ауылдарынан тәүге хаж ҡылыусы була. Бар дини тәғлимәттәрҙе урын-еренә еткереп үтәй. Йәштәр өйләнешһә, никах уҡый, сабыйҙарға исем ҡуша, ауылдаштарын һуңғы юлға оҙатыша, аяттар бағышлай. Күп йылдар Эске эштәр органдарында тәртип һаҡлау өҫтөндә эшләһә, хәҙер иһә дингә таянып, халыҡты тәртипкә, бәрәкәтле тормошҡа әйҙәй.
Хәләл ефете Шәүрә Мирсәйет ҡыҙының өс бала үҫтергәндәр. Өлкән улдары Азамат, үкенескә күрә, әрме сафында фәжиғәле һәләк булып ҡала. Ҡыҙҙары Гөлзәнә юғары белемле, әле суд приставы булып эшләй, капитан дәрәжәһендә. Кейәүҙәре Мансур Салауат улы отставкала, подполковник, бөгөнгө көндә махсус хәрби операцияла Ватанды һаҡлай.
Икенсе улдары Салауат Рәдис улы Юлдыбай урта мәктәбен, БДУ-ның биология факультетын тамамлап, Себер тарафтарында ғаиләһе менән йәшәй
Шулай итеп, был илһөйәр, эшлекле ғаилә менән танышыу, үҙебеҙҙә лә яҡты хәтирәләр ҡалдырҙы.
Ирек Бикмәтов, йәмәғәт хәбәрсеһе.

Автор:
Читайте нас: