Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
22 Октябрь , 09:40

АЛТЫН УЛЫМ БАР ИНЕ...

Һеҙ һүрәттә яугир әсәһен күрәһегеҙ. Әсмә Сафа ҡыҙы Мырҙағәлина Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылынан. 4 ҡыҙға, 1 улға ғүмер биргән әсә берҙән-бер улын махсус операцияла юғалтҡан. —Минең улым Әҡсәнде яуҙаш иптәштәре «Золотой» тип йөрөттө. Ысынлап, ул алтын ине. Ҡулынан килмәгән эш булманы. Йырланы ла, спектаклдәрҙә лә ҡатнашты, мәктәптәге бер сара ла унһыҙ үтмәне. Хатта заманында Рәхимовтың Шыршы байрамына саҡырыу алды. Дәртле, рухлы бала ине. Саңғыла йөрөнө, спортты, тормошто яратты. Сибайға аграр институтҡа ингәйне, инде бер йылын уҡып бөттөм тигәндә, май айында академ отпуск алып әрме хеҙмәтенә юлланды. Унан Чечняға барып юлыҡты. Иҫән ҡайтҡайны...

АЛТЫН УЛЫМ БАР ИНЕ...
АЛТЫН УЛЫМ БАР ИНЕ...

Һеҙ һүрәттә яугир әсәһен күрәһегеҙ. Әсмә Сафа ҡыҙы Мырҙағәлина Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылынан. 4 ҡыҙға, 1 улға ғүмер биргән әсә берҙән-бер улын яуҙа юғалтҡан.

—Минең улым Әҡсәнде яуҙаш иптәштәре «Золотой» тип йөрөттө. Ысынлап, ул алтын ине. Ҡулынан килмәгән эш булманы. Йырланы ла, спектаклдәрҙә лә ҡатнашты, мәктәптәге бер сара ла унһыҙ үтмәне. Хатта заманында Рәхимовтың Шыршы байрамына саҡырыу алды. Дәртле, рухлы бала ине. Саңғыла йөрөнө, спортты, тормошто яратты. Сибайға аграр институтҡа ингәйне, инде бер йылын уҡып бөттөм тигәндә, май айында академ отпуск алып әрме хеҙмәтенә юлланды. Унан Чечняға барып юлыҡты. Иҫән ҡайтты. Кәләш алмаҫ элек үк өйө лә, мунсаһы ла бар ине, мал һарайы ғына булмағандыр. Үҙе балта оҫтаһы, үҙе иретеп йәбештереүсе. Нимәгә тотонһа ла эшләй алды. Пилорама асып, трактор алып, гөрләтеп йәшәп ятҡанында Украинала хәрби операция башланды. 43 йәшлек улым: «Миңә повестка бар»,—тигәс, артыма ҡолай яҙҙым. Ул бит Чечнянан һуң инфаркт кисергән кеше, нисек инде уны ебәрергә? «Әллә, әсәй, ни хәл итәһең? Саҡырғастар барам»,—тип китте. Аҙаҡ уны сирләй тип юллап ҡайтармаҡ булғайным да: «Әсәй, бында йәш кенә балалар. Уларҙы йәлләмәй нисек ташлап ҡайтайым?»,—тип баш тартты. Кесе сержант званиеһында взвод командиры булды ул. Яу яланында барған ере һайын мунса төҙөгән, өҫтәлдәр эшләп ултыртҡан. Кременнойҙы, Авдеевканы азат итеүҙә ҡатнашты. Счастливое ҡасабаһында һәләк булды, снайпер йөрәгенә генә тоҫҡап атҡан. Ни эшләйһең инде?! Ил күргәнде күрәбеҙ инде,—ти Әсмә Сафа ҡыҙы.

Әйткәндәй, Әсмә Мырҙағәлина яугир әсәһе генә түгел, яугир ҡыҙы ла. Уның атаһы Сафа Мәғәфүр ҡыҙы Хисаметдинов Шайморатов генералды күргән кеше. Уның менән бер рәттән башҡорт кавалерия дивизияһында Бөйөк Ватан һуғышын үткән. Нисә йылдан һуң, Әҡсән Зиннур улы ҡартатаһы юлы буйлап үтермен тип башына ла килтермәгәндер...

Әйткәндәй, Сибай институтында махсус хәрби операция яугирҙәренә арналған интерактив музей асылды. Унда Әҡсән Зиннур улы Мырҙағәлин тураһында ла белешмә бар.

 

 

 

Резеда Усманова.

 

*Авторҙың рөхсәтенән тыш, мәҡәләне башҡа гәзиттәргә һәм сайттарға алыу тыйыла.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: