Себер тарафтарында эшләүсе Айҙарға улы бер заман телефон аша нәҡ ошо һорауҙы бирә. Вахтанан бер ҡайтып, бер китеп йөрөгән атаһын өйҙә бары ҡунаҡ тип уйлаған, күрәһең. Бәләкәй баланың был һорауы берсә көлдөрһә, берсә уйға һала. Айҙарҙың да йөрәк ҡылдарын сиртеп ебәрә һәм ул тыуған яғына ҡайтып, ғаиләһе янында төпләнергә ҡарар итә.
Айҙар Рымбек улы Сейсембин—Темәс ауылы егете. Тыуған ауылында мәктәпте тамамлағас, Сибайҙа күп профилле политехник колледжда юл хужалығы машиналарын ремонтлау техник-механигы һөнәрен ала. Ҡулына диплом алған егет Ватан алдындағы бурысын үтәргә китә. Ике йыл дауамында Новосибирск ҡалаһында хеҙмәт итә. Әрменән ҡайтҡас Баймаҡ ҡалаһында почта хеҙмәтендә почта йөгөн оҙатыусы булып эшләй. Унан Себер тарафтарына юллана һәм 9 йыл дауамында вахта ысулы менән шунда тир түгә. Бәлки, улы "ҡунаҡҡа саҡырмаһа", артабан да эшләр ине.
2018 йылда Айҙар Себерҙәге эшен ташлап ҡатыны һәм балалары янына ҡайта. Быға ҡәҙәр үҙенә, атаһына ҡапҡа эшләгән була һәм был шөғөлө күңеленә ята. Темәстә төпләнгәс, ошо юҫыҡта ныҡлап камиллашырға ниәт итә. Ысынлап та, биҙәкләп әҙерләгән ҡапҡалары, тәҙрә яңаҡтарын башҡалар ҙа оҡшата. Дуҫтары, таныштары заказ бирә. Тәүҙә ҡул көсө менән тимерҙәрҙе бөгөп эшләһә, аҙаҡ махсус станоктар һатып ала. Әле Айҙар тимерҙән, ҡалайҙан нимәләр генә эшләмәй?! Почта ҡумталары, торбалар, ҡоймалар өсөн төрлө әйберҙәр, мангалдар—барыһы ла зауыҡ менән биҙәлгән. Өҫтәүенә сифатлы башҡарылған.
—Әлбиттә, Темәстә лә, күрше ауылдарҙа ла был йүнәлештә эшләүселәр бар. Конкуренция булырға һәм ул "һау "булырға тейеш, шунһыҙ үҫеш, ынтылыш, сәм булмаҫ ине. Мин сифат менән алдырырға тырышам,—ти Айҙар.
Бөгөн Темәс оҫтаһына Баймаҡ районынан ғына түгел, Әбйәлил, Бөрйән, Хәйбулла райондарынан, Магнитогорскиҙан заказдар бирәләр. Айҙар, еңелдән булмаһа ла, яңғыҙы уны башҡарып сыға. Бөтә ҡул эшен гаражында эшләй. Хатта һуңғы йылдарҙа унда һыймай башлауын да белдерҙе. Бәлки, киләсәктә үҙенә цех та төҙөп алыр. Әлегә яңы өй һала. Өс бала үҫтереүсе йәш ғаилә тырышып донъя көтә, ялҡауланмаһаң ауылда ла гөрләтеп йәшәп булғанын башҡаларға иҫбат итә.
—Ҡатыным Мәҙинә—Ишбирҙе ауылы ҡыҙы. Һөнәре буйынса уҡытыусы. Ул—минең уң ҡанатым, һәр яҡлап мине хуплай, ярҙам итә, бөтә документ, иҫәп-хисап эшәтәрен ул алып бара,—ти Айҙар.
Үҙмәшғүллек менән булышыусы Айҙар Рымбек улы ауылдаштарына ярҙамдан да баш тартмай. Һәр төрлө сараларға, махсус хәрби операциялағы яҡташтарына ҡулынан килгәнсе ярҙам итә. Айҙар кеүек тыуған яғын яратҡан, матур, ныҡлы ғаилә ҡорған, оҫта ҡуллы, тырыш егеттәребеҙ күберәк булһа ине, тигән теләктәбеҙ.
Резеда Усманова.
*Авторҙың рөхсәтенән тыш, башҡа гәзит сайттарына һәм башҡа социаль төркөмдәргә алыу тыйыла.