Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
8 Октябрь , 17:25

ЙӨҘЙӘШӘР АҒАСТАР ДОНЪЯҺЫНДА

- Ике тапҡыр Ирәмәл тауына мендем. Шунда таныштарҙан һораным: “Учалыла йөҙйәшәр ағас бармы?” - тип. “Бар, ҡайтышлай Юлдаш ауылында 721 йәшлек ағасты үҙ күҙҙәрең менән күрерһең”, - тинеләр. Ана шул ағасты күргәс, Урал аръяғында ла йөҙйәшәр ағастар барлығы иҫкә төштө.

ЙӨҘЙӘШӘР АҒАСТАР ДОНЪЯҺЫНДА
ЙӨҘЙӘШӘР АҒАСТАР ДОНЪЯҺЫНДА

Мәмбәт мәҙәниәт йортонда Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҡташыбыҙ Исламетдин Мәмбәтовтың фотокүргәҙмәһе асылды. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Исламетдин Мәмбәтовтың фотоһүрәттәрендә йөҙйәшәр ағастарҙың күркәмлеге, матурлығы сағыла. Исламетдин Ризаитдин улы күргәҙмәһендә донъяның күп илдәрендә һәм тыуған Башҡортостанда сәйәхәт иткәндә төшөрөлгән фотоһүрәтен тәҡдим итте. "Реликт ағастар донъяһы» фотокүргәҙмәһен асыу сараһында Исламетдин Мәмбәтовтың ауылдаштары, туғандары, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.

- Ике тапҡыр Ирәмәл тауына мендем. Шунда таныштарҙан һораным: “Учалыла йөҙйәшәр ағас бармы?” - тип. “Бар, ҡайтышлай Юлдаш ауылында 721 йәшлек ағасты үҙ күҙҙәрең менән күрерһең”, - тинеләр. Ана шул ағасты күргәс, Урал аръяғында ла йөҙйәшәр ағастар барлығы иҫкә төштө. Архангель, Белорет, Баймаҡ, Баҡалы, Ҡариҙел, Дыуан, Йылайыр, Хәйбулла һәм башҡа райондарҙа, йәғни бөтә республика буйынса йөрөп йөҙйәшәр ағастарҙы төшөрөп сыҡтым. Шулай уҡ фотокүргәҙмәлә Германия, Италия, Испания, Төркиә, Үзбәкстан һәм башҡа илдәрҙә төшөрөлгән ағастар ҙа урын алған. Сөнки кешеләр был ағастарға иғтибар бирмәй эргәһенән үтеп китеүе лә мөмкин. Маҡсатым - халыҡты тәбиғәт ҡомартҡылары менән таныштырыу. Был минең бишенсе күргәҙмә. Әлеге мәлдә “Һыбайлы һәм ат донъяһы” тигән тағы бер яңы күргәҙмәне әҙерләп бөттөм, - тине Исламетдин Мәмбәтов.

Йылайыр районының Ҡыҙҙар-Биргән ауылы эргәһендә 450 йылдан ашҡан ҡарағастың оҙонлоғо 30 метрҙан ашыу, күкрәк тәңгәленән ҡолас йәйеп үлсәгәндә олононоң диаметры 1,4 метр самаһы. Салауат районының Бишәүҙәр ауылындағы ҡарағайҙарҙы 200 йыллыҡ, тип билдәләйҙәр. Архангель районының Абҙан ауылы янындағы ҡарағай 400 йәштән ашып киткән. Үзбәкстандың Урғут ҡалаһы эргәһендә мең йыллыҡтар менән иҫәпләнгән Чор-Чинор сауҡалығы, Бохара ҡалаһында 1477 йылда ултыртылған боронғо персик ағасы, Германияның Майнау утрауында 1864 йылда ултыртылған секвойя, Испанияла Камбрильс тип аталған балыҡсылар биҫтәһендә үҫеүсе үҙенсәлекле Йомро ҡарағай, Флоренцияла, Ташкентта үҫеүсе йөҙйәшәр баһадирҙар – быларҙың барыһын да Исламетдин Ризаитдин улының шәхси күргәҙмәһендә күрергә мөмкин.

 

Сығанаҡ: Хәйбулла районы хакимиәтенең социаль селтәренән.

Автор:
Читайте нас: