Үҙ эшенә мөкиббән киткән уҡытыусыларҙың береһе Баймаҡ ҡалаһында урынлашҡан лицей-интернатта балаларға белем бирә. Әйткәндәй, быйыл был уҡыу йортона тулы ремонт эшләнде һәм ул яңы уҡыу йылынан полилингваль күп профилле лицей булараҡ атамаһын яңыртты. Тимәк, эстәлеге лә үҙгәрәсәк, бында инновацион алымдар ҡулланып, уҡыусыларға төплө белем бирәсәктәр. Шундай яҡты, матур, заманса лицейҙа эшләүенә Зилә Зекриә ҡыҙы ҡыуанып бөтә алмай. Һәр көн эшенә ашҡынып килә. Бында уны хөрмәтле коллегалары, яратҡан уҡыусылары көтә.
Баймаҡ районының ҡарағайҙар менән уратып алынған хозур тәбиғәтле Шүлкә ауылында буй еткергән ҡыҙ бала саҡтан уҡытыусы булырға хыяллана. Тәү тапҡыр мәктәп тупһаһында уны ҡаршы алған мөғәллимәһе Зифа Рәсүл ҡыҙы Мерәҫованың үҙ-үҙен тотошо, яғымлы тауышы кескәй Зиләне шунда уҡ әсир итә. Дәрестәр дауамында уҡытыусыһына һоҡланып баҡҡан ҡыҙсыҡ ҙурайғас уның кеүек мәктәптә эшләргә хыяллана. Әммә ауылдағы 8 йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, йәш ҡыҙ Сибай тау-байыҡтырыу техникумына килеп эләгә. Техник-байыҡтырыусы һөнәрен алғас, ул йүнәлтмә буйынса Свердловск өлкәһе Ревда ҡалаһына барып юлыға. Яҙмышы шулай ҡушҡандыр. Ошо ҡалала ул мәңгелек мөхәббәтен осрата. Удмурт егете Валентин Михайлович Королев менән Баймаҡҡа ҡайтып төпләнәләр. Зилә Зекриә ҡыҙы тәүҙә балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй, декрет ялында ултырғанда Магнитогорск дәүләт университетының технология факультетына уҡырға инә. Был да юҡтан түгел. Күп балалы Усмановтар ғаиләһендә 8-се бала булып буй еткергән Зилә бәләкәйҙән ҡул эшенә оҫта була. Әсәһе Хәбирә Хөсәйен ҡыҙына эйәреп тегә лә, бәйләй ҙә. Балалары бер аҙ ҙурайғас, йәш әсә Баймаҡ мәктәп-интернатына тегенсе булып эшкә килә һәм, ҡулына дипломын алғас, хеҙмәт дәресе уҡытыусыһы булараҡ ошо белем усағында эшен дауам итә. Бына инде 21 йыл Баймаҡ лицей-интернатына торғро ул. Ошо дәүерҙә бик күп ҡыҙҙарҙы тегергә, бәйләргә, сигергә, бешерергә өйрәтә. Улар әле булһа ла уҡытыусыларына рәхмәт белдерә.
—Дәрестә һәм өҫтәмә түңәрәктәрҙә тегәбеҙ ҙә, бәйләйбеҙ ҙә, сигәбеҙ ҙә, бешерәбеҙ ҙә, заманса милли биҙәүестәр эшләйбеҙ. Уҡыусыларымдың үҙҙәре теккән кейемдә йөрөгәндәрен күрһәм ҡыуанам. Бәлки, тегенсе лә булып китмәҫтәр, әммә был шөғөлдәр бер хужабикәгә лә тормошта ҡамасауламай. Мин үҙем электән ҡул эштәрен яратам, әле булһа ла заказға кейемдәр тегәм: ябай күлдәктәрҙән алып сәхнә костюмдарына, туй күлдәктәренә тиклем... Эшем оҡшай. Бынан тыш, ирем менән баҡса үҫтерергә яратабыҙ. Шөкөр, емеш-еләктәр ишелеп уңа, уларҙы туғандарыбыҙға өләшәбеҙ,—ти Зилә Зекриә ҡыҙы.
Эйе, һәр йәһәттән уңған һәм бәхетле ҡатын Зилә Королева. Эшенән дә, коллегаларынан да, ғаиләһенән дә, шөғөлөнән дә кинәнес таба. Ире менән бына инде 33 йыл иңгә-иң терәп тормош юлынан бергә атлайҙар, матур итеп йорт һалып ингәндәр, ҡыҙҙары Резеданы һәм улдары Тимурҙы уҡытып, тәрбиәләп аяҡҡа баҫтырғандар. Яҡындары уның өсөн өҙөлөп торһа, коллегалары ихтирам итә. Күптән түгел уның намыҫлы эшен юғары баһалап, уға "Башҡортостан Республикаһының Мәғариф отличнигы" тигән маҡтаулы исем биргәндәр. Үҙ һөнәренең оҫтаһы булған уҡытыусыны ҡотлап, уға артабан да уңыштар һәм ғаилә именлеге теләйбеҙ!
Резеда Усманова.