АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
23 Сентябрь , 16:00

Ҡыйыулығы онотолмаҫ

Сибай ҡалаһынан Әхәт һәм Зәкирә Булатовтарҙың уртансы улы Әсхәт Украина биләмәһендә барған махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булды. Яугирҙең мәрхүм атаһы атаһы Әхәт ағай Булатов, әлеге көндә Арҡайым ҡасабанда йәшәгән әсәһе Зәкирә апай Булатова ла гәзитебеҙҙең әүҙем йәмәғәт хәбәрселәре булды. 

Ҡыйыулығы онотолмаҫ
Ҡыйыулығы онотолмаҫ

Сибай ҡалаһынан Әхәт һәм Зәкирә Булатовтарҙың уртансы улы Әсхәт

Украина биләмәһендә барған махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булды. Яугирҙең мәрхүм атаһы атаһы Әхәт ағай Булатов, әлеге көндә Арҡайым ҡасабанда йәшәгән әсәһе Зәкирә апай Булатова ла гәзитебеҙҙең әүҙем йәмәғәт хәбәрселәре булды. 

Әсхәт Әхәт улы Булатов 1972 йылдың 2 декабрендә Баймаҡ районының Ҡыуат ауылында ғаиләләһендә икенсе бала булып тыуған. Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһында 3-сө мәктәптә белем алған. Музыкаль мәктәптә шөғөлләнгән. 1988 йылда профессиональ-техник училищеға уҡырға инеп, токарь һөнәрен үҙләштергән.

1990-1992 йылдарҙа саҡырылыш буйынса әрме сафына алынып, Үзбәкстанда, Санкт-Петербургта Ватаны алдындағы бурысын үтәгән.

1994 йылда Әсхәт Әхәт улы атай-әсәһе менән бергә Сибай ҡалаһына күсеп килә. Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинатында газ ҡорамалдарын ремонтлау һәм эксплуатациялау буйынса слесарь булып эшләй. 10 йыл тирәһе “Башҡортостан йылылыҡ селтәрҙәрен бүлеү” предприятиеһында хеҙмәт итә. 1999 йылда ситтән тороп Сибай педагогия училищеһын тамамлап, ҡулына хеҙмәт һәм черчение фәндәре уҡытыусыһы дипломын ала. Әммә мәктәптә уҡытыу уға насип булмай.

Оҙаҡ йылдар Себер тарафтарында, Бованенково, Норильск, Нижневартовск ҡалаларында төҙөлөштә эшләй.

-Беҙгә, Әмир, Зөфәр улдарыма ныҡлы терәк булды Әсҡәтем. Бер ҡасабала торғанғамы икән уның ярҙамын күп күрҙем. Йүгереп килеп булған эшемде эшләп китер ине. Бигерәк ярҙамсыл булды, күңеле йомшаҡ ине. Ҡатын-ҡыҙ бәхете, ғаилә йылылығын тойоп йәшәй алманы, балаҡайым, шуға йәнем әсей.

Зәкирә һәм Әхәт Булатовтар Баймаҡ районынан Сибайға күсеп килгәс, коллектив баҡсаға ҡарауылсы булып эшкә урынлаша. Шул ваҡытта Арҡайым ҡасабаһынан үҙҙәренә лә, Әсхәт улдарына ла ер участкаһы алып, бер юлы ике йорт һала. Тора-бара улдарының ғаиләһе ишәйә, бер-бер артлы өс ҡыҙҙары донъяға килә. Тик ҡатыны еңел тормош һайлап, ҡыҙҙарын атаһына ҡалдырып сығып китә.

Әсхәт Әхәт улы яңғыҙы, әлбиттә, ата-әсәһе ярҙамы менән 3 балаһын тәрбиәләп үҫтерә, өлкөн ҡыҙын кейәүгә биреп, бер ейәнсәргә ҡартатай булырға ла өлгөргән.

-Яңғыҙы үҙен таба алмай аҙапланған саҡтары ла күп булды, әммә бирешмәне. Себер тарафтарына китеп, аҡса эшләп ҡайтып, йортона төкөтмә һуҡты. Ҡыҙҙарын уҡытырға тырышты,--тип һөйләй яугирҙең әсәһе, күҙҙәренә йәш алып. 

Әсхәт Булатов 2023 йылдың октябрендә Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыу тураһында килешеү төҙөй.

Беренсе контракт ваҡыты үткәс яугир икенсегә контракт килешеүе төҙөп, аяғына алған яраһы төҙәлеп өлгөрмәһә лә 2024 йылдың ғинуарында тағы алғы һыҙыҡҡа юллана. Ҡыйыу яҡташыбыҙ 40463-сө хәрби часында өлкән стрелок булып хеҙмәт итә.

-Әсәй, мин ҡырға эшкә китәм. Имен-һау әйләнеп ҡайтырға тырышырмын, һин доғаларыңды уҡыр ултыр,--тине улым ҡыш көнө килеп инде лә.

-Ҡайтаһың инде, ҡайтмай ҡайҙа бараһың?—тигән булдым, ғәҙәттәгесә уны Себергә эшкә китә тип уйланым.

-Әллә, әллә, барыһы ла Аллаһ ҡулында,--тигән булды балаҡайым.

Әсхәт Әхәт улы 2024 йылдың 23 февралендә хәрби заданиены үтәгән ваҡытта батырҙарса һәләк булған. Ул һуңғы һулышына ҡәҙәр хәрби присягаға тоғро ҡала. Мәрхүм булғандан һуң “Батырлыҡ өсөн” ордены менән наградланған.

-Башта ҡот осҡос хәбәрҙе ишеткәс ышанманым. Бәләкәй улым уның табутын Алкинонан барып алып ҡайтты. Ҡала хакимиәте етәкселеге урын еренә еткереп ерләүен ойошторҙо. Әсхәтте һуңғы юлға оҙатыуға туғандар, яҡындар, улымдың дуҫтары, иптәштәре күп йыйылды. Хатта бала сағында Гайҙа бергә уҡыған класташтары килеп, уның хаҡында йылы хәтирәләре менән бүлеште. Рәхмәт барыһы өсөн дә. Ярар әле янымда ейән-ейәнсәрем, бүләсәрем бар, шуларға әүрәп онотолорға тырышам,--ти яугирҙең әсәһе Зәкирә Хисаметдин ҡыҙы.

Илебеҙ именлеге өсөн ғәзиз башын һалған Әсхәт Әхәт улы Булатовтың, башҡа яҡташ шаһит киткән ир-егеттәребеҙҙең ҡаһарманлығы ҡалабыҙ йылъяҙмаһына алтын хәрефтәр менән яҙылған. Улар һәр ваҡыт беҙҙең иҫтә, беҙҙең йөрәктәрҙә.

Гөлдәр Ҡадаева.

 

 

 

 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: