АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
18 Сентябрь , 15:05

Береһе—ут, береһе—һыу

Рәхимйән Тимерғәле улы менән Гөлнур Бүләкбай ҡыҙының йәшләй ҡорған ғаиләләренең ҡотон ебәрмәй, бергә яҡҡан усаҡтарын һүрелтмәй-һүндермәй, ҡайғыны ла, шатлыҡты ла бергә кисереп тормош һуҡмағынан типә-тиң атлауҙарына 53 йыл булып киткән. Ярты быуаттан ашыу ваҡытта улар бер-береһен яҡшы белеп бөткән, шуға күрә хәҙер бер ымдан, бер ҡараштан аңлашалар.

Береһе—ут, береһе—һыу
Береһе—ут, береһе—һыу

Оҙаҡ йылдар иңгә-иң терәшеп йәшәгән матур ғаиләләрҙән татыулыҡ серен һорашһаң, йыш ҡына: “Берең—ут булһа, икенсең һыу булырға кәрәк”,—тип яуап бирәләр. Баймаҡ районы Муллаҡай ауылында йәшәүсе Ҡаһармановтар ҙа нәҡ шундай фекерҙә.

Рәхимйән Тимерғәле улы менән Гөлнур Бүләкбай ҡыҙының йәшләй ҡорған ғаиләләренең ҡотон ебәрмәй, бергә яҡҡан усаҡтарын һүрелтмәй-һүндермәй, ҡайғыны ла, шатлыҡты ла бергә кисереп тормош һуҡмағынан типә-тиң атлауҙарына 53 йыл булып киткән. Ярты быуаттан ашыу ваҡытта улар бер-береһен яҡшы белеп бөткән, шуға күрә хәҙер бер ымдан, бер ҡараштан аңлашалар. Уларҙың йорттарына барып ингәндән, бер күҙ һирпеүҙән кемеһе—ут, кемеһе һыу булыуын самаларға була. Һүҙгә әүәҫ, ихлас, аралашыусан олатай янында баш ҡағып, тыныс ҡына йылмайып ултырған инәйҙе күреп, ысын башҡорт ғаиләһе тип уйларға була. Милләтебеҙҙә һәр саҡ ир-егет ғаилә башлығы булған, ул тәүге һәм һуңғы һүҙҙе әйткән, ҡатынын һәм балаларын хәстәрләгән, ҡурсыған, тәьмин иткән. Рәхимйән Тимерғәле улы ла ғүмер буйы колхоз баҫыуында эшләй, ҡатынын һәм балаларының ашлы итеү өсөн бар тырышлығын һала. Йәш сағында ул Юлдыбай һөнәрселек училищеһында тракторсы һөнәрен ала. Әрменән ҡайтҡас та колхозда эш башлай. Бер нисә йыл тракторсы булып эшләгәндән һуң, уға комбайнға ултырырға тәҡдим итәләр. Шулай итеп, көҙҙәрен ул иген урыуҙа ҡатнаша һәм һис тә алдынғы, тәжрибәле комбайнсыларҙан ҡалышмай. Ҡушылған йөкләмәне урын-еренә еткереп, оло намыҫ, ҙур яуаплылыҡ менән башҡара.Быны етәкселек юғары баһалап, “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” билгеһе тапшыра. Хатта бер йылы СК-3 комбайнында уңыш йыйыу миҙгелендә 7-8 мең центнер уңыш һуғып ала һәм колхозды 1-се урынға сығарып, чемпион исеме ала. Рәхимйән Тимерғәле улын тырыш хеҙмәте “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә тиклем алып килеп еткерә.
Йәш сағында Рәхимйән олатай йәмәғәт эшендә лә әүҙемлеге менән айырылып тора. ВЛКСМ ағзаһы булараҡ, Башҡортостандың өлкә комитетының Почет грамотаһы менән бүләкләнә. Ауылдағы художество үҙешмәкәрҙәр түңәрәгенә йөрөй, кисәләрҙә ҡатнашып ҡына ҡалмай, уларҙы ойоштороусы ла була. Баҫҡан ерендә ут сәсрәткән дәртле, әүҙем егет, бәлки, йәш саҡта күп ҡыҙҙарҙың йөрәген яндырғандыр инде, әммә ғүмерлек йәре итеп ипле, тыныс, һылыу, тегеү эшенә оҫта Гөлнурҙы һайлай һәм яңылышмай. Улар оҙаҡ йылдар тиң-тигеҙ йәшәп, 5 балаға—Фәнүргә, Ғәфүргә, Зөлфәргә, Гөлсиәгә һәм Ғәйсәргә ғүмер бирә. Бөгөн иһә Ҡаһармановтар 9 ейән-ейәнсәргә, 2 бүлә-бүләсәргә һөйөклө ҡартатай һәм өләсәй булып, бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Йәштәре ырап барыуға ҡарамаҫтан, баҡса үҫтерәләр, мал тоталар. Буш саҡтарында ярышып гәзит-журнал, китап уҡыйҙар. Бар хазинаны донъя тыныслығында, күңел байлығында, балалар һаулығында һәм татыулығында күргән Ҡаһармановтар үҙҙәрен бәхетле пар тип иҫәпләй.

 


Резеда УСМАНОВА.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: