АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
11 Сентябрь , 09:15

Атай улынан—халыҡ улынаса…

Уҡытыусылар ғаиләһендә тыуып, өс бала араһында иң бәләкәйе булған Азат 5-се класта уҡығанда атаһы уға машина рулен тоттора. Эргәһендә ултырған ағаһы ҡурҡышынан төшөп ҡала. Ә Азат оло ҡәнәғәтлек һәм етди йөҙ менән “Жигули”не йөрөтөп маташа. Шул мәлдә уға “техника ене” ҡағыла һәм бөгөнгәсә ул техникала “соҡона”. Эйе, бәлки, майға буялып, машина аҫтында ла ятмайҙыр, әммә ошо тәңгәлдә фән гранитын “кимерә”.

Атай улынан—халыҡ улынаса…
Атай улынан—халыҡ улынаса…

Азат Сәлимйән улы Вәлиевты Урал аръяғында яҡшы беләләр. Техник фәндәр кандидаты, педагогика фәндәре докторы, доцент, профессор яҡташыбыҙҙың дөйөм стажы 33 йыл, шуның 29-ын фәнгә, педагогикаға бағышлаған. Эшмәкәрлегенә күҙ һалһаҡ, ниндәй генә вазифа атҡармаған да, ниндәй генә темаларға фәнни эштәр яҙмаған! Бөйөк ғәмәлле кешенең аралашыуҙа ябай булып ҡалыуы, һауаланмауы, типә-тиң һөйләшеүе айырыуса маҡтаулы.
Ошо көндәрҙә Азат Сәлимйән улы үҙенең күркәм юбилейын—60 йәшен ҡаршы алды. Ошо уңайҙан беҙ уның
менән осрашып, бер аҙ әңгәмәләшеп алдыҡ.
—Азат Сәлимйән улы, ғүмер байрамығыҙҙы ниндәй кәйефтә ҡаршы алдығыҙ!
—Кәйеф өсөн һаулыҡ кәрәк тә, хеҙмәт кәрәк. Ә беҙҙең хеҙмәт өсөн студенттарҙың булыуы бик мөһим. Ә Сибай институтының технология факультетын йәштәр яратып һайлай. Йыл да беҙҙә уҡырға теләүселәр 200-ҙән кәм булмай. Тырышып уҡыр, яҡшы һөнәр алыр өсөн беҙҙә бөтә шарттар ҙа бар, лабораториялар, оҫтаханалар эшләп тора.
—Азат Сәлимйән улы, һеҙ үҙегеҙ һайлаған һөнәрҙе, әлеге эшегеҙҙе бик яратаһығыҙ, оло намыҫ менән
башҡараһығыҙ. Шунһыҙ һеҙ, моғайын, бөгөнгө кимәлгә килеп тә етмәгән булыр инегеҙ. Беҙ, редакция хеҙмәткәрҙәре, һеҙҙең атайығыҙҙы бик яҡшы беләбеҙ. Ул гәзитебеҙҙең уҡыусыһы ғына түгел, авторыбыҙ ҙа. Уның йөкмәткеле, фәһемле, тормошсан мәҡәләләре “Атайсал” биттәрен биҙәне. Әлбиттә, бындай атайҙа тәрбиә алыу тормошта бик ныҡ ярҙам иткәндер? Талапсан булдымы ул?
—Ата-әсәйем ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләне. Беҙҙе әпәүләп ултырырға ваҡыттары ла булманы.
Бер генә әйтәләр ҙә шуның менән бөттө, артабан һөҙөмтә көтәләр ине. Эшләмәй генә ҡара! Талапсан булдылар, айырыуса атайыбыҙ. Шөкөр, бөгөн дә иҫәндәр. Атайыбыҙ—90, әсәйебеҙ 89 йәшен тултырҙы.
—О, һеҙ бигерәк бәхетле юбиляр бит!
—Эйе, шөкөр. Ата-әсәйем бөгөн дә Темәс ауылында йәшәй. Атайым баҡса үҫтерергә ярата. Был һәләте миңә лә
бирелгәндер. Йәшелсә, емеш-еләк үҫтереү минең елкәлә, кәләшем Гүзәл сәскәләр баға. Атайыбыҙ әле лә беҙҙе
контролләп маташа ул. Беҙгә килеп инһә, иң беренсе баҡсаны ҡарап сыға. Бик теремектәр, ҡул ҡаушырып
ултырмайҙар. Быйыл Өфөлә йәшәүсе бүләсәрҙәре 1-се класҡа барғас, дәртләнешеп баш ҡалаға сығып
киттеләр. Бына шулай: балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең, бүлә-бүләсәрҙәренең ҡыуанысына һөйөнөп, уртаҡлашып, әле булһа беҙгә кәңәш биреп ғүмер итәләр. Мин һәр иртә иң тәүҙә атайыма шылтыратып алам.
Был минең ғәҙәт. Шылтыратыр, хәл белер, хәл белешер кешеләребеҙ булһын!
—Һеҙ тәүҙә Йылайыр техникумына барып, механизация йүнәлешендә белем алғанһығыҙ. Талапсан
уҡытыусы атайығыҙ бының менән нисек риза булды икән?
—Ағайым да, апайым да ата-әсәй юлынан китте. Ағайым педагогия институтын, апайым Башҡорт дәүләт университетының география факультетын тамамланы. Ә мин, техника “енен” ҡағылдырған кеше булараҡ, техникумға барҙым. Әммә барыбер ҙә уҡытыусылыҡтан тайпылдырманы яҙмышым. Техникумды тамамлағас
Силәбелә Ауыл хужалығын механизациялау һәм электрофикациялау институтында уҡыным. Өмөтбай
ауылында инженер-механик булып эшләп алғандан һуң, йәнә йәшлек ҡалама—Силәбегә юл алдым, аспирантурала уҡыным. Был ваҡытта ғаиләле инем инде, улыбыҙ Азамат та бар ине. 1994 йылда Силәбе агроинженерия университетында уҡыта башланым. Шулай итеп, миңә лә педагогика йүнәлешендә эш башларға тура килде. Ә 1998 йылдан Сибай институтындамын. Әлеге көндә технология факультеты деканымын.
—Ҡатынығыҙ менән ҡасан таныштығыҙ?
—Мин Йылайыр техникумында уҡығанда, Гүзәл Сибай педагогия училищеһында белем ала ине. Шул студент йылдарынан танышбыҙ. Икебеҙ ике яҡта—мин—Силәбелә, ул Өфөлә юғары белем алдыҡ. Аҙаҡ гел бергә булдыҡ. Мин аспирантурала уҡығанда, ул 10 айлыҡ бала менән артымдан барырға риза булды, институтта эшләп тә алды ул. Беҙ уның менән әле лә коллегалар. Бергә эшләгәс, уртаҡ тема күп, шуға өйгә ҡайтҡас та икәү “кәңәшмә үткәреп” алабыҙ. Гүзәл Хөсәйен ҡыҙы—педагогия фәндәре кандидаты, доцент.
—Балаларығыҙ хаҡында ла һөйләп үтһәгеҙ?
—Улыбыҙ Азамат Өфө техник нефть университетын тамамланы. СанктПетербург ҡалаһында “ТранснефтьБалтика” компанияһында бүлек начальнигы булып эшләне, әле Нефтеюганск тарафтарында идаралыҡ начальнигы. Арғаяштан Нәзирә исемле башҡорт ҡыҙын алып, матур йәшәйҙәр, тырышып эшләйҙәр. Наҙгөл ҡыҙыбыҙ ҙа ағаһы тамамлаған
9-сы лицейҙа уҡыны, алтын миҙалға бөттө. Рәсәй олимпиадаһында еңеүсе булараҡ, юғары уҡыу йортона алынды. Мәскәүҙә юғары иҡтисад институтында белем алды, әле проекттар буйынса менеджер булып эшләй.
Балаларыбыҙ үҙаллы, яуаплы.
—Иң ҙур теләгегеҙ?
—Донъялар тынысланһын ине! Яҡындарыбыҙ, таныштарыбыҙ махсус хәрби операцияла. Йәштәр китә, балалар атайһыҙ ҡала. Был мәшхәрҙең тиҙерәк туҡтауын теләйем.
—Кешелә һеҙ яратмаған сифат?
—Ярамһаҡланған кешеләрҙе өнәмәйем.
—Был донъяла иң ҡиммәтлеһе нимә?
—Һаулыҡ һәм ғаилә!
Бына ошондай күңелле нотала тамамланыҡ һөйләшеүҙе. Дан-шөһрәт көҫәмәгән, ябай, ихлас, тәрән фекерле, белемле, киң зиһенле, Сибай институтында технология факультетына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, заманға
ярашлы, хеҙмәт баҙарында оло һорау менән ҡулланылған һөнәрмәндәр әҙерләүсе, ил, халыҡ-ара кимәлдәге
фәнни журналдарҙа статьялары менән сығыш яһаусы ғалим, үҙ эшенә мөкиббән киткән, уны ихлас
башҡарған олуғ яҡташтарыбыҙҙың береһе Азат Сәлимйән улы Вәлиев бәләкәйҙән ҡулына алған рулде
бөгөн дә ныҡлы тотоп килә. Атай улынан халыҡ улына ҡәҙәр үҫкән. Тормош руле бушамаһын, ғалим! Һеҙгә ныҡлы
һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ!


Резеда Усманова.


Автор рөхсәтенән тыш, башҡа матбуғат баҫмалары сайтына алыу тыйыла!

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: