АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
10 Сентябрь , 20:30

БАТЫР ҮҪТЕРГӘН ӘСӘ

Яҙ айында Марсель ялға ҡайтҡанда уның ата-әсәһе йәшәгән йортҡа барып киткәйнек. Әле яугир тағы яраланған, госпиталдә дауалана. Ата-әсәһе уның янына барып, дауаланыу, ял итеү шарттары, туҡланыу яҡшы булыуына һөйөнөп ҡайтҡан. Егеткә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм ғаиләгә теүәллек, яҡындарына түҙемлек теләйбеҙ һәм мәҡәләне ҡабаттан бирәбеҙ.

БАТЫР ҮҪТЕРГӘН ӘСӘ
БАТЫР ҮҪТЕРГӘН ӘСӘ

Беҙ, журналистар, йылдар дауамында әллә күпме кеше менән танышабыҙ, аралашабыҙ, үҙ йөрәгебеҙ аша әллә күпме яҙмышты үткәрәбеҙ. Кемеһе менәндер бергә көйөнәбеҙ, кемеһенәлер һоҡланабыҙ, ҡушылып көләбеҙ, һөйләгәндәрен тыңлап илайбыҙ… Эйе, төрлө тәҡдирле кешеләр осрай. Әммә барыһын да иҫтә ҡалдырыу мөмкин түгел. Шулай ҙа, арыуыҡ йылдар үтеүгә ҡарамаҫтан, хәтерҙә ҡалғандары була. Бөгөн шуларҙың береһе хаҡында яҙмаҡсымын.

 

Сәғирә Илһам ҡыҙы Ғәбитова һәм уның ғаиләһе менән танышыуыма ике тиҫтәгә яҡын ғүмер үткәндер.
Баймаҡ районы Беренсе Этҡол ауылында ғаиләләр араһында ниндәйҙер конкурс бара ине. Шул саҡ фойела барған күргәҙмәлә бисерҙан төрлө гөлдәр һәм башҡа матур биҙәүестәр эшләүсе ҡыҙ Зөлмәрә үҙенә йәлеп итте. Оҫта
ҡуллы уҡыусы Әбделкәрим ауылынан булып сыҡты. Уның күҙ яуын алыр ҡул эштәрен ҡарап
торғанымда яныма ҡыҙҙың ата-әсәһе—Сәғирә һәм Фирғәт Ғәбитовтар килеп баҫты. Шул мәлдә мин уларҙың ғаиләһе
менән ныҡлап танышҡайным. Унан күп йылдар үтте. Зөлмәрә мәктәпте тамамлап, Өфөлә
сәнғәт институтында актриса һөнәрен алып, кейәүгә сығып, бөгөн 2 йәшлек улын үҫтерә. Ғәбитовтар үҙ ҡанаты
аҫтына алып, үҙ балаларындай һөйөп үҫтергән Марсель менән Азалия ла күптән үҫеп етте, һөнәр алды, эшкә төштө.
Әбделкәримгә юл төшкән һайын Ғәбитовтарҙы йә ауыл хакимиәтендә, йә мәктәптә, йә клубта күреп йөрөнөм.
Һуңғараҡ, интернетта социаль селтәрҙәр әүҙемләшеп киткәс, Сәғирә апайҙың битләүендә ул бешергән сәк-сәк, урама,
бәлештәрҙе, үҫтергән декоратив ағас-гөлдәрен күреп “аһ” иттем. Даими ҡыҙыҡһынып барҙым. Уның постарынан,
ҡуйған фотоһүрәттәренән шул тиклем тормошто, ғаиләһен, балаларын яратҡан,яҡындарын бәхетле итеү өсөн барыһын эшләргә әҙер булған матур ғаилә икәненә тағы бер ҡат шаһит булдым.
Быйыл йәнә Әбделкәримгә юл төшәсәген белгәс, Ғәбитовтарға барып, улар үҫтергән лимон, мандарин,
гранат һәм башҡаһын үҙ күҙем менән күреү теләге уянды. Ниәтемде еткергәс, ғаиләләре тулҡынландырғыс мәл кисереүенә ҡарамаҫтан, улар мине ҡабул итергә ризалашты.
Йылмайып, үҙ ҡыҙҙарындай күреп һөйөп ҡаршы алдылар. Сәғирә апай ҡыҙы Азалия менән аш бүлмәһендә ифтарға
әҙерләнеп, тәмлекәстәр бешерә ине. Артымса, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, мәктәптә балаларға тарих фәненән белем биргән Фирғәт Сәхиулла улы ҡайтып инде. Уны ҡыҙы йүгереп барып ҡаршыланы, ҡулындағы партфелен алып бүлмәһенә ҡуйҙы. Ҡарап тороуға күңелле күренеш: бер-береһен ихтирам иткән, яратҡан, ҡәҙерләгән
ғаилә. Йортта йәм, ҡот, матурлыҡ. Тик шатлыҡ янында һағышы ла бар ине шул. Ни өсөн тигәндә, улдары Марсель ҡаты яраланып, махсус операция яланынан ялға ҡайтҡан.
Сәғирә Илһам ҡыҙы менән күпме генә гөлдәр, декоратив ағастар хаҡында һөйләшеп ҡараһаҡ та әңгәмәбеҙ ил яҙмышына, Марсель хәленә бара ла тоташа ине. Эйе, бөгөн Ғәбитовтар хәлен үҙ яҡынын яу яланына оҙатҡан кеше генә аңлайҙыр. Тыңғыһыҙ көндәр, йоҡоһоҙ төндәр, тәүлек дауамында телефон ҡосаҡлап, шылтыратыу көтөп ултырыуҙар Сәғирә апайҙың яратҡан шөғөлөндә лә сағылыш тапмай ҡалмаған. Ут йотоп ултырған мәлдә ҡулға эш барамы инде ул?! Шулай ҙа мурайя, ананас, гранат, лимон, банан, мандарин, төрлө сортлы борос, помидор, ривина, бүлмә сейәһе үҫтерә ул.
—55 йәшем тулыу менән пенсияға китәм, тигән һүҙем бар ине, ысынлап, йәш тулыу менән хаҡлы ялға киттем һәм
яратҡан шөғөлөмә ныҡлап тотондом. Минең декоратив үҫемлектәр яратҡанымды яҡшы белгәс, ҡыҙҙарым ҡайҙа,
ниндәй орлоҡ осраталар алып ҡайтып бирәләр. Элек ирекле һатыуҙа улай күренмәй ине.
Шуға почта аша Мәскәүҙән яҙҙырып ала инем. Оҙаҡ ҡына Украинала йәшәүсе бер баҡсасы менән яҙыштыҡ,
ул—миңә, мин уға борос сорттарын ебәрешә инек. Әлеге хәлдәрҙән һуң, аралар өҙөлдө. Унан алып, үҙем табып йәмғеһе 16 сорт борос үҫтерҙем. Өлгөргәс уларҙы кофемолкала ваҡлап алдым, әле лә уларҙы аш-һыу бешергәндә ҡулланам. Еҫе шул тиклем һәйбәт,—тип Сәғирә Илһам ҡыҙы ваҡ-ваҡ банкаларға тултырылған боростарҙы күрһәтте.
—Был мурайя, паслен тигәндәрегеҙҙе ла ашайһығыҙмы? Тәмлеме ул?—тип ваҡ ҡына ҡыҙғылт, ҡыҙғылтһары емешле декоратив ағасгөлдәр янына баҫтым.
—Юҡ, мин быларҙың барыһын да матурлыҡ өсөн үҫтерәм. Уларға ҡарап йыуанам, бәпәйҙәрҙе баҡҡан кеүек бағам.
Мин дә декоратив үҫемлектәр тағы ла күберәк ине ул. Ошо залда аяҡ баҫыр урында булманы бер мәл, хатта ул йылда ҡунаҡ саҡыра алманыҡ,—тип көлә Сәғирә апай.—Ҡайһы берәүҙәренән ялҡтым. Мәҫәлән, лаврҙы башҡа үҫтермәйем. Ҡайһы берәүҙәренә һыуыҡ тейҙерҙем. Зөлмәрәм бәпәй тапҡас, янында булайыҡ тип, Өфөлә йәшәп алғайныҡ. Шул
саҡ газ торбабыҙ эшләмәй тороп, өй һыуып киткән ине.
Мөмкин тиклем һаҡлап ҡалырға тырыштым. Әле көндәр йылыу менән барыһын да ишек алдына сығарам. Ағайығыҙ эшләгән ғәпхана (беседка) тирәләп төрлө сорт ҡыярҙар үҫтереп, ошо декоратив ағастарымды ултыртып ҡуям. Әле бәләкәй миләүшәләр (мини-фиалкалар) менән мауыға башланым…
Хужабикәләр беләлер, ҡайһы саҡ күпме генә тырышһаң да ябай гөлдө лә үҫтереп булмай. Моғайын, ҡайһы бер кешеләрҙең икмәге гел күпереп уңған кеүек гөлсәскәләр ҙә айырым кеше ҡулында ғына үҫәлер. Сәғирә Илһам ҡыҙы ла шул “тылсымлы ҡуллылар” рәтендә. Декоратив үҫемлек үҫтереүенең серен дә һораштыҡ, әлбиттә.
—Шәкәрле һыу менән туҡландырам. Айына бер сүпрәле һыу бирәм. Боростарға—һыра, мурайя менән лимонға араҡы ла ҡойоп ебәрәм,—ти хужабикә.
—Беҙ шул гөлдәргә тип араҡы алһаҡ, бесәйгә тип колбаса алабыҙ. Үҙебеҙгә улар кәрәкмәй,—тип шаяртып һүҙгә
ҡушылды Фирғәт Сәхиулла улы.
Ғаилә хужаһы шаяртһа ла, ысынлап та, был ғаилә алама ғәҙәттәрҙән ары йөрөй. Бөгөн улар бергәләшеп ураҙа тота, бар теләк-доғаларында илгә тыныслыҡ һорай.
—Улыбыҙҙың күҙе насар күреү сәбәпле, армияға бара алмағайны. Бөтә дуҫтары әрмелә йөрөп ҡайтҡас, үрһәләнә ине. Уҙған йыл аҙағы беҙгә әйтмәй генә килешеү төҙөгән. Был хәбәрҙе мин Өфөлә ейәнем янында саҡта ишеттем. Шаңҡыным, шунда уҡ такси саҡыртып ҡайтып индем. Улыбыҙҙың бер ниндәй мохтажлығы юҡ. Себерҙә “Газпром” йәмғиәтендә аҡсалы ерҙә эшләп йөрөнө. Әммә шул хәрби хеҙмәт үтеү теләге үҙенә тынғылыҡ бирмәгән. Бер нисек тә ҡаршы тора алманыҡ. 2023 йылдың декабрендә оҙатҡайныҡ, штурмовик булып яуға инде, февралдә яраланды. Бер ай госпиталдә ятты. Ирекмәндәр һәйбәт эшләй, кәрәк кейемен, ризығын алып барып ҡына торҙолар.
Улыбыҙ алғы һыҙыҡҡа инеүен белгәс тә ҡорбан салдыҡ, туғандарҙы, яҡындарҙы йыйҙыҡ. Рамаҙан айы башланыу менән бергәләшеп ураҙа тота башланыҡ. Бар теләгебеҙ Марсель иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын, илебеҙгә тыныслыҡ килһен,—ти күҙ йәштәрен тыя алмай Сәғирә Илһам ҡыҙы.
Әлбиттә, беҙ ҙә ошо теләктә. Ир-егеттәребеҙ именһау һәм теүәл генә тыуған ҡайтарына тиҙерәк ҡайтһын
ине. Һәммәбеҙгә лә тыныс күк йөҙө аҫтында гөл-сәскәләр, балалар үҫтереп ҡыуанып йәшәргә яҙһын!


Резеда Усманова.

Автор һәм редакция рөхсәтенән тыш, мәҡәләне башҡа сайт һәм социаль селтәрҙәргә таратыу тыйыла.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: