Фәрзәнә бала саҡтан тиҫтерҙәренән тырышлығы, сослоғо, әүҙемлеге менән айырылып тора. Мәктәптә уҡыған йылдарында һәр сараның уртаһында ҡайнай, алып барыусы, ойоштороусы, сценарий яҙыусы нәҡ ул була. Районда үткәрелгән “Аҡйондоҙ менән Аҡъегет”, “Һылыуҡай” конкурстарнында еңеүҙәр яулай. Ниндәй генә теләк белдерһә лә, әсәһе Әҡлимә Зәйнулла ҡыҙы, атаһы Мирза Сәфиулла улы ҡаршы төшмәй. Киреһенсә, һәр башланғысын хуплап, яңы йүнәлештә ҡыҙҙарына үҙен һынап ҡарарға мөмкинлек биреп кенә тора.
--Бәләкәйҙән һәр төрлө фильмдар ҡарарға яраттым. Оскар премияһы кемгә тапшырылыуын бер дәфтәргә яҙып бара инем. Бала саҡтан кинолар менән ҡыҙыҡһыныуым юҡҡа булмағандыр. Актриса булырға хыялланғайным. Хатта экран йондоҙҙарының фотоларынан коллекция йыя торғайным. Бөтә донъяның һушын алған актрисаларға ҡарап һоҡландым. Бәлки, улар кеүек бөтә донъяға билдәле булып киткем дә килгәндер. Әлбиттә, хәҙер дан һәм шөһрәт ҡыҙыҡтыра тип һис кенә лә әйтә алмайым. Бөгөн берҙән-бер теләгем–халҡым өсөн яҡшы кино төшөрөү,--ти Фәрзәнә.
Мәктәпте тамамлағас, тырыш ҡыҙ бөтөнләй башҡаса йүнәлештә уҡый. Сибайҙа типографияла дизайнер булып эшләп ала. Унан фотоаппарат һатып алып, фотолар, видеолар төшөрөү менән мауығып китә. Өфөгә күсеп барғас, “Шоңҡар” журналында биҙәүсе булып эшләп ала. Редакцияға бер көнө йәш режиссер Айнур Асҡаров интервьюға килә. Уның менән аралашҡанда Фәрзәнәнең бала саҡ хыялы кире тоҡанып китә. Айнур ойошторған оҫталыҡ дәрестәренә йөрөй башлағас, кино төшөрөп ҡарарға теләгәнен аңлай. Тәүҙә “Е7емедиа” өсөн клиптар әҙерләй, тәжрибә туплай.
--Бер мәл “Көмөш Аҡбуҙат” халыҡ-ара кинофестивале сиктәрендә питчинг үткәрелгәнен һәм еңеүселәргә бүләктәр вәғәҙәләнгәнен ишеттем. “Ҡайтыу” тип аталған сценарийымды яҙҙым һәм унда ҡатнашып ҡарарға булдым. Һөҙөмтәлә питчингта призлы урын яуланым. “Башҡортостан” киностудияһы сценарийым буйынса фильм төшөрөргә үҙ ризалығын бирҙе. Әлбиттә, сценарий өҫтөндә байтаҡ йоҡоһоҙ төндәр йонсорға тура килде. Ҡабат-ҡабат яҙаһың, һыҙаһың, төҙәтәһең. Исеме лә шул ваҡыт “Ҡырағай” тип үҙгәртелде. Фильмды 2016 йылда төшөрөп һәм декабрь аҙағында премьера тәҡдим ителде,--ти Фәрзәнә.
“Ҡырағай” фильмының бағыусыһы булған “Медстандарт” йәмғиәте директоры Азамат Байтимеров йәш режиссерға үтенес-тәҡдимен еткерә. Медицина форумына әҙерлек сиктәрендә, ошо өлкәгә ҡағылышлы берәй фильм әҙерләүен һорай. Шулай итеп, Фәрзәнәнең икенсе киноһы “тыуа”. Ул рус телендәге ҡыҫҡа метражлы фильм--“Мой лечащий враг”.
Яҡташыбыҙҙы күберәк драма жанры йәлеп итә. Тәүге фильмында әсә мөхәббәте хаҡында һөйләнелһә, икенсеһендә ата һәм ҡыҙ мөнәсәбәте. Ә быйыл сығарылған “Нигеҙ” фильмы иһә мәңгелек һорауҙарҙың береһен—тыуған ер, тыуған нигеҙ темаһын күтәргән. Бында шулай уҡ ата һәм ул проблемаһы сағыла.
--“Росмолодежь. Гранты” программаһында ҡатнашып, еңеү яуланым. Грант һәм инвестор Илнур Утарбаев ярҙамында Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһында “Нигеҙ” фильмын әҙерләнек. Сценарий авторы һәм режиссер үҙем. Фильм Күгәрсен районы Түләбай ауылында төшөрөлдө. Төп ролдәрҙе А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актеры, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Риф Сәйфуллин һәм Стрәлетамаҡ театрынан Рәсил Сынбулатов ашҡара. Әйткәндәй, «Нигеҙ» фильмы менән XVII Чебоксар халыҡ-ара кинофестивалендә ҡатнашып, «Тамашасы һөйөүе» номинацияһында еңеү яуларға өлгөрҙөк,--ти Фәрзәнә.
“Нигеҙ” фильмы июнь башынан республика халҡына күрһәтелә башланы. Тәүҙә Күгәрсен районы халҡы ҡараны, унан Сибайҙа “Атмосфера” киотеатрында күрһәтелде. Әйтергә кәрәк: фильм шәп. Ҡыҫҡа ғына булһа ла үҙ эсенә тәрән мәғәнә алған. Актерҙарҙың оҫта уйнауы, режиссер тарафынан һәр деталдең ныҡлап уйланылыуы күҙгә ташланды. Бик тетрәндергес, тормошсан фильмды тамашасылар оҡшатты. Фәрзәнә Утарбаева яҡташтарына “Нигеҙ”ҙе август айҙарында йәнә Сибайға алып килергә вәғәҙә бирҙе. Мотлаҡ барып күрергә кәңәш итәбеҙ.
Йәш режиссер әле яңы идеялар менән яна. Башҡорт фильмдарын күберәк төшөрөргә, ҡыҫҡа метражлыларҙан тулы метражлыға күсергә, башҡорт киностудияһын үҫтерергә теләй. Беҙ иһә Фәрзәнәгә ҡарап һоҡланабыҙ һәм ихлас күңелдән хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ!
Резеда Усманова.