Хеҙмәт юлын ауыл хужалығы производствоһын үҫтереүгә арнаған, намыҫлы хеҙмәте өсөн абруй ҡаҙанған, бер ҡасан да тынғылыҡ белмәгән Фәйзрахман Егетбай улы хаҡлы ялда ла ҡул ҡаушырып ултырмай. Ауылды төҙөкләндереү эштәрендә әүҙем ҡатнашыуҙы, тыуған төйәгенең тәбиғәтен хәстәрләүҙе ул үҙенең күңел талабы буйынса атҡара. Һәм бөгөн дә ул ошо маҡсатына тоғро ҡала.
2017 йылда тап Фәйзрахман Усмановтың инициативаһы менән беҙҙең төбәктә “Таҙа Һаҡмар” экологик акцияһы ойошторолғайны. Райондың төп һыу артерияһы булған Һаҡмар йылғаһының йылдан-йыл һайыға барыуы, тәбиғәтенең аяныслы яҙмышы әүҙем йәмәғәтсене ныҡ борсоуға һала һәм ул төбәк, республика матбуғатында ошоға бәйле үҙенең уй-фекерҙәре менән сығыш яһай, проблеманы хәл итеү өсөн бөтөн йәмәғәтселеккә мөрәжәғәт итә. Һөҙөмтәлә Әбйәлил районынан һулыш алған йылғаны һаҡлап ҡалыу өсөн “Таҙа Һаҡмар” акцияһы иғлан ителә. Ул ваҡытта Әбйәлил һәм Баймаҡ райондары сигендә ошо төбәктәрҙең хакимиәт башлыҡтары һәм әүҙем йәмәғәтселәре ҡатнашлығында ҙур сара ойошторолоп, акция старт алғайны. Йылға буйында урынлашҡан һәр ауыл халҡы уға ҡушылып, Һаҡмарҙы таҙартыу буйынса ҙур эш атҡарып сыҡты. Акция Ырымбур өлкәһендә тамамланды.
Ошо инициативаһы өсөн Фәйзрахман Егетбай улын 2018 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы “Йыл кешеһе” номинацияһында бүләкләне. 2019 йылда иһә әүҙем йәмәғәтсе Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыу уңайынан булдырылған миҙалға лайыҡ булды.
Бынан бер нисә йыл элек ул социаль селтәрҙәрҙә тәбиғәтте һаҡлау буйынса халыҡҡа мөрәжәғәт иткәйне. “Йылдан-йыл тәбиғәтебеҙҙең бөтөүгә табан барыуына шул
тиклем эсем боша,–тигәйне Фәйзрахман Усманов.–Йылғалар кибә, урман һирәгәйә, йәнлектәр ҡырыла, әммә халыҡ уйланмай. Тәбиғәттә барған алама үҙгәрештәр–ул беҙҙең тәрбиәһеҙлеккә юғары көстөң яуабы. Оло булһам да, нисә йыл
инде йылға буйҙарын, урман ситтәрен таҙалау менән мәшғүлмен. Миңә дан да, шөһрәт тә кәрәкмәй. Саф һауа, таҙа йылға, таҙа урман кәрәк! Шуның өсөн, әйҙәгеҙ, йылғабыҙҙы таҙалайыҡ әле. Юғиһә бит Һаҡмар тауыҡ кисмәле генә булып ҡалды. Берегеҙгә лә бер нәмә лә кәрәкмәйме ни? Йөрәгегеҙ һыҙламаймы? Был мөрәжәғәтем барса республика халҡына. Зинһар, урман-ҡырҙарҙы, йылға-күлдәрҙе ҡыйламайыҡ, таҙалайыҡ, балаларға өлгө күрһәтәйек! Отчет өсөн түгел, намыҫ менән киләсәк быуын өсөн эшләйек!
Йыл да “Йәшел Башҡортостан” акцияһына ҡушылып ағастар ултыртҡан булабыҙ. Уны тейешенсә тәрбиәләмәгәс, ағас ултыртыуҙан ни фәтүә? Ҡоролоҡ йылдарында
һыу ҡойоу ойошторолмағас, күпме үҫенте әрәм булды!
Ағас ултыртыу–бик тә изге эш, ул һәр кемдең мөҡәддәс бурысы. Үҙебеҙҙең баҡсаға, картуфлыҡҡа булһа ла ағас ултыртайыҡ. Йылға буйҙарына ағас ултыртайыҡ, юғиһә улар йолҡош тауыҡҡа оҡшап ҡалды. Уйланайыҡ, тәбиғәтте һаҡлайыҡ!”
Фәйзрахман Егетбай улы һәр һүҙен, фекерен ныҡышмалы һәм изге эше менән нығыта бара. Тыуған төйәген ҡый-һайҙан таҙартып ҡына ҡалмай, был эшкә ғаилә ағзаларын да, ейән-ейәнсәрҙәрен дә йәлеп итә, бының менән тәрбиәүи сара ла алып бара.
2021 йылдың майында арҙаҡлы уҙаман Сыңғыҙ ауылында тау битләүен кәртәләп ала. Төҙөлөш материалдары менән күрше Буранбай ауылынан Нурфәиз Нәүширбанов (сөйөнә тиклем бирә), Сыңғыҙҙан Рәфҡәт Уразбаев ярҙам итһә, кәртәләүҙе улдары, кейәүҙәре үҙ иңенә ала. Унда 500 төп ҡарағай, ҡайын, алма, миләш һәм башҡа ағастар ултыртыла, даими рәүештә һыу ҡойоу ойошторола. Шулай
итеп, “Йәнтөйәк” аллеяһы барлыҡҡа килә. Быйыл унда өҫтәп тағы ла 600 төп ағас ултыртылған.
Һуңғы йылдарҙа районыбыҙ ауылдарында аллеялар булдырып, ағастар ултыртҡан, уларҙы даими тәрбиәләп тотҡан ғаиләләрҙең арта барыуы ҡыуаныслы күренеш. Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының “Сылтыр шишмә” акцияһына ҡушылыусылар һаны ла күбәйә бара.
Нисек кенә булмаһын, беҙ тәбиғәтебеҙ тураһында һәр ваҡыт хәстәрлек күрергә, уны киләсәк быуынға имен-аман тапшырырға бурыслыбыҙ. Был тәңгәлдә Сыңғыҙҙан Фәйзрахман Усманов атҡарған изге башланғыстар һәр кемебеҙ өсөн үрнәк булып тора.
Азамат Мөхәмәтшин.