Билдәле булыуынса, халыҡ телендә йөрөтөлгән Сибай сәсән, йәғни Шәйәхмәт Сибаев 1822 йылда Иҫке Сибай ауылында тыуа. 1843 йылдың июлендә Шәйәхмәт Сибаевты 7-се кантон писары итеп тәғәйенләйҙәр. Егет 7-се кантон башлығы Ҡотләхмәт Биксуриндың ҡыҙы Фатимаға ғашиҡ була. Писарының ҡыҙы менән сыуалыуын өнәмәгән Ҡотләхмәт кантон унан нисек тә булһа ҡотолоу юлдарын эҙләй һәм уны ситкә ебәрергә тырыша. Шул сәбәпле 1853 йылдың майында Шәйәхмәт Сибаев, тыуған ерҙәренән, һөйгәненән айырылып, Һырдарья тарафтарына юллана. Шәйәхмәт Сибаев ауылдаштары менән хушлашҡан сағында, артабан халыҡ йырына әүерелгән “Сибай” йырын башҡара.
Йор һүҙле, шиғри күңелле кантонды халыҡ Сибай сәсән тип ололаһа, бөгөн уның бишенсе быуын вариҫтарының береһе Сибай Утарбаевты ла ауылдаштары сәсән телле шағир, тыуған ере өсөн бихисап эштәр башҡарған эшҡыуар, өлгөлө ғаилә башлығы, Иҫке Сибай ауылының Ирҙәр ҡоро рәйесе, Иҫке Сибай мәктәбенең Атайҙар ҡоро рәйесе, ауылдың “Атайсал” хоккей командаһының алыштырғыһыҙ капитаны булараҡ ихтирам итә. Ауылда үткән төрлө мәҙәни саралар, байрам-концерттар булһынмы--һәр береһендә үҙенең яҙған шиғырҙарын ҡулланып, бик ҡыҙыҡлы сценарий яҙып, алып барыусы ла үҙе була, кәрәк икән бағыусы булараҡ та ярҙам күрһәтә. Әйткәндәй, Сибай Сәмиғулла улы 5 дана “Атайсал” гәзитенен үҙенең туғандарына яҙҙырып та ҡуйҙы.
Сибай Сәмиғулла улы Дамира менән Сәмиғулла Утарбаевтарҙың ишле ғаиләһендә унынсы балаһы булып донъяға килә. Кинйә балаға Сибай сәсән хөрмәтенә Сибай тип исем ҡушалар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер йәше тулып та өлгөрмәй, фажиғәле рәүештә атаһы вафат була. Ул күберәк ағалары тәрбиәһендә үҫә, оло ағаһы атай ролен дә үтәй. Үҙенә уҡыу эләкмәгәнгә күрәлер, әсәһе балаларының белем алыуына күп көс түгә һәм бәләкәйҙән уларҙа китапҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләй, белемле һәм һөнәрле булыуҙың тормошта ни тиклем кәрәкле булыуы хаҡында йыш телгә ала. Шуға күрә был ғаиләлә барыһы ла юғары белем эстәүгә, үҙҙәренә оҡшаған һөнәр алыуға бала саҡтан маҡсат ала һәм шуға ирешә лә. Ағай-апайҙарынан күреп, Сибай Сәмиғулла улы беренсе класҡа барғанса, “Әлифба”ның бөтә хәрефтәрен танып, уҡырға өйрәнеп тә ҡуя. Мәктәп йылдарында яҡшы уҡый, уның бәләкәйҙән шиғыр яҙыуға, тиҙ генә ниндәйҙер хәл-күренешкә кинәйәләп, йор һәм һутлы итеп әйтеп ҡуйыуы йә иһә шиғыр сығарыуын уҡытыусылар тиҙ генә күреп ҡала. Әммә бала саҡтан ғаилә ҡараған, уны бар яҡлап хәстәрләгән ир-ат, атай кеше йортта төп хужа булырға тейеш тигән фекерҙе һеңдереп үҫкәнгәме, әҙәбиәт һәм ижад күңеленә ни тиклем яҡын булһа ла, ирҙәргә хас һөнәр алыу теләге менән Магнитогорск ҡалаһына уҡырға бара. Төҙөүсе булырға теләгән егет артабан Сибай институтының иҡтисад бүлеген дә тамамлап ҡуя.
Ошо уҡ ауыл ҡыҙы Резеда Ирек ҡыҙы менән йәшләй генә ғаилә ҡора. Әйткәндәй, быйыл уларҙың бергә йәшәүенә 30 йыл тула. Тормоштарын йәмләп бер-бер артлы дүрт балалары үҫә. Атанан күргән--уҡ юнған, тигәндәй, төҙөлөш өлкәһендә үҙ эшен асҡан аталарынан күрепме, улдары ошо өлкәлә һөнәр һайлаған. Өлкән улдары Илнар юғары белемле белгес, әле атаһының эшен дауам итеп, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә--төҙөлөш эштәре өлкәһендә эшләй. Икенсе улдары Динар ҙа алыҫ Себер тарафтарында прораб, икеһе лә өйләнгән. Ҡыҙҙары Ғәлиә менән Гөлшат--Иҫке Сибай урта мәктәбендә белем ала, уҡыу алдынғылары, һүрәт төшөрөргә яраталар. Гөлшат атаһы кеүек үк шиғырҙар яҙа, матур йырлай ҙа. Ҡыш көнө Гөлшат "Салауат Юлаев" хоккей командаһы иғлан иткән "Минең хоккей командам" һүрәттәр конкурсында еңеүселәр рәтенә инеп, ата-әсәләренә Салауат Юлаев командыһының "Өфө-Арена"ла үткән уйынына билеттар бүләк иткән.
—Улдарым күптән инде үҙаллы, беҙҙең статусты күтәреп тә ебәрҙеләр, ҡәйнә һәм ҡайны иттеләр,—ти Сибай Сәмиғулла улы.—Ә ҡыҙҙарым--тормошомдо нурлы иткән наҙлыҡайҙарым. Үҙем атайһыҙ үҫкәнгәме, балаларымды бәләкәйҙән ҡурсалап, яҡлап ҡына үҫтерәм. Улдарыма бер аҙ ҡатыраҡ та булғанмындыр, буласаҡ ғаилә башлыҡтарына шулай ҙа кәрәктер, әммә ҡыҙҙарыма айырыуса оло һөйөү, наҙ менән ҡарайым. Ҡатыным әйтмешләй, иркәләтеп тә ебәрәм. Яратылып үҫкән бала тормошта юғалып ҡалмай, ул һәр саҡ үҙен ҡурсаулы тота, яҡлаусыһы барлығын тойоп үҫә.
Сибай Утарбаев бер нисә йыл дауамында ауылдың Ирҙәр ҡорон һәм мәктәптең Атайҙар ҡорон бик уңышлы етәкләй һәм йәмәғәт тормошонда ғәйәт ҙур эштәр алып бара. 2019 йылдан алып ауыл советы депутаты булып тора, дүрт йыл Иҫке Сибай ауыл биләмәһе башлығы була. Ҡатыны Резеда Ирек ҡыҙының да үҙенең шәхси эше бар, банкет залында төрлө байрам, туй, юбилейҙар ойоштороу менән шөғөлләнә.
Ата-олатайҙар нигеҙен һыуытмау маҡсатында Сибай Сәмиғулла улы Сибай сәсәндең нигеҙенә өр-яңынан йорт төҙөп ултыртҡан. Бөгөн был йорт тотош Утарбаевтарҙың изге нигеҙе, туғандарының йыйылыр урыны һәм бала саҡ хәтирәһе лә.
Бөркөттәр оя ташламай, тигәндәй үҙ ауылына, ата нигеҙенә хыянат итмәй, бәхетен ситтән эҙләмәй, ә уны үҙенең атайсалында тапҡан, матур һәм өлгөлө ғаилә ҡороп, ишле балалар тәрбиәләп, ауылдаштарына бар яҡлап ярҙам ҡулы һуҙған, кәрәк саҡта үҙенең сәсән телле шиғырҙары менән ауыл халҡын ҡыуандырған, матур эштәре менән һөйөндәргән Сибай Сәмиғулла улына артабан да уңыштар теләйбеҙ.
Кәримә Усманова.
Һүрәттә: Сибай Утарбаев.