Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
2 Сентябрь , 10:40

ҠОМАРТҠЫ СЫНАЯҠ

Ә бына Баймаҡ районының Байым ауылында йәшәүсе, 86 йәше менән барған абруйлы инәйебеҙ Хәмдиә Хажиәхмәт ҡыҙы Бикмөхәмәтоала үҙенсәлекле тарихлы ҡомартҡы сынаяҡ бар.

ҠОМАРТҠЫ СЫНАЯҠ
ҠОМАРТҠЫ СЫНАЯҠ


Кешенең күҙ ҡараһындай итеп ҡәҙерләп кенә ғүмер буйы һаҡлаған нимәһелер була. Үҙенән - балаһына, балаһынан ейәненә, ейәндән - уның балаһына ҡалдырылып, һаҡлана был ҡомартҡылар. Ҡомартҡылар музейҙарҙа күпләп туплана һәм һаҡлана. Ундағы ҡомартҡылар илдә булып үткән тарихи ваҡиғаларға, ил халҡының тормош - көнкүрешенә, кәсеп - һөнәренә, кейем - һалымына, төрлө дәүер - заманналарға бәйле булған ғөрөф - йолалар һәм башҡа бик күп мәлдәр - хәлдәрҙе сағылдыра.
Бынан тыш ҡомартҡылар, ғәҙәттә, бер ғаилә сиктәрендә лә һаҡланып атанан - ир балаға, әсәйҙән - ҡыҙ балаға тапшырыла килә.
Ә бына Баймаҡ районының Байым ауылында йәшәүсе, 86 йәше менән барған абруйлы инәйебеҙ Хәмдиә Хажиәхмәт ҡыҙы Бикмөхәмәтоала үҙенсәлекле тарихлы ҡомартҡы сынаяҡ бар. Бер пар сынаяҡты Хәмдиәгә ҡайныһы (тәүге ире Хәлитов Әхмәттең (хәҙер вафат) атаһы) Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, бик күп хәрби наградаларға лайыҡ булған яугир Яҡуп Әбүзәр улы Хәлитов бүләк иткән. Ә ҡомартҡы сынаяҡтың тарихы былай.


Хәмдиә Мәүғиҙә һәм Хажиәхмәт Ғәббәсовтарҙың күмәк балалы ғаиләһендә тыуып үҫә. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышында баш һала. Ул саҡтағы атайһыҙ ҡалған бик күп үҫмерҙәр кеүек ауырлыҡ - юҡсыллыҡтарҙы кисереп үҫә Хәмдиә. Әсәһе лә ауырып үлеп ҡала. Хәмдиә апаәҙары, ағайҙары ҡарамағында ҡала. Башланғыс мәктәпте генә тамамлай. Колхоз эштәренәдә ҡатнаша, үҫә төшкәс, һауынсы булып эшләй. Буй еткергән егәрле, һөймәлекле ҡыҙ ун һигеҙ йәше менән барғанда, Ишей ауылының сибәр егете Хәлитов Әхмәтте бер иптәш егете Ниғәмәт ауылына алып ҡайта. Киске уйында танышалар йәштәр. Шаярып, мәрәкәләшеп һөйләшәләр. Хәмдиә лә тик тормай, йәшлек саҡ бит:
- Алыусыһы булһа ни, мин дә китер инем кейәүгә, һыйыр араһында йөрөгәнсә. Алыусыһы ғына юҡ, - тип көлә. Әхмәт:
- Миңә сығыр инеңме? - ти ҡыйыуһыҙ ғына.
- Аһ - аһ, алһаң ни барам, ништәп бармай, ти - ти ҙә ҡуя Хәмдиә, - төҫкә лә нишауа күренәһең. Күп тә тормай, Әхмәт Хәмдиәне һоратып килә. Йәштәр үҙ - ара һөйләшеп - килешкәндәр, тип, атай - әсәйһеҙ Хәмдиәне апайҙары, туғандары туй үткәреп, Ишей ауылына оҙатып ебәрәләр.
Ун һигеҙ йәшлек Хәмдиә күмәк балалы ғаиләгә килен булып төшә. Ә Әхмәтте көҙгөһөн Йылайыр районына тракторсылар курсына уҡырға ебәрәләр. Һөйләшеү ҡыҫҡа була:
- Ебәрәңме? Һин риза булһаң, барайым.
- Уҡығың килгәс ни, әйҙә, бар.


Хәмдиә апай һөйләй:
- Аҙнаһына бер ҡайта, ямғыр, буран булһа, ҡайта алмайҙар. Ҡәйнәм дә ауырыу ғына ине, ҡайным да нығынып ауырый башлағайны ул саҡта. Уға гел ҡоймаҡ ҡойоп ашата торғайным. Иҫке генә Ҡөръән китабы бар ине, шуны ҡулынан төшөрмәне.

(Ул Ҡөръән китабын Яҡуп Хәлитовтың атаһы Әбүзәр Сиражетдин улы Хәлитов мәғрифәтсе шағир Мифтахетдин Аҡм-улланан алып ҡалған. Китап әле лә бар, Ишейҙә Хәлитовтарҙа һаҡлана. Был Ҡөръән тураһында ла мин яҙҙым.--автор)


- Малды эшкингәнерәктәре менән беҙ ҡарайбыҙ. Утын, бесән, һыу - ауылда шул бит инде.Тамаҡтарына бешерәм, икмәк һалам, керҙәрен йыуам. Ҡайынһеңлелрем менән теҙелешеп ятып, урындыҡта йоҡтайбыҙ. Әхмәт миңә бар ни, юҡ ни - уйлап та тормайым... Атайһыҙ үҫкәс ни, тормош шулай булалыр, тигәнмендер.
Өлкән апайым килгәйне, уны күрше - тирәләге ҡатындар ҡунаҡ итеп алып йөрөнөләр. Нимә һөйләгәндәрҙер, апайым:
- Мин һине алып ҡайтам, ҡалдырмайым.Ҡайтаңмы? - тип һораны.
- Алып ҡайтһаң, ҡайтам, - тинем дә ҡуйҙым. Ҡайнымды ғына йәлләнем.
- Мине кем ҡәҙер итер инде һин ҡайтып китһәң, - тигән булды. Нәмәләремде барып алғанда, миңә бер пар сынаяҡ бирҙе. Был ҡатлап ултыртып ҡуйылған дүрт пар сынаяҡты ул һуғыштан ҡайтҡанда алып ҡайтҡан булған. Ҡәҙерләп кенә тотона инеләр.
- Ҡуй, алмайым, үҙегеҙгә кәрәк бит, - тиһәм дә, ҡулыма тотторҙо. Ризалығын биргәндер, тип уйлайым хәҙер.
1962 йылда Хәмдиә Байым ауылына килен булып төшә. Был юлы уны ҡатыны үлеп, ике бәләкәй ҡыҙы Рәзифә һәм Хәнифә менән ҡалған Әхмәр Бикмөхәмәтов һората.
- Бар, тигәстәр, барҙым инде. Ирҙән ҡайтҡан тигән исемем бар бит. Апайым
бар, тиһә, барҙым, ҡайт, тиһә, ҡайттым, - тип шаярта Хәмдиә Бикмөхәмәтова. Ә Байымға оҙатылып килгәндә Ишейҙән биреп ҡайтарған бер пар сынаяҡты һандығының төбөнә төрөп ултыртып ала ул.
- Сынаяғым мына ошо, һаман тотонам. Элеккеләрҙе иҫкә төшөрөп алам. Аҫты ғына ярылып ҡуйҙы. Яҙмышымдан ризамын Әхмәремдән дә уңдым. Ул ауырып ятып киткәс, һис һуҡранмай йыл ярым тәрбиә иттем. Балаларым үҙемде лә ҡәҙер итәләр. Аталары ҡорған өйҙө тәртиптә тоталар, ярҙам итеп торалар.
Һикһән йылдан ашыу тарихы булған сынаяҡ ҡайҙараҙа сыҡҡандыр, бөгөн иһә ул башҡорт ауылында. Әле лә хужабикәһенә хеҙмәт итә ҡомартҡы сынаяҡ.

Таңһылыу Вәлиева.
Баймаҡ районы Байым ауылы.

Автор:
Читайте нас: