Кем нисектер, шәхсән үҙем урамда хәрби кейемдәге ир-егеттәрҙе күрһәм ҡырҡ уйға батам. Уның бөгөнгө кисерештәрен, уйҙарын белге килә. Әммә еңел булмаған осорҙа кешенең күңел яраһына ҡағылаһы ла килмәй. Бәлки, нәҡ уның бөгөн тетрәнеү кисергән, төшөнкөлөккә бирелгән мәлелер. Ни тиһәң дә, тыныс булмаған дәүерҙә, ир-егеттәр иңенә оло бурыс—ил һаҡлау яуаплылығы һалынған мәлдә йәшәйбеҙ.
Уҙған аҙнала редакциябыҙға уларҙың береһе үҙе килеп инде. Ут эсенән ялға ҡайтҡан ағай тәрән аҡыллы, төплө фекерле, шул уҡ ваҡытта позитив ҡарашлы, шаян да булып сыҡты. Уның менән әңгәмә ауыр темаға ҡағылышлы булһа ла бик еңел бирелде. Ихлас, асыҡ, әйтер һүҙен аныҡ әйтә белгәндәр менән аралашыуы рәхәт шул. Әлбиттә, һөйләгәндәренең барыһын да баҫмаға биреү мөмкин түгел. Шулай ҙа уның үҙе менән таныштырып, халыҡҡа әйтер һүҙен һеҙгә еткереүҙе ниәт иттек.
Рафаэль Сараев сығышы менән Йылайыр районы Ҡамыш-Үҙәк ауылынан. 9 балаға ғүмер биргән Сәмиғә һәм Әхмәҙи Сараевтар ғаиләһендә буй еткерә ул. Баймаҡ интернатында белем алғандан һуң, Башҡорт дәүләт университетының химия факультетында һөнәр үҙләштерә. Юғары уҡыу йортонда уҡығанда хәрби кафедраны ла тамамлап, лейтенант званиеһы ала. Әрмегә барыу теләге булһа ла бара алмай, әммә был хыял булып күңелендә һаҡлана, бәлки, йылдар үтеү менән онотолоп та ҡуя.
Рафаэль Сараев оҙаҡ йылдар Сибай институтында өҫтәлмә белем биреү бүлеге мөдире була. Ҡаланың мәктәптәрендә, колледждарында ла эшләй. 2022 йылда махсус хәрби операция башланып, йәш егеттәр мобилизацияланғас, Рафаэль Әхмәҙи улының уларға ярҙамға барырға теләге уяна һәм 2023 йылдың йәйендә “Барс-14” батальонына барып ҡушыла.
—Ни өсөн барырға булдығыҙ?
—Илде һаҡлау—ир-егеттәрҙең изге бурысы. Беҙ һаҡламаһаҡ, кем яҡлар? Икенсенән, йәштәргә өлгө күрһәтергә кәрәк. Өсөнсөнән, тарихта һәр кем үҙ эҙен ҡалдырырға тейеш. Заманында минең дә ҡар-татайҙарым ил һаҡлаған. Хәйбулла Сараев 1943 йылда Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған. Әсәйемдең атаһы Мөхәмәт Ыласынов иһә 1942 йылда яуҙа баш һала. Юлдыбайҙан Сараевтар нәҫеленән 5 кеше һуғышта ҡатнашҡан. Беҙҙең халыҡ электән яугир, илһөйәр булған һәм ҡурҡыу белмәгән.
—Үкенмәйһегеҙме?
—Үкенмәйем. Ил алдындағы бурысты үтәй алыуыма ғорурланам. Һәр кем тормоштоң әсе-сөсөһөн татырға тейештер ул.
—Иң ауыры нимә?
—Дуҫтарҙы юғалтыу... Мин санитар, хәрби фельдшер бурысын үтәйем. Әле бер йыл йөрөп, бер айлыҡ ялға ҡайттым. Ялымда медицина колледжында, дауаханала тәжрибә тупларға ниәтләнәм.
—Һеҙҙең батальонда башҡорттар күпме?
—Төрлө милләт халҡы бар. 300 кешенең 5-һе Башҡортостандыҡы. Шуларҙың өсәүһе—башҡорт, икәүһе рус милләтенән. Беҙҙең “Барс”та ололар, башлыса офицерҙар. Тормошта аңлаған, айыҡ аҡыл менән эш иткән кешеләр йыйылған. Мо-билизацияланған йәштәр янына барып, уларға психологик йәһәттән ярҙам күрһәтеп, лекциялар уҡып китергә лә тура килә.
—Алғы һыҙыҡҡа инәһегеҙме?
—Әлбиттә, баштараҡ бер аҙналап инә инек, хәҙер көсөргәнеш артты, ике аҙналап инәбеҙ.
—Күптәрҙе ҡотҡарырға тура килдеме?
—46 кешене сығарҙым. Шуның өсөн миҙал менән бүләкләнеләр. Яралылары ла, һәләк булғандары ла осрай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыш шунһыҙ булмай.
—Ә һеҙҙең был аҙымығыҙҙы ғаиләгеҙ нисек ҡабул итте?
—Аҙаҡҡаса әйтмәнем. Әйткәс, ҡатыным Гөлнара Шөғәйеп ҡыҙы аңлап ҡабул итте. Ул үҙе хәрби медик, өлкән лейтенант. Улым Артур менән ҡыҙым Алина һуңғараҡ белде, мин уларға “Әсәйегеҙҙе мине ебәргән өсөн ғәйепләмәгеҙ, был минең ныҡлы уйланған үҙ аҙымым” тип киҫәттем. Улар инде ҙурҙар, үҙ ғаиләләре бар. Аңлап ҡабул иттеләр.
—Яраланғанығыҙ булдымы?
—Ике тапҡыр яраландым. Сватово госпиталендә ятып сыҡтым.
—Ашау нисек?
—Барыһы ла бар. Ылау килеп тора. Айырыуса тыуған яҡтарҙан, йәштәрҙән, уҡыусы ҡыҙҙар-малайҙарҙан килгән хаттар күңелгә йылылыҡ бирә. Балалар баҡсаһы кескәйҙәренең һүрәттәрен алып ҡыуанабыҙ. Миңә Сибай институты студенттарынан хат килгән ине, тик авторҙарын яҙмағандар, шуларҙы табырға ине.
—Махсус хәрби операция тормошҡа ҡарашығыҙҙы үҙгәрттеме?
—Эйе, ныҡ үҙгәртте. Ғүмер ҡыҫҡа, уны яҡшылыҡҡа арнарға кәрәк, яҡындарыбыҙ, күршеләребеҙ, ҡалалаштарыбыҙ менән тупаҫ булмаҫҡа, киреһенсә йомшағыраҡ, ихтирамлы һәм иғтибарлы булырға саҡырам. Нимә генә булһа ла бер-берегеҙҙе ғәфү итегеҙ, үс тотмағыҙ. Кеше еңеллеккә түҙмәй шаша, ә бына ауырлыҡ сыҙамлыҡҡа, йәшәргә өйрәтә, тормош асылын аңлай башлайһың. Тегендә беҙ тиҙ дуҫлаштыҡ, бер-беребеҙҙе туғандай яҡын күрәбеҙ.
—Әйтер һүҙегеҙ бармы?
—Әлбиттә. Ир-егеттәрҙе, айырыуса 55-65 йәштәгеләрҙе, үҙебеҙҙең батальонға саҡырам. Ауылдарҙа эш юҡ тип ятҡан, йә нишләргә белмәй эскелек менән мауыҡҡан егеттәргә әйтер инем: бушҡа үткәрмәгеҙ ғүмерегеҙҙе. Килһәгеҙ, эш тә табыла. Икенсенән, изге бурыс—илде һаҡлайһығыҙ. Тәүҙә ике аҙна күнекмә үтәһегеҙ, аҙаҡ алып китәләр. Тәүҙә ауыр, аҙаҡ өйрәнәһегеҙ. Кейгән кейем, алып йөрөгән нәмәләр генә 19-23 килограмм, көн дә шул ауырлыҡ менән 7-8 километр үтергә кәрәк. Шуға физик яҡтан да, мораль яҡтан да әҙер булыу зарур. Кем теләй, урындағы хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итһен.
—Ялығыҙ нисек үтә?
—Яҡшы, һәйбәт ҡаршы алдылар, ҡунаҡ итәләр. Тик тегендәге тормошҡа тиҙ өйрәнелгәнме, нимәлер етмәгән һымаҡ, тыныслыҡҡа күнегеп булмай әле.
—Бәлки, ҡалырғалыр? Мөмкин булһа, бармаҫ инегеҙме?
—Юҡ, барыр инем. Унда ярҙам талап ителә. Ярты юлда дуҫтарҙы ташлау ирлек түгел.
—Еңеүгә өмөт бармы?
—Өмөт итәбеҙ, яйлап ҡалаларҙы азат итеп алға барабыҙ.
“Сармат” ҡушаматлы яугир менән бына шундайыраҡ һөйләшеү булды. Киләсәккә билдәһеҙлек күҙлеге аша ҡараған беҙҙә ниндәйҙер өмөт уятып, нур ҡалдырып хушлашты беҙҙең менән Рафаэль ағай Сараев. Беҙ уның тиҙерәк һәм имен-һау тыуған яҡҡа еңеү менән ҡайтыуын теләп оҙаттыҡ.
Резеда Усманова.
МӘҠӘЛӘНЕ БАШҠА САЙТТАРҒА, СОЦИАЛЬ СЕЛТӘРҘӘРГӘ АВТОР РӨХСӘТЕНӘН ТЫШ АЛЫУ ТЫЙЫЛА.