АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
25 Июль , 09:35

АУЫЛ КИЛӘСӘГЕ - ЙҮНСЕЛДӘР ҠУЛЫНДА

Радий Хәбиров төбәк иҡтисадының нигеҙе булған агросәнәғәт комплексына ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бүлә. Ауыл хужалығы эш урындарын һәм аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә төп роль уйнай. Фермерҙарға төрлө ярҙам ҡоралдары, мәҫәлән, гранттар, субсидиялар һәм бөтә райондарҙа индерелгән льготалар бар. Төбәк һөҙөмтәлелеген һәм конкурентлыҡ һәләтен арттырыу өсөн үҙенең агросәнәғәт комплексын эҙмә-эҙлекле яңырта.

АУЫЛ КИЛӘСӘГЕ - ЙҮНСЕЛДӘР ҠУЛЫНДА
АУЫЛ КИЛӘСӘГЕ - ЙҮНСЕЛДӘР ҠУЛЫНДА

Радий Хәбиров төбәк иҡтисадының нигеҙе булған агросәнәғәт комплексына ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бүлә. Ауыл хужалығы эш урындарын һәм аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә төп роль уйнай. Фермерҙарға төрлө ярҙам ҡоралдары, мәҫәлән, гранттар, субсидиялар һәм бөтә райондарҙа индерелгән льготалар бар. Төбәк һөҙөмтәлелеген һәм конкурентлыҡ һәләтен арттырыу өсөн үҙенең агросәнәғәт комплексын эҙмә-эҙлекле яңырта.

Республика етәкселеге ауылды яңыртыу, ауыл халҡының йәшәү сифатын күтәреү һәм мәҙәни традицияларҙы һаҡлау өсөн агросәнәғәт производствоһына һәм фермерлыҡҡа ярҙам итеү мөһим икәнлеген аңлай. Яңы предприятиелар үҫеше арҡаһында ауыл ерендә эш урындары булдырыла, эш хаҡы кимәле арта.

Башҡортостан һөт, һыйыр ите, ҡымыҙ, бал һәм башҡа ауыл хужалығы продукттары етештереүгә баҫым яһаған юғары үҫешкән сәнәғәт һәм ауыл хужалығы төбәге булып тора.

 

--Колхоз-совхоздар тарҡалғас, 90-сы йылдарҙа фермерлыҡ йүнәлешенә иғтибар арта башланы. Әлбиттә, эшләйһе эштәр күп, әммә алдынғы фермерҙар бар. Мәҫәлән, Баймаҡ районы Октябрь бүлексәһенән Шәрәфетдиновты маҡтар инем. 9-10 мең гектар тирәһе һөрөнтө ерендә 10-ға яҡын кеше тырышып хеҙмәт итә. Уңыштары маҡтарлыҡ. 27 йорттан торған Яңғаҙы ауылында 4 фермерҙың булыуы шәп күрһәткес. Шуларҙың береһе Юлай Тимербулатов халыҡтың пай ерҙәрен алып иген сәсә, халыҡҡа аҙаҡ иген бирә. Зәҡәт итеп тә биргәне бар. Байыштан Әлфиә Ҡолмөхәмәтованы маҡтайҙар. Әлбиттә, буш ятҡан ерҙәр ҙә күп. Хөкүмәт ярҙам итә, субсидия бирә. Моғайын, яйлап фермерҙар ҙа күбәйер. Йылҡы малының күпләп ҡарауһыҙ йөрөүе, әлбиттә, ҡамасаулай. Игенселек менән шөғөлләнергә теләүселәргә ерҙе кәртәләп алыу зарур. Был ҙур көс, аҡса һәм ваҡыт талап итә,--тип Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ирек Бикмәтов.

Әйткәндәй, Баймаҡ районында йәш фермерҙар ҙа уңышлы єшләй. шуларҙың береһе Күгиҙел ауылында йәшәй. Уның хаҡында уҙған йыл гәзиттә яҙғайныҡ. Ҡабатлап бирәбеҙ:

Ауылды маҡта ла, ҡалала тор, тигән һымаҡ, бөгөн күптәр ауылға ял итергә, йәйен йылғала, күлдә һыу инергә, ҡышын тауҙан шыуырға, ҡаймаҡ ашарға ғына ҡайта тип әйтергә була… Ә бит һөтлө, майлы, ҡаймаҡлы, итле булыу өсөн иртә таңдан ҡара кискәсә мал ҡарарға, йәй буйы бесән сабырға, уға ем йүнләргә лә кәрәк. Унан тыш аҡса килтерерҙәй эшеңдең, балаларыңа мәктәптең, уларҙы һәр яҡлап үҫтереү өсөн төрлө түңәрәктәрҙең булыуы мөһим. Эйе, бөгөн ауылдан китмәй, шунда нисек тә төпләнергә тырышҡан, үҙенең эшен асып маташҡан йәштәребеҙ һирәк булһа ла бар. Шундайҙарға ярҙам итеү, аяҡ салмау, уларҙы өлгө итеп ҡуйыу зарур.

Йүнсел, тырыш егеттәрҙең береһе Баймаҡ районы Күгиҙел ауылында йәшәй. Ул—Ғәзиз Әхнәф улы Фәттәхов, 30 йәштә. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, шәхси хужалығын үҫтереү өҫтөндә ныҡышмал эш алып бара. Мәктәпте тамамлағас, Магнитогорск ҡалаһында ла, Себер тарафтарында ла эшләп ҡараған. Сит яҡтың үҙен дә, климатын да үҙ итә алмаған. Шулайҙыр... Ирәндек тауына һыйынып ҡына ултырған, күркәм тәбиғәтле ауылды ташлап нисек сығып китмәк кәрәк?! Ысынлап та, Күгиҙел бик ныҡ матур ерҙә урынлашҡан: һәр яҡлап тау уратҡан, йығалар аға, шишмәләре күп, һауаһы саф. Йәннәт баҡсаһын, әлбиттә, күргәнебеҙ юҡ, әммә тәбиғәтенең хозурлығы менән был ауыл ожмахтан әллә ни ҡалышмайҙыр… Ҡасан да килеп ошо ауыл юҡҡа сығасаҡ тиһәләр йән әсер ине. Эйе, мәлендә бында “Һәүәнәк” совхозы гөрләп эшләп торған. Колхоз-совхоздар тарҡалғас, башҡа тарафтарҙағы кеүек үк халыҡ баҙап ҡала, шәхси малына таянып йәшәр булып китә, ә йәштәр ситкә китә башлай. Балалар һаны аҙайғас, мәктәп тә башланғысҡа ҡалып, бер нисә ауыл балалары күрше ауылда уҡый. Ауыл киләсәгенә өмөт һүрелә барғанда, үҙ ауылын яратҡан, унда төпләнгән, эш асҡан егеттәрҙең булыуы ҡыуандыра, һоҡландыра, ниндәйҙер ышаныс бирә. Нәҡ Ғәзиз кеүек егеттәр ауылды тотоп килә, уның киләсәгенә өмөт уята, тиһәк һис арттырыу булмаҫ. Ул 2019 йылда үҙ эшен асырға ниәт итә һәм документтар йүнләп, шәхси крәҫтиән-фермер хужалығы асып, Һәмән ауылындағы фермер Ишморатовтан герефорд тоҡомло 20 баш мал һатып ала.
—Бала саҡтан мал араһында үҫкәс, эш асыу өсөн әллә ниндәй идеялар уйлап торорға кәрәкмәне. 2020 йылда малсылыҡ буйынса республика грантында ҡатнаштым. Конкурста еңеп, 2 миллион 600 мең һумлыҡ грант алдым. Үҙ аҡсамды ҡушып, мал алып, ҡырҙа аҙбар төҙөнөк. Әле ике кеше малды ҡарай. Бесәнде үҙем эшләйем. МТЗ, Т-16, сапҡыс һәм башҡа кәрәк-ярағым бар. Һоло, арпа үҙебеҙ сәсеп һуғып алабыҙ. Әле 60-70 баш тирәһе мал, 15-ләп баш йылҡы бар. Герефорд тоҡомло һыйырҙар климатҡа сыҙамлы. Уларҙы ит өсөн генә аҫрайбыҙ, итен баҙарға алып сығабыҙ,—ти Ғәзиз Әхнәф улы.
Кәңәшле ил—тарҡалмаҫ, тигәндәй, егет Һәмән ауылы фермеры менән кәңәшләшеп эшләй. Ни тиһәң дә, уның тәжрибәһе ҙурыраҡ. Унан тыш, ветеринар булып эшләүсе атаһы Әхнәф Әширәф улының ярҙамы тос. Ул улына һәр яҡлап булышлыҡ итә. Әсәһе Зөләйхә Зиннәт ҡыҙы ла Ғәзизде маҡтап, хуплап ҡына тора. Дәртләндереп тороусылар булғанда егет маҡсатлы уйынан тайпылмаҫ, киләсәктә мал һанын арттырып, ауылдаштарына эш булдырып эшләр, тип ышанабыҙ. Әйткәндәй, Ғәзиз Әхнәф улы, фермер булараҡ, ауылда үткән һәр сараның бағыусыһы ла, байрамдар, һәр төрлө ярыштар өсөн бүләктәрен әҙерләп тора. Афарин!
Бына шулай, Күгиҙел ауылының матур тәбиғәтенә генә түгел, унда йәшәүсе тырыш егеттең эшенә лә һоҡландыҡ беҙ. Шундай егеттәребеҙ күберәк булһа ине!

Резеда Усманова.

Мәҡәләне автор һәм редакция рөхсәтенән тыш, башҡа сайттарға алыу тыйыла.

 

Автор:Резеда Валиева