АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
25 Июль , 09:15

Атай нигеҙен ташламаған

Дуҫтарының туйында осрашып, тәү күреүҙән бер-береһенә ғашиҡ булған улар. Мөрит—Муллаҡай ауылы егете, Миләүшә Иҫке Сибайҙа үҫкән.

Атай  нигеҙен  ташламаған
Атай нигеҙен ташламаған

Бөгөн күпселек йәштәр ауылдан “ҡасыу” яғын ҡарай. “Унда нимә бар? Эш юҡ, нисек йәшәйем мин? Нисек донъя көтәйем?” һәм башҡа һорауҙары тыуа. Ә бына бик һирәктәр тыуған ауылында ҡалырға, төпләнергә һис ҡурҡмай. Нәҡ уларҙы үрнәк итеп ҡуйғы килә.
Баймаҡ районы Муллаҡай ауылында бик күркәм йәш ғаилә йәшәй. Бер-береһенә оҡшап, пар килеп кенә торған ирле-ҡатынлы Әлибаевтар егәрлелеге менән генә түгел, зауыҡлы, заманса өйҙәре менән һоҡландырҙы. Бөтә уңайлыҡтары булған яҡты, бөхтә, йылы иҙәнле киң йортта өс бала йүгереп йөрөй.

Мөрит Мәжит улы менән Миләүшә Фәнүр ҡыҙы 2015 йылда өйләнешкән. Дуҫтарының туйында осрашып, тәү күреүҙән бер-береһенә ғашиҡ булған улар. Мөрит—Муллаҡай ауылы егете, Миләүшә Иҫке Сибайҙа үҫкән. Егет Эске эштәр министрлығы мәктәбен (МВД) тамамлаған, Баймаҡ, Бөрйән райондарында Эске эштәр бүлегендә эшләгән, алыҫ Себер тарафтарында ла йөрөгән. Әммә күңеле уның һәр саҡ атай нигеҙенә тартылған.
—Атайым Мәжит Зиннур улы ауылда абруйлы кеше ине, ғүмеренең аҙағынаса урмансы булып эшләне. Тик йәшләй генә мәрхүм булды. Ул саҡта миңә ни бары 8 йәш ине. Әсәйем ҡулында һеңлем менән ҡалдыҡ. Ул яңынан кейәүгә сыҡҡас, мин өләсәйем Рауза менән йәшәргә ҡарар иттем. Матур итеп тәрбиәләп аяҡҡа баҫтырҙы, рәхмәтлемен. Үҫеп ситтә уҡып, ҡырҙа эшләгәндә күңел тыуған ауылға тартылып тик торҙо. Атайым һалған өй янына йорт күтәргем килде. Шөкөр, хыялым тормошҡа ашты. Ауылда йәшәргә теләгән кәләште тап иттем. Ике ҡатлы йорт күтәрҙек, заманса
ремонт эшләп йыһазландырҙыҡ. Әлегә электр уты менән йылытабыҙ, киләсәктә газ үткә-рергә ниәт итәбеҙ,—ти ғаилә башлығы.
Мөрит Мәжит улы—шәхси эшҡыуар. Ауылда ул тотҡан пилорамала күптәргә эш табылған. Улар ағас ҡырҡыу, ағас материалдар әҙерләүҙән тыш, күмер етештерә, урман ултыртыуға йөрөй.
—Бөрйән районында әсәйемдең ағаһының улы Фидан Мәзитов урман эше менән булыша. Уға ҡарап мин дә пилорама станогы алдым. Шунан эшләп киттек тә инде. Әле лә Бөрйән районына егеттәр менән эшкә барабыҙ. Белорет урмансылығына ҡараған биләмәлә ер һөрөп, ағас ултыртыу менән булышабыҙ. Улар беҙгә ағаслата бирә. Шуны Муллаҡайҙа эшкәртәбеҙ, пилометриалдарҙы башлыса Орск тарафтарына алып китәләр. Шулай уҡ көрәк һаптары эшләйбеҙ, уларҙы Әбйәлил районына оҙатабыҙ, унда ошо тәңгәлдә эшләүселәр бар. Ағас ҡалдыҡтарын иһә күмергә ебәрәбеҙ, уны Магнитогорскиға алып китәләр. Йәнә бура бурау менән шөғөлләнәбеҙ. Шөкөр, баштан миңә кемдәр килде, әле лә шулар китмәй эшләй. Эш хаҡы ваҡытында бирелә, зарланмайҙар. Бөтәһе лә эшлекле, яуаплы. Рифат һәм Хәбир Әлибаевтар, Алмаз Дәүләтҡолов, Ғәзинур Самарбаев, Фәнүр Ҡаһарманов, Мансур Мирзин, Илнур Тайсин, Фирғәт Рәхмәтуллин, Кинйә Билалов, Арсен Мөхәмәтҡужин, Әҡсән Нурасов, Әғзәм Ураҙгилдин, Таһир һәм Руслан Йомағужиндар, Фәнүр Бурһыҡбаев—барыһы ла ошо һәм күрше ауыл егеттәре. Кемеһелер техниканы “ауыҙлыҡлай”, ке-меһелер ҡул эшен атҡара. Белорус-82, Дт-75 тракторҙары, Газель бар. Станоктар эшләп тора. Пилорама ауыл осонда урынлашҡан, янында йәтеш өй ултыра, инеп ял итергә, сәй эсеп алырға мөмкин,—тип йүнсел эшҡыуар.
Ал-ял белмәй эшләгән ирен өйҙә йылы ашын бешереп, балаларын бағып Миләү-
шә көтөп тора.
—Мин Троицк ҡалаһында академияла уҡығайным. Һәнәрем буйынса эшләмәнем. Декретҡа тиклем ауыл советында эштәр идарасыһы булдым. Әле өс бала ҡарайым Миратҡа—8 йәш, беренсе класты бөттө. Нуриманға—5, Таминаға 2 йәш. Электән ауыл тормошо оҡшай ине. Шуға Мөриттең ауылға төпләнеү теләгенә бөтөнләй ҡаршы килмәнем, киреһенсә ҡыуандым ғына. Ул яҡша атай, һәйбәт ғаилә башлығы, егәрле. Уға ышанып ҡайҙа ла йәшәргә була,—ти Миләүшә.
Бына шундай йәш, матур пар йәшәй Муллаҡай ауылында! Әлибаевтар кеүек күркәм, татыу, егәрле ғаиләләр күберәк булһа ине!


Резеда Усманова.

Әйткәндәй, быйыл РӘСӘЙҘӘ ҒАИЛӘ ЙЫЛЫ. Был тәңгәлдә беҙҙең республикала бик күп программалар эшләй. Айырыуса хөкүмәт күп балалы ғаиләләрҙе яҡлай.

 

---Төбәктең күп балалы ғаиләләре хәҙер республиканың дәүләт йәки муниципаль милке булып торған музейҙарға, мәҙәниәт һәм ял парктарына, күргәҙмәләргә бушлай йөрөй ала. 1 сентябрҙән республика ҡалаларында йәшәгән күп балалы ғаиләләрҙең уҡыусылары транспортта бушлай йөрөй ала. Әлеге ваҡытта ошо ярҙам сараһын күрһәтеү механизмы әҙерләнә, сәфәрҙәр уҡыусының картаһы йәки “Алға” картаһы буйынса ғәмәлгә ашырылыр тип күҙаллана, - тине "Атайсал" гәзитенең йәмәғәт фекере лидеры, Сибай ҡалаһының 3-сө полилингваль гимназия-интернаты директоры, Сибай башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Роза Бикбова.

 

Автор:Резеда Валиева