АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
24 Июль , 16:45

Питерҙы яулай Баймаҡ ҡыҙы

Сығышы менән Баймаҡ районынан булған Гөлназ Ибраһимованың Санкт-Петербург ҡалаһынан бер төркөм милләттәштәребеҙ менән яраланған яугирҙәр ятҡан госпиталдәргә барыуы, уларға кәрәкле дарыу-уколдар ташыуы хаҡында күптән хәбәрҙар инек. Ниһайәт, Гөлназ Хәләф ҡыҙы менән бәйләнешкә сығып, аралаша алдыҡ. Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Гөлназ Ибраһимова менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

—Гөлназ Хәләф ҡыҙы, үҙегеҙ менән яҡындан таныштырып үтһәгеҙ ине?
—Баймаҡ районы Сосновка ауылында тыуып-үҫтем, 8-се класты бөткәс, өләсәйемде тәрбиәләү ниәте менән уның янында—Шүлкә ауылында 9-сы класты тамамларға тура килде. Уҡытыусы булыу теләге мине Сибай педагогия колледжына алып килде. Студент йылдары бик тиҙ үтеп китте, ҡулыма башланғыс кластар уҡытыусыһы һәм мәктәп психологы дипломын тотоп тыуған яҡтарыма эшкә ҡайттым. Хеҙмәт юлымды Урал мәктәбендә башланым. Кейәүгә сығып, балалар тыуғас, ғаилә менән кире Сосновка ауылына ҡайтып төпләндек. Мәктәптә эш булмағас, оҙаҡ уйлап тормаҫтан, ауыл клубында мөдир булып хеҙмәт юлын башланым. Ауыл халҡы ышаныс күрһәтеп, күп тә үтмәй ауыл Советына депутат итеп тә һайланы. Әммә иремә ауылда эш табылманы, ул Санкт-Петербург ҡалаһына эшкә китте. Әлбиттә, айырым йәшәү, балаларын оҙаҡ ваҡыт күрмәй тороу ирем өсөн иң ҡыйыны ине. Шулай бер ваҡыт кәңәшләштек тә ҡапыл ғына ғаилә менән Питерға күсеп киттек. Ул саҡта өлкән ҡыҙыбыҙ Элина—5-се класҡа, бәләкәсебеҙ Эльмира 4-сегә барған ине, хәҙер улар үҙаллы ҡыҙҙар. Илебеҙҙең төньяҡ баш ҡалаһында йәшәүебеҙгә лә 13 йылдан ашыу ваҡыт үтеп киткән.
—Үкендермәйме?
—Юҡ, бер ваҡытта ла нишләп был ҡалаға килдек икән тип үкенгән сағыбыҙ булманы. Киреһенсә, ниңә алдараҡ килмәнек, тигән уйҙар тыуғандыр. Санкт-Петербург башҡорттары шул тиклем берҙәм һәм әүҙем, үҙ-ара татыу. Тыуған илдәренән ситтә йәшәһәләр ҙә үҙ телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, мәҙәниәтен онотмай, уларға хыянат итмәй, ғаиләһендә үҙ телендә аралашып, балалары ла әсә телен бәләкәйҙән белеп үҫә. Нева йылғаһы буйындағы ҡала тәү күргәндә үк ғашиҡ иттерҙе һәм әле лә үҙенең матурлығы, шанлы тарихы, бөгөнгөһө менән һоҡландырыуын дауам итә.
—Гөлназ Хәләф ҡыҙы, һеҙ мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләйһегеҙ, шул уҡ ваҡытта бер юлы бер нисә йәмәғәт эштәрен дә алып бараһығыҙ. Ошолар хаҡында ла һөйләп үтһәгеҙ ине.
—Эйе, мин Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы һәм “Ирәндек” фольклор ансамбле етәксеһемен. Бында үҙ телендә һөйләшергә һәм аралашырға һыуһаған, халҡының йыр-моңдарын, бейеүҙәрен өйрәнергә теләгән кешеләр бик күп. Беҙ ҡалала ғына түгел, ә Ленинград өлкәһендә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе лә бергә туплап, һәр саҡ берҙәм һәм ойошҡанлы рәүештә эш алып барабыҙ. Башҡортостан менән дә даими рәүештә бәйләнештәбеҙ. Санкт-Петербург ҡалаһында йәмәғәт башланғысы менән башҡорт телен өйрәнеү буйынса йәкшәмбе мәктәбе ойошторолдо, унда кемдер балаларын, икенселәре ейән-ейәнсәрҙәрен алып килә, хатта ололар араһында ла телде өйрәнергә теләүселәр бихисап. Минең уҡытыусы булыуым, бер аҙ клубта мөдир булып эшләүем бында бик ярап ҡалды. Кәрәк икән дәрес тә бирәм, бейеүҙәр ҙә һалам, йыр-моң, боронғо онотола барған ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы ла сәхнәләштереп ебәрәбеҙ. Йыл һайын үҙебеҙҙә башҡорт һабантуйҙары үтә, Ҡоролтай буйынса ла бик күп төрлө саралар, осрашыуҙар ойошторола, үҙебеҙҙең мәшһүр яҡташыбыҙ, ошо ҡалала урынлашҡан уҡыу йорто уның исемен йөрөткән Исмәғил Тасимов көндәрендә әүҙем ҡатнашабыҙ. Былтыр 25-27 августа Санкт-Петербургта Башҡортостан Республикаһы көндәре шаулап-гөрләп үтте. Өс көн буйына илебеҙҙең төньяҡ баш ҡалаһы башҡорт моңона, рухына күмелде, халҡыбыҙҙың милли аш-һыуы, кейемдәре, мәҙәниәте һәм тормош-көнкүреш әйберҙәре менән танышты. Үҙебеҙҙә ситтә ҡалманыҡ, “Ирәндек” фольклор, “Наза” бейеү ансамбле сығыштарын барыһы йылы ҡабул итте.
—Әйткәндәй, һеҙ эҙләнеү эштәре, атап әйткәндә, шағир Ғәлимов Сәләмдең ҡәберен табыу буйынса ла эш башлағанһығыҙ, был тәңгәлдә яңылыҡтар бармы?
—Был һорау менән беҙгә Силәбенән шағирҙың ейәне сыҡты, ул олатаһының һуңғы урынын табыуҙа ярҙам күрһәтеүҙе һораны. Ысынлап та, архив документтары буйынса 1939 йылда шағир Санкт-Петербург ҡалаһы зыяраттарының береһендә ерләнгән. Беҙ уның һуңғы хушлашыу фотоһындағы зыяратты таптыҡ, әммә шағирҙың ҡәберлеген таба алманыҡ, тик эш туҡталып ҡалманы, ул дауам ителә. Ҡала хакимиәте, музей, архив хеҙмәткәрҙәре менән берлектә эш алып барабыҙ һәм уны мотлаҡ табасаҡбыҙ тип ышанам.
—Гөлназ Хәләф ҡыҙы, барыбыҙ өсөн дә иң ауыр һорауҙарҙың береһенә күсәйек. Билдәле булы-уынса, һеҙҙең ҡалала бик күп хәрби госпиталдәр урынлашҡан. Унда беҙҙең яҡташ яугирҙәребеҙ ҙә дауалана. Һеҙҙең яугирҙәргә ярҙам итеүегеҙ, уларға даими рәүештә барып, уларҙың хәлен белеүегеҙ, ата-әсәләре менән көн-төн тимәй, бәйләнештә булыуығыҙ тураһында ла хәбәрҙарбыҙ. Ниндәй кәйефтә бөгөн егеттәребеҙ?
—Һуңғы ике йылда махсус хәрби операция башланып, тәүге яугирҙәр госпиталгә килә башлау менән уларға ярҙам итеү теләге тыуҙы һәм мин үҙем улар янына йөрөй башланым. Тәүҙәрәк палатала бер нисә кеше генә ине, яралылар ҙа аҙ булды. Һуңыраҡ уларҙың һаны арта төштө, хатта урындар етмәй, койкаларҙы коридорҙарға ултыртҡан ваҡыттар ҙа булғыланы. Башҡортостандан тәүге яраланып ятҡан егет—Бөрйән районынан Динар ине. Уға туғандары ярҙам итеүемде үтенде. Аҙаҡтан миңә иптәшкә ансамблемдең ҡыҙҙары ҡушылды, яҡташ яугирҙәрҙең дә һаны арта төштө. Беҙ күмәкләшеп өй ризыҡтары бешереп, бишбармаҡ әҙерләп яугирҙәр янына барып, уларға бар яҡлап һүҙ, күңел, күҙ ярҙамы бирергә тырыштыҡ. Кемеһенә документтары буйынса ярҙам кәрәкһә, икенселәренә кейемдәр алып бирҙек. Яу яланынан улар госпиталгә бер ниндәй кейемһеҙ эләгеүҙәре лә бар, документтары ла булмай сыға. Был осраҡта беҙ ҡулыбыҙҙан килгәнсә, ярҙам ҡулы һуҙабыҙ. Беҙҙең бер ниндәй бағыусыбыҙ ҙа юҡ, барыһы ла күңел ҡушыуы буйынса башҡарыла. Аҙаҡтан беҙҙең эшебеҙҙе, яугирҙәргә күрһәткән ярҙамды белеп, Санкт-Петербургта эшләгән һәм йәшәгән яҡташтарыбыҙ ҡушылды. Үҙҙәре генә ярҙам итеп ҡалманы улар, хатта эшләгән завод, цех, ойошма етәкселәрен дә был эшкә йәлеп итте, аҡсалата ла, медикаменттар алырға, кейем-һалым, башҡа кәрәк-яраҡтарға ярҙам ҡулы һуҙҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн госпиталдәрҙә бер-нисә генә яҡташ егеттәребеҙ ятмай, улар бихисап. Үҙебеҙҙең Баймаҡ районы егеттәре лә күп, уларҙың хәлдәре менән даими бәйләнешкә сығып, район башлығы Фәнис Әминев ҡыҙыҡһынып тора. Был эшкә берәү ҙә беҙҙе мәжбүр итмәй, барыһы ла йөрәктән сыға, хатта ниндәйҙер кимәлдә бурысыбыҙ ҙа тип әйтер инем.
Күптәр беҙҙе госпиталдә ятҡан фәҡәт Башҡортостан егеттәренә генә ярҙам итә икән тип уйлаһа, тәрән яңылыша. Яраларының әрнеүенә түҙмәй, һыҙланыуҙан урттарын тешләп, һыр бирмәҫкә тырышҡан яралы ир-егеттәрҙең, дауаланып аяҡҡа баҫҡас та кире алғы һыҙыҡҡа барырға атлығып ятҡан яугирҙәрҙең барыһы ла беҙҙең өсөн яҡын туған, ағай һәм ҡусты. Милләтенә ҡарамай барыһына ла ярҙам итәбеҙ, улар үҙҙәре лә беҙҙең килеүҙе көтөп ята, саҡ ҡына һуңлаһаҡ, телефондан шылтырата, ватсап һандарына яҙа башлай. Күптән түгел Тажикстандан килгән егеткә документтарын ҡайтанан тергеҙеүгә ярҙам иттек, уларҙың консулына барып, хәлде аңлаттыҡ. Барыһы ла ваҡытлыса, тиҙҙән еңеү булып барыһы ла иҫән-һау, үҙ аяҡтарында тыуған йорттарына, яҡындары янына ҡайтыр, тигән ышаныстабыҙ.
—Йәштәр хаҡында ла әйтеп үтһәгеҙ ине. Санкт-Петербургҡа уҡырға килгән йәш ҡыҙ һәм егеттәребеҙҙең күбеһе ҡулына диплом алғас, тыуған яҡтарына ҡайтмай. Бының сере ниҙә икән? Ҡала үҙенә нимәһе менән йәлеп итә?
—Бында йәшәү һәм эшләү өсөн бар мөмкинлектәр бар. Питер уңған һәм эшсән кешене үҙ итә, халҡы итәғәтле, ябай һәм ярҙамсыл. Бихисап эш урындары, матур урамдар, иҫ киткес архитектура, йәмле Нева йылғаһы буйлап йөрөү, ундағы хозурлыҡ һәм уңайлы мөхит—барыһы ла йәштәрҙе үҙенә тарталыр, йәлеп итәлер, моғайын. Беҙҙең Ҡоролтай янында ла йәштәр бүлеге бар, республиканың төрлө район һәм ҡалаларынынан килгән ҡыҙ һәм егеттәр үҙа-ара йыйыла, аралаша, фекер туплай, төрлө саралар үткәрә. Тап Питер осраштырған һәм ҡауыштырған йәш ғаиләләр һанының артыуы ла һөйөндөрә.
—Шулай ҙа тыуған яҡтар ҙа һағындыралыр...
—Әлбиттә! Тыуған яҡ, үҙебеҙҙең Баймаҡ районы һәр саҡ күңелебеҙҙә һәм йөрәгебеҙҙең иң түрендә. Мөмкинлек булған һайын туғандарыбыҙ янына ҡайтабыҙ, улар беҙгә килә, һәр саҡ аралашып торабыҙ. Шулай ҙа беҙ бында нығыраҡ кәрәк икәнебеҙҙе тоябыҙ.
—Изге эштәрегеҙ һәм ҡылған ғәмәлдәрегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Артабан да уңыштар юлдаш булһын!

Кәримә Усманова әңгәмәләште.

Автор: