АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
24 Июль , 16:45

Ирҙе ир иткән...

Билдәле режиссер, Рәсәй Федерацияһының һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Дамир Мәзит улы Ғәлимов быйыл 80 йәшлек юбилейын билдәләй. Ғүмеренең өс тиҫтә ярымдан ашыу ваҡытын ул Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрына бағышлаған. Үҙ тормош юлын һәр кем үҙе яҡшыраҡ белә, ҡалғандар күҙәтеүсе генә. Әммә тормош юлыбыҙҙы күреп белеүселәр араһында беҙҙе үҙебеҙҙән дә яҡшыраҡ белгән тормош иптәштәребеҙ барлығын онотмайыҡ, йәмәғәт. Ғаилә ҡороп, оҙаҡ йылдар дауамында бергә йәшәгәндәр бер-береһен үтәнән-үтә күрә башлай, ике тормош, ике яҙмыш бергә үрелә. Дамир Мәзит улы менән Земфира Зәки ҡыҙының бергә йәшәүенә быйыл 55 йыл! Юбилярҙың тормош юлы тураһында хәләл ефетенән һораштыҡ.

АЛТЫН ТАУҘАР ВӘҒӘҘӘ ИТМӘЙЕМ
Дамир менән танышҡан ваҡытта ул Ленинград Юғары мәҙәниәт проф-союз мәктәбен бөтөп, Стәрлетамаҡ театрында эшләй ине. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, бында килгәнсе Сибай ҡалаһында Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Мәҙәниәт һарайы директоры булып эшләп өлгөргән. Ә мин химиктар ҡалаһындағы дөйөм ятаҡтарҙың береһендә йәшәйем, ҡа-лала иң ҙур һаналған сода заводының мәҙәниәт һарайында Ҡарағолов фамилиялы ағай ойошторған халыҡ театрында шөғөлләнәм. Дамир Ленинградта хореографик студияла уҡыған һәм беҙҙең мәҙәниәт һарайында балет студияһында ла эшләй ине. Уның ҡулы аҫтында бейеү серҙәрен өйрәнгән балаларға ҡарап һоҡлана торғайныҡ. Бер көндө ул беҙҙең халыҡ театры репетиция үткәргән залға килде. Буласаҡ тормош иптәшемде беренсе тапҡыр яҡындан күреүем шунда булды. Баҡтиһәң, бер дөйөм ятаҡта йәшәйбеҙ булып сыҡты. Беҙ, дүрт ҡыҙ, бер бүлмәлә, ә был икенсе ҡаттағы белгестәр өсөн бүленгән бүлмәлә бер үҙе йәшәй икән. Шулай, танышып, дуҫлашып киттек. Дамир бер ваҡытта ла аҡсанан өҙөлмәй, күренеп тора, бик йүнсел кеше. Дуҫлашҡан саҡта Дамирҙың әйткәне ғүмерлек-кә хәтеремә уйылып ҡалды. “Әллә ниндәй алтын тауҙар вәғәҙә итмәйем, башҡаларҙан кәм йәшәмәҫбеҙ”,—тине ул. Һәм һүҙендә торҙо! Шулай, ул әйткәнсә йәшәнек.
ХЕҘМӘТ ЮЛЫ
Өйләнешкәс, Стәрлелә бер йылдай йәшәгәнбеҙҙер, Дамир Сибайын һағына башланы. Ул бит сығышы менән Түбә ҡасабаһыныҡы, ата-әсәһе Сибайҙа йәшәй. Мин әле ул ҡала тураһында ишеткәнем дә юҡ ине. Сибайға күскәс, ҡайны-ҡәйнә йортонда бергә йәшәнек. Дамир театрға постановка бүлеге мөдире булып эшкә төштө, мин костюмдар цехын етәкләнем. Стәрлетамаҡта химия-технология техникумында уҡыным, мәҙәни-ағартыу техникумын да бөткәйнем, хәҙер Өфө сәнғәт институтының режиссерҙар бү-
легенә уҡырға индем. Сибай театры эргәһендә театр мәктәбе асылғас, мине уның директоры итеп ҡуйҙылар. Бер йылдан ул сәнғәт мәктәбе тип атала башланы, мин шунда 17 йыл буйы директор вазифаһын башҡарҙым. Баш-
ҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булдым.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та ирем етәкләгән театрҙа ун йылдан ашыу труппа
мөдире булып эшләнем. Дамир бит
оҙаҡ йылдар ҡалалағы халыҡ теат-
рының режиссеры ла булды. Ок-тябрҙең 40 йыллығы исемендәге мә-
ҙәниәт һарайының директоры вази-фаһын да башҡарҙы. Шунан уны ҡа-ланың мәҙәниәт бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнеләр. Аҙаҡ ғүмеренең утыҙ йылдан ашыу ваҡытын Сибай дәүләт драма театрына бағышланы, әле 80 йәшенә етеп, хаҡлы ялда булыуына ике йыл ғына. Элек Талҡаҫ ял йортонда ойошторолған драматургтар семинарының директоры ине. Театр сәнғәтен, театр тормошон ул яттан белә: хужалыҡ эштәрен дә, рухи-мәҙәни яғын да. Кәрәк икән сәхнәнән төшмәй йөрөй, кәрәк икән, халат кейеп подвалға төшөп тә китә торғайны: кеҫәһендә авторучкаһы ла, отверткаһы ла бергә йөрөнө. Бынан тыш әллә күпме йәмәғәт эштәрен дә башҡарҙы. Әлбиттә, уның хеҙмәте юғары баһаланды—Дамир Мәзит улы ҡаланың Почетлы гражданы.
БАЛАЛАР ҺӘМ
ЕЙӘН-ЕЙӘНСӘРҘӘР
Тәүге балабыҙға Гүзәлиә тип исем ҡуштыҡ. Шул тиклем иҫ китмәле һылыу бала булды ул, хайран ҡалмаған кеше юҡ ине. Ғаиләбеҙ татыу, туғандар беҙ тип өҙөлөп тора. Тормошобоҙҙоң матур сәскә атҡан саҡтары булды, ләкин ҡараңғы яҡтары ла урап үтмәне. Миңә был турала һөйләүе еңел түгел. Гүзәлиәбеҙ һыу сәсәгенән үлеп ҡалды. Өфөнән хатта самолет килде, ғауға булды, ләкин ҡыҙыбыҙҙы ҡотҡара алманылар. Ерҙә был ауырыуҙан үлем осрағы бик һирәк икән, беҙҙең ҡыҙыбыҙ ана шул һирәктәрҙең араһында булып сыҡты. 1972 йылда Рөстәм улыбыҙ, аҙаҡ Гөлшат исемле ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Улар ҙа йәшләй вафат булды. Бар йыуанысыбыҙ—улар беҙгә ейән-ейәнсәрҙәр ҡалдырҙы: Рөстәмдең—ҡыҙы, Гөлшаттың—улы ме-
нән ҡыҙы бар. Рөстәмдең ҡыҙы ме-
динститут бөтөп, Өфөлә стоматолог булып эшләй, кейәүебеҙ яңы инновациялар өлкәһендә хеҙмәт итә. Ҡыҙыбыҙҙың өс йәш ярымлыҡ ҡыҙы һәм улы ҡалды. Ейәнебеҙ бала саҡтан гел беҙҙә булды. Үҙебеҙҙеке кеүек күреп үҫтерҙек. Әле ул ил һағында, яңыраҡ отпускыға ҡайтып китте. Йыл-
дан ашыу ут йотабыҙ, бик һирәк ара-лашабыҙ. Орден менән наградланды. Килен әйтеүе буйынса, тағы миҙал биргәндәр. Дамир иҫ китмәле атай һәм олатай. Эштән ҡайтыуын Гүзәлиәбеҙ һағынып көтөр ине, ҡайтыу менән муйынына барып йәбешә торғайны. Ринатыбыҙҙың хәҙер үҙенең өс бала-һы бар. Ятҡан ерҙәре тыныс булһын, балаларыбыҙ беҙҙе өҙөп китмәнеләр, үҙҙәре лә атай-әсәй булып, бала тәмен белеп йәшәп ҡалдылар, беҙгә киләсәк ҡалдырҙылар, шуға тормошобоҙ да-уам итә, рәхмәтлемен Хоҙайға. Атаһы кеүек Гөлшатыбыҙ ҙа режиссер бул-ды, Өфөлә сәнғәт институтында уҡы-ны, аҙаҡ Мәскәүҙә ГИТИС-ты бөтөрҙө. Үткен, һылыу ҡыҙ ине. Сибайҙа асҡан бизнесы ла уңышлы килеп сыҡҡайны. Әсәһенән өс йәш ярымлыҡ ҡалған ейәнсәребеҙ әле 10-сы класта гел бишкә уҡып йөрөй.
90-СЫ ЙЫЛДАР
Дамир тәмле итеп ашарға ярата. Аш-һыу тирәһендә, әлбиттә, күберәге мин өлтөрәнәм. Тәмле ашау ғаиләбеҙҙә күптән инде йолаға әйләнгән. Аталары машина менән өй алдына килеп туҡтауы була, балалар, атай ҡайтты, ашарға ултыртайыҡ, тип өтәләнә башлай торғайны. Үҙемдең дә эш яуаплы, тығын булһа ла, яйын
табырға тырышам. Ирҙәр эшенә кил-гәндә, ҡулынан килмәгән нәмәһе юҡ. Ауыр 90-сы йылдарҙа, ир булараҡ, иң һыналған сағы булғандыр. Өсәр ай эш хаҡы алмаған ваҡыттар булды бит. Сәнғәт мәктәбендә директор булған сағымда бер ирҙең, өйҙә ашарлыҡ бер нәмә юҡ, үҙемә ҡул һалғандай булам, тип илап ултырғаны хәтеремдә. Беҙ, Аллаһҡа шөкөр, аҙыҡ-түлектән өҙөлмәнек. Дамир ауылда ҡуйылған спектаклдәргә билет хаҡын тауыҡ йомортҡалары менән түләү-ҙе уйлап тапты. Ауылдарҙан күпләп йомортҡа тейәп ҡайта башланылар. Театр ул саҡта элекке ҡала комитеты бинаһында ине. Шуның тупһаһында тороп йомортҡа һаталар, кешеләр сират баҫып ала. Шундай шәп юлды уйлап табырға сослоҡ кәрәк тә һә. Илдәге хәлдәр ауырайғас, өйрәктәр тота башланыҡ, көтөргә ҡаҙҙар алдыҡ. Уға илле йәшенә йылҡы, һыйыр бүләк иткәйнеләр, шуларҙы тәрбиәләргә өй-рәндек, күпләп йәшелсә үҫтерә, картуф сәсә башланыҡ, баҡсабыҙҙы икәү иттек, кеше илағанда, беҙ, киреһенсә, кеше ашаттыҡ. Эштәрҙе бөтөп, өйгә ингәндә ҡараңғы төшә торғайны.
РЕЖИССЕР ҒӘЛИМОВ
Элек театр йылына дүрт спектакль сығара торғайны. Был ижади эш миңә лә оҡшай ине, әҙ генә ваҡытым булһа, репетицияларҙы күҙәтергә ярата торғайным. Ҡай саҡ ирем-режиссерҙың эшенә ҡыҫылып та китәм, үҙ фекерҙәремде еткерәм, спектакль ҡуйһа, ситтә ҡалмаҫҡа тырышам, уның менән бергә ҡайнайым. Ҡай саҡ бәхәсләшеп киткән саҡтарыбыҙ ҙа була, әммә, иң ҡыҙығы, һөҙөмтәлә ул хаҡ булып сыға. Ул спектакль килеп сығыуына күптәр ышанмаған әҫәрҙәрҙе лә аҙағына алып барып еткерә ала ине. Пьеса авторҙары менән яҡшы мөнәсәбәттә булды. Мәҫәлән, Тамара Ғәниеваның “Тамарис” трагедияһы ҡуйыу өсөн ауыр, етди әҫәр ине. Әммә Дамир шуны аҙағына алып барып еткерҙе, хатта Өфөлә үткән Халыҡ-ара “Туғанлыҡ” фестивале академтеатрҙа ошо спектакль менән асылды. Был режиссерҙың эшенә юғары баһа, тип уйлайым. Яңы спектаклдәрҙе сығарыу еңел булманы уға, ҡай саҡ пьесаларға өҫтәмәләр индергән саҡтары ла булды.
БЕЙЕҮСЕ ҒӘЛИМОВ
Башта әйткәнемсә, Дамир Ленинградта хореография студияһын бөткән. Ул Сибайҙа “Йәшлек” тип аталған беренсе бейеү ансамблен төҙөнө. Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Мәҙәниәт һарайы эргәһендә йәмәғәт башланғысында төҙөлгән ансамбль әллә күпме гастролдәргә йөрөнө, ҙур резонанс тыуҙырҙы. Үҙе директор булып эшләүенә ҡарамаҫтан, бейеүселәргә костюмдарҙы ла үҙе тегә торғайны. Ваҡытында гөрләп торған ансамбль ине, иҫләргә генә ҡалды. Үҙе лә матур бейей ине. Дамирым ауырып ҡына әрәм булды, берәү биш баҫҡанда, бер баҫҡан кеше ине, осоп йөрөнө, ҡанаты ғына булманы. Әле лә бирешмәй, машинала йөрөй, йәшенә ҡарамай, Иҫәндә өй һалды.
КҮҢЕЛ ЯҠТЫЛЫҒЫ
Дамир бик кешелекле. Мин, мәҫәлән, бесәй яратмайым, ә ул үлә инде шул мәхлүктәр өсөн, урамдағы ҡарауһыҙ бесәйҙәргә өйҙән билмәндәр сығарып бирә. Уларҙың да ауыҙы бар бит, ти етмәһә. Ас йөрөйҙөр, ана бит, арттан эйәреп килә, тип ҡулындағы ризығын урамдағы берәҙәк эттәргә биреп китеү уға бер ни тормай. Дамир тыштан ялтырап торған кеше түгел, күңеле яҡты уның, мин-мин, тип яу ҡуптармай, өндәшә һалып та бармай. Элек әсәйем ҡунаҡҡа килгәнендә, кейәүҙең килмәгән ере юҡ, тик бына һөйләшә һалып бармай, ти торғайны. Ҡайҙа йәшәһәк тә, ғүмер буйы күршеләр менән татыу йәшәнек, был да Дамирҙың күңел яҡтылы-
ғынан киләлер.
КӘМ ЙӘШӘМӘНЕК
Бер мәл өйөбөҙгә телевидениенан тапшырыу төшөрөргә килделәр. Ҡунаҡ бүлмәһендә сәй эсәбеҙ. Тапшырыуҙы алып барыусы, һеҙ үҙ-ара талашҡанығыҙ бармы, тип һорап ҡуйҙы. Быны төшөрәгеҙме, тим. Юҡ, тиҙәр. Улайһа, яуап бирәм: беҙ бер ваҡытта ла ябай ир менән ҡатын булып, өйҙәге ниндәйҙер мәшәҡәттәр өсөн талашҡаныбыҙ юҡ, әммә эш бу-йынса бәхәсләшә башлаһаҡ, түбәгә тиклем саң күтәрәбеҙ, спектаклдәге берәй мезансцена өсөн һуғышыр хәлгә етәбеҙ, тим. Камералары тө-шөрөп торған икән, тапшырыуҙы ҡа-рап ултырһаҡ, һөйләгәнемде бөтөн мирға күрһәттеләр. Үҙ һүҙлемен шул бигерәк. Тормошобоҙҙоң рухи яғына һүҙ ҙә юҡ, сәнғәт беҙҙе күтәрҙе лә, ашатты ла. Матди яғына килгәндә, башҡаларҙан кәм булмаҫҡа тырыш-тыҡ, бик ҡәнәғәтмен. Дамир һүҙендә торҙо: алтын тауҙар вәғәҙә итмәне, ләкин кешеләрҙән дә кәм йәшәтмәне.
Шулай итеп...
"Ирҙе ир иткән дә ҡатын, хур иткән дә ҡатын", ти халыҡ мәҡәле. Бәхәс юҡ. Көслө тыл булмайынса яуға барып булмай. Тормошта ла шулай.

Исмәғзәм ИСМӘҒИЛЕВ
яҙып алды.

Автор: