Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
10 Июль , 10:00

ТЕЛӘК БУЛҒАНДА МӨМКИНЛЕК ТАБЫЛА

Атайһыҙ үҫкәс, эште ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егет эшенә бүлеп торманыҡ, шуға эш ҡоралдары менән идара итә беләм. Тоттом да үҙебеҙҙең диванды ҡутарып, яңынан тышлыҡ кейҙереп, ҡороп ултырттым. Быны күргән таныш-тоноштар аша хәбәр таралды, заказдар килде, ә миндә дәрт уянды,--ти Венера Ирғәлина.

ТЕЛӘК БУЛҒАНДА МӨМКИНЛЕК ТАБЫЛА
ТЕЛӘК БУЛҒАНДА МӨМКИНЛЕК ТАБЫЛА

Ҡар өҫтөндә усаҡ яғыр, сабып барған атты туҡтатыр ҡатын-ҡыҙҙар була бит. Сос, эшкә әрһеҙ, нимәгә тотонһа ла килтереп сығарыр гүзәл заттарҙың береһе ул—Венера Ирғәлина.

Венера--Баймаҡ районы Төркмән ауылы ҡыҙы. Тәүҙә Сибай педагогия колледжында технология уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштергән. Унан Магнитогорскиҙа физика-математика йүнәлешендә белем ала. Ауыл мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. Кейәүгә сығып, бер-бер артлы тыуған улы менән ҡыҙын ҙурайтҡандан һуң, башҡаса мәктәп эшенә бармай. Хакимиәттә эштәр идарасыһы булып тәжрибә туплай. Сибай ҡалаһына күсеп килеп, өсөнсө бәпәйен тапҡас, ҡапыл тәүге һөнәренә ынтыла башлай.

--Бер мәл ситтән килеп иҫке дивандарҙы йыйып, уларҙы ремонтлау, ҡайтанан тышлау менән булышҡан оҫта менән таныштым. Миңә ярҙам итергә тәҡдим иттем. Шулай итеп, диван-кресло тышлыҡтары тегә башланым. Өйрәтеүсе лә булманы, үҙем белгәнсе эшләнем һәм килеп сыҡты. Ул кешенең үҙ транспорты юҡ ине һәм мин, машина йөрөтә белеүемде иҫәпкә алып, заказ йыйыуға ла бергә йөрөргә риза булыуымды белдергәйнем. Әммә ул үҙе ҡаршы булды. Ләкин күңел төшмәне. Был тәңгәлдә үҙаллы эшләй алыуыма ышана инем. Атайһыҙ үҫкәс, эште ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егет эшенә бүлеп торманыҡ, шуға эш ҡоралдары менән идара итә беләм. Тоттом да үҙебеҙҙең диванды ҡутарып, яңынан тышлыҡ кейҙереп, ҡороп ултырттым. Быны күргән таныш-тоноштар аша хәбәр таралды, заказдар килде, ә миндә дәрт уянды,--ти Венера Ирғәлина.

Бәләкәс улы Алмазға 6 ай булғас, Венера Тәлғәт ҡыҙы бер бинаны ҡуртымға алып, айырым цех аса һәм шунда тегеү, сигеү машинкаларын урынлаштыра. Йомшаҡ йорт йыһаздарын яңынан тышлау, этно стилдәге яҫтыҡ тыштары әҙерләү, кейемдәргә, сумкаларға биҙәк һалыу—уның төп эше. Кемдеңдер заказын цехта үтәһә, ҡайһы берәүҙәренә өйҙәренә барып үлсәп алып китә лә, япма әҙер булғас, алып барып тышлай. Хатта диван-креслоларҙы үҙе һүтеп, үҙе йыйып ҡуя.

--Заказһыҙ ултырғаным юҡ. Кеше бер-береһенән ишетә, ҡыҙыҡһына. Һәр береһенең теләген иҫәпкә алам, урын-еренә еткереп эшләргә тырышам. Ҡәнәғәт клиент һүҙҙәре—иң яҡшы реклама булыуын күҙ уңынан ысҡындырмайым. Ғәҙәттә, йәтеш мебелгә 3-7 көн ваҡыт китә. Бер ғаилә ике диванын, ике креслоһын яңыртҡайны, уларға 3 ай ваҡытымды бағышланым,--ти Венера.

Оҫта ҡуллы ханым ире менән өс бала үҫтерә. Унан тыш, коляскала ултырған әсәһен баға. Ире ҡырҙа вахта ысулы менән эшләй. Улар үҙҙәренә йорт та һала башлаған.

--Яратҡан эш—ярты бәхет, тиҙәр. Мин бының менән килешәм. Әлеге эшемә мин хоббиға ҡараған кеүек ҡарайым, яратып, бар күңелемде һалып эшләйем. Бер туҡтауһыҙ эҙләнеү, уйланыу өҫтөндәмен. Идеяларым күп. Алла бирһә, ҙур цех асып, милли кейемдәр, этно стилдәге әйберҙәр тегеү эшен яйға һалырға уйлайым. Коляскала ултырһа ла балаларымды ҡарашып, өйгә күҙ-ҡолаҡ булған әсәйемә рәхмәтлемен,--ти Венера Тәлғәт ҡыҙы.

“Аҡсаң юҡ икән—күберәк эшлә, белемең юҡ икән—күберәк уҡы, теләгең бар икән—мөмкинлек тап”,--тигән кәңәштәрен еткерә әңгәмәсебеҙ замандаштарына. Мыжып, үҙен йәлләтергә сәбәп эҙләмәй Венера һәм башҡаларға ла шуны кәңәш итә. Кәрәк икән тота ла эшләй. Шуға күрә лә ул бөгөн үҙ эшенән ҡәнәғәт булып, яңы идея-маҡсаттар менән алға бара.

Резеда Усманова.

АВТОРҘЫҢ ҺӘМ РЕДАКЦИЯНЫҢ РӨХСӘТЕНӘН ТЫШ, БАШҠА САЙТТАРҒА МӘҠӘЛӘНЕ АЛЫУ ТЫЙЫЛА.

Автор:
Читайте нас: