Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
8 Июль , 09:40

ЙӘРЛЕ ТОРМОШ ЙӘМЛЕ

Бәхет тыныслыҡ ярата тиһәләр ҙә һеҙгә бәхетле матур ғаилә хаҡында һөйләмәй булдыра алмайбыҙ. Яҙғаныбыҙ, бәлки, кемгәлер--үрнәк, кемгәлер һабаҡ бирер, ә ҡайһы берәүҙәрҙә өмөт тә уятыр.

ЙӘРЛЕ ТОРМОШ ЙӘМЛЕ
ЙӘРЛЕ ТОРМОШ ЙӘМЛЕ

Бәхет тыныслыҡ ярата тиһәләр ҙә һеҙгә бәхетле матур ғаилә хаҡында һөйләмәй булдыра алмайбыҙ. Яҙғаныбыҙ, бәлки, кемгәлер--үрнәк, кемгәлер һабаҡ бирер, ә ҡайһы берәүҙәрҙә өмөт тә уятыр.

Эйе, был донъяла иңгә-иң терәп, парлы йәшәү күпкә еңелерәк. Ишле, йәрле булғанда үҙеңдең киләсәгеңде ышаныслыраҡ тояһың, аяҡтарыңда ла ныҡлы тораһың. Ишмырҙа ҡыҙы Эльвира Йәмил ҡыҙы кейәүгә сығып, өс балаға ғүмер биргәс, яңғыҙ ҡала. Баш баҫып, бар ауырлыҡтарҙы яңғыҙ күтәреп, һыр бирмәй ҙә йәшәй алыр ине. Эйе, булдырыр ине. Сөнки ҡулынан килмәгән эш юҡ: заказға торт-бәлештәр ҙә, тәмлекәстәр ҙә бешерә, кейемгә милли биҙәктәр ҙә төшөрә. Аҡмаһа ла тамып тора тигәндәй, аҙмы-күпме килем дә ала. Ауыл эшенән дә һис ҡурҡмай. Гөрләтеп донъя көтөргә сослоғо ла, эшһөйәрлеге лә бар. Әммә йәшлек нисек тә үтә, ҡартайғас сөкөрләшеп сәй эсергә лә иптәш кәрәк бит әле. Ниңә янып торған йәшлекте яңғыҙ үткәрергә, шулаймы? Шуға ул үҙенә кәртә ҡуймай, танышыуҙарҙан баш тартмай.

Хыялыңдың тормошҡа ашыуын теләһәң, сәбәп ҡыл, тиҙәр. Сөнки ҡоро хыялланыуҙан ғына фәтүә самалы. Яңғыҙаҡтар өсөн бөгөн “Аулаҡ өй”ҙәр ойошторола. Үҙ йәрен осратырға теләүселәр нәҡ шундай сараларға йөрөй ҙә инде. Эльвира менән Ирек тә ошо “аулаҡ”та таныша. Донъя көтөргә етди теләге, ынтылышы булған Ирек Борис улын Эльвираның өс балалы йәш ҡатын булыуы һис ҡурҡытмай. Улар бер-береһен оҡшата. Уртаҡ маҡсат-теләктәренең булыуы берләштерә. Улар ғаилә ҡороп, егеттең ауылы Үрге Иҙристә төплөнә. Бөгөн заманса бөтә шарттар ҙа булған киң, иркен, бөхтә, йылы һәм яҡты йортта гөрләтеп донъя көтәләр. Уртаҡ ике балаға—Гәлсәргә һәм Рамзанға ғүмер биргәндәр.

--Шөкөр, иремдән уңдым. Ҡулынан килмәгән эш юҡ, нимәгә тотонһа ла эшләй. Иң мөһиме—ғаиләһен ярата. Балалар уға атлығып тора. Оло ҡыҙыбыҙ Айзилә үҙе ғаиләле, бер ул үҫтерә. Рәфил менән Иҙел Ҡолсора мәктәбендә уҡый, бейеү ансамблендә шөғөлләнә. Гәлсәргә--3, Рамзанға 1 йәш тә 9 ай. Ирек Түбә ауылындағы заправкала эшләй, мин балалар менән өйҙә. Мал, ҡош-ҡорт көтәбеҙ, бесән эшләйбеҙ, умарта тотабыҙ. Мин ул йә был курстарға яҙылып, үҙемә өҫтәмә һөнәр алып торам. Ирем һис кенә лә ҡаршы төшмәй, киреһенсә хуплап-йөпләп тора,--ти Эльвира.

Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, бер-береһенә тап килеп кенә торған Йәнғәлиндар ғаиләһенә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Икеһе лә эшһөйәр, икеһе лә ҡул эшенә оҫта. Бик матур пар улар. Күҙ генә теймәһен!

Резеда Усманова.


Авторҙың һәм редакцияның рөхсәтенән тыш, башҡа сайттарға мәҡәләне алыу тыйыла.

Автор:Резеда Валиева