Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
4 Июль , 14:05

Ауылдың “кендек инәһе”

35 йылдан ашыу ауыл халҡының сәләмәтлеге һағында торған, әле хаҡлы ялда булған ихтирамға лайыҡ фельдшер Фәнүзә Ҡәйепова.  

Ауылдың “кендек инәһе”
Ауылдың “кендек инәһе”

Хәйбулла районының Сәғит ауылы Ырымбур өлкәһе менән сиктәш. Халыҡ телендә Ҡалтай тип йөрөтөлгән был төйәк уңған, тырыш кешеләре менән дан тота. Бында башлыса мал көсө менән көн күрәләр, күптәре вахта ысулы менән ситтә эшләй.
Ауылда йәштәр аҙ, күберәге—хаҡлы ялдағылар. Ҡасандыр гөрләп торған белем усағы ла үҙ ишектәрен ябырға мәжбүр булған, фельдшер-акушерлыҡ пункты ла фельдшер булмағанлыҡтан, бикле тора. Шуға ла ауыл менән танышыуҙы ошо ергә йәм өргән, ҡот биргән, йәштәргә өлгө күрһәтеп ғүмер иткән, ҙур хөрмәткә лайыҡ ағинәйҙәр менән танышыуҙан башланыҡ.
Уларҙың береһе—35 йылдан ашыу ауыл халҡының сәләмәтлеге һағында торған, әле хаҡлы ялда булған ихтирамға лайыҡ фельдшер Фәнүзә Ҡәйепова.

 

Фәнүзә Ҡәйепова—оҙаҡ йылдар ауылда фельдшер булып эшләгән хөрмәтле ағинәйҙәрҙең береһе. Степной (халыҡ телендә–Ҡараһыу) ауылы ҡыҙы Сибай медицина училищеһын тамамлап, 1972 йылда район үҙәк дауаханаһының инфекция бүлегендә эш башлай.

Һөйкөмлө һәм һәр сирлегә иғтибарлы шәфҡәт туташына күҙ һалыусы егеттәр аҙ булмағандыр, әммә ҡыҙ үҙе эшләгән бүлеккә сирләп килгән Сәғит ауылы егете Ғәлиулла Хәмит улына тәү күргәндә үк ғашиҡ була. Йәштәр бер аҙ дуҫлашып йөрөгәндән һуң ғаилә ҡора һәм ауылда төпләнеп ҡала. Килен булып төшкәндең икенсе көнөнә үк Фәнүзә Зыя ҡыҙы ауылдағы бикле торған фельдшер-акушерлыҡ пунктында эш башлай һәм 35 йыл ауылдаштарының сәләмәтлеге һағында тора.
Бер ваҡытта ла ауыл фельдшерына эшләүе еңелдән түгел. Тәүлектең һәр сәғәтендә уға мөрәжәғәт итеүселәр табыла, көн һәм төн тимәй, ямғыр яуамы, ҡармы—ул һәр саҡ сирлеләр янына ашыға, уларға тәүге ярҙам күрһәтә. Фәнүзә Зыя ҡыҙының йоҡоһоҙ үткәргән төндәре лә күп була, әммә һис кенә лә зарланып ултырмай. Иренең дә уны һәр саҡ аңлап тороуы, кәрәк ваҡытта үҙенең транспорты (тракторҙан башлап еңел автомобилгә тиклем) менән ауырыуҙы район дауаханаһына алып барыуы, кире көтөп алып ҡайтыуы маҡтауға лайыҡ.
—Эшемде яратҡас, ауыр булды тип әйтә алмайым. Киреһенсә, кемгәлер ярҙам итеүем, уны үлемдән йолоп ҡала алыуым менән бәхетлемен,—тип һүҙ башланы әңгәмәсем.—Бигерәк тә ауыр-
лы ҡатындарҙы дауаханаға алып барып һалыуы ҡыйын ине. Улар көндәре еткәнсә, ғаиләһен, өйөн ташлап китә алмай йөрөү сәбәпле, ахыр сиктә өйҙә бала таба ине. 20-нән ашыу балаға “кендек инәһе”мен. Яҙ көнө Таналыҡ йылғаһы ажарланып ташыр ине, уны сыға алмай йөрөгән саҡтар ҙа иҫтә. Хатта район үҙәгенә барып, укол-дарыуҙар алып ҡайтырға ла юл булмаған осорҙар булғыланы. Ул яҡтан иремә рәхмәтлемен, отчет менән барғанда миңә кәрәкле дарыуҙарҙы алып, бер ваҡытта ла “юҡ, барма, йөрөмә” тип ултырманы. Шуға ла тыныс күңел менән эшләнем.
Хаҡлы ялдағы ауыл фельдшерына бөгөн дә ярҙам һорап килеүселәр бихисап, сөнки, башта яҙып үтеүебеҙсә, ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункты бикле тора, эшләргә кеше юҡ. Ауыл халҡы ҡайҙа барһын, йүгереп Фәнүзә Ҡәйеповаға килә. Гиппократ антына ғүмере буйы тоғро ҡалған медицина хеҙмәткәре һис кенә лә ауылдаштарының үтенесен ҡаҡмай, кәрәк ваҡытта ҡан баҫымын үлсәп, ниндәй дарыу алырға кәрәклеген әйтә, уколдар ҙа һалып ебәрә.
Тормош иптәше вафат булғас, ҡайғы-хәсрәттәрен ҡул эштәре менән баҫа, дини белем эстәргә тотона. Фәнүзә Зыя ҡыҙы бәйләгән төрлө диван, ултырғыс япмалары, үҙ ҡулдары менән эшләнгән хәситә, селтәр, ҡашмауҙары күҙҙең яуын ала. Бик оҫта итеп шиғырҙар уҡый, матур йырлай ҙа.
Ҡыҙы Лилиә лә әсәһенең юлынан киткән, ул Садовый ауылында фельдшер булып эшләй. Ире менән бер ул үҫтерә, ауылдарында өлгөлө ғаиләләрҙең береһе.
Ике улы, Данил менән Венер, әсәләрен һәр саҡ шатландырып тора, уларҙың икеһе лә, аталары кеүек, техникаға мөкиббән киткән ир-азаматтар. Данил кәләше Нәсимә менән ауылда йәшәй, әсәһенең оло ярҙамсыһы, терәге. Бөгөн Фәнүзә Ҡәйепованың алты ейән-ейәнсәре бар, улар—өләсәләренең иң көтөп алған ҡәҙерле ҡунаҡтары.
Бер минутын да бушҡа үткәрергә ғәҙәтләнмәгән Фәнүзә Зыя ҡыҙы баҡсаһын ҡарай, ҡош-ҡорт аҫрай, кис көнө ғәрәпсә өйрәнеп, Ҡөрьән-Кәримде уҡып, дини һабаҡтар ала.
Артабан да балалар игелеге күреп, күңел тыныслығында йәшәргә яҙһын!


Кәримә Усманова.
Һүрәттә:
Фәнүзә Ҡәйепова.
Автор фотоһы.

Автор:
Читайте нас: