АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
1 Июль , 12:35

"Атайсал" проектының лидеры

“Атайсал” проектында әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе беҙҙең яҡташыбыҙ, Баймаҡ районы Бетерә ауылы егете, эшҡыуар Илсур Нәбиуллин. Ул тыуған ауылы Бетерәлә үҙ аҡсаһына мәсет төҙөтөп кенә ҡалмай, Башҡортостаныбыҙҙың 10-дан ашыу иман йортона ремонт эшләтеүгә үҙ өлөшөн индерҙе. “Ҡаҙағстанда Башҡортостан Республикаһы көндәре”н үткәреүгә, “Урал батыр” эпосын ятан һөйләүсе йәш сәсәндәр һәм башҡа бик күп конкурстарҙы ойоштороуға ла ярҙам ҡулын һуҙҙы.Уның тырышлығы менән обелиск, стела яндары таҙартылды, тәртипкә килтерелде, махсус операциялағы егеттәргә ярҙам ебәрелде уларҙың яҡындарына ярҙам күрһәтелде һәм башҡалар.

"Атайсал" проектының лидеры
"Атайсал" проектының лидеры

Башҡортостанда өсөнсө тапҡыр “Ватан көсө--сила Отечества” форумы үткәрелде.

Өс йыл эсендә 5,5 мең яҡташыбыҙ кесе Ватаны өсөн 1,3 млрд һум аҡса бүлде. Бөтәһе 25 меңдән ашыу инициатива бойомға ашырылды. Проект сиктәрендә мәсеттәр, храмдар төҙөлә, шишмәләр кәртәләнә, мәктәптәргә, мәҙәниәт йорттарына ярҙам күрһәтелә, махсус операциялағы егеттәргә ярҙам күрһәтәләр, маскировка селтәрҙәре үрәләр.

--“Атайсал” – изге көстө тыуған яҡ үҫешенә ебәреүсе проект. Төрлө йәштәге, төрлө һөнәрле, төрлө милләтле, төрлө динле кешеләр уның янында тупланды. Беҙҙең берҙәмлек, Ватанға һөйөү – беҙҙең көс,--ти республика Башлығы Радий Хәбиров.

 

Әйткәндәй, “Атайсал” проектында әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе беҙҙең яҡташыбыҙ, Баймаҡ районы Бетерә ауылы егете, эшҡыуар Илсур Нәбиуллин. Ул тыуған ауылы Бетерәлә үҙ аҡсаһына мәсет төҙөтөп кенә ҡалмай, Башҡортостаныбыҙҙың 10-дан ашыу иман йортона ремонт эшләтеүгә үҙ өлөшөн индерҙе. “Ҡаҙағстанда Башҡортостан Республикаһы көндәре”н үткәреүгә, “Урал батыр” эпосын ятан һөйләүсе йәш сәсәндәр һәм башҡа бик күп конкурстарҙы ойоштороуға ла ярҙам ҡулын һуҙҙы.Уның тырышлығы менән обелиск, стела яндары таҙартылды, тәртипкә килтерелде, махсус операциялағы егеттәргә ярҙам ебәрелде уларҙың яҡындарына ярҙам күрһәтелде һәм башҡалар.

 


Илсур Ғәйнетдин улын төбәк халҡы яҡшы белә. Ағас эше менән булышҡан эшҡыуар егет юғары уңыштарға өлгәшеп, бөгөн республикабыҙҙа уҙғарылған күп кенә сараларҙа, атап әйткәндә "Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте" төбәк йәмәғәт ойошмаһы--"Ҡатын-ҡыҙ - Милләт Әсәһе", "Йәшлек-шоу" һәм "Наҙлы баласаҡ" кеүек проекттарҙа меценат һәм бағыусы ролен башҡара. Коронавирус пандемияһы ваҡытында Илсур Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, етем балаларға һәм ҡарттар йорттарына ярҙам күрһәтте. Шулай уҡ "Әсәйем Башҡортостан Республикаһында ял итеүгә лайыҡ" проектын уңышлы тормошҡа ашырҙы, уның ярҙамында республиканың төрлө райондарынан 28 әсә 7 көн дауамында шифаханала дауаланды. Илсур махсус хәрби операция башланғандан алып яугирҙәрҙе ярҙамынан ташламай. Машина, мунса, окоп һәм блендаж әҙерләүгә таҡталар һәм башҡа кәрәк-төйәк тейәгән ылауҙы шәхсән үҙе оҙатып барҙы.

Башҡорт халҡының тоғро улы, үҙ милләтен һәм республикаһын ихлас яратҡан яҡташыбыҙ 2014 йылда “Йылдың социаль эшҡыуары” республика конкурсында тәүге урынға сыҡҡайны, ә 2020 йылда “Ҡурай” телевизион каналы ойошторған “Ҡурай Даны” премияһына лайыҡ булып, “Йыл меценаты” номинацияһында еңеү яуланы. Уҙған йыл ул республика Башлығы ҡулынан Салауат Юлаев орденын да алды.
-- Миңә 5 йәш кенә булғанда ағайым менән икәү етем ҡалғайныҡ. Шулай ҙа ғүмер бүләк иткән ата-әсәйемә, һәр саҡ миңә терәк булған ағайыма, беҙҙе тәрбиәләп үҫтергән өләсәйемә рәхмәтлемен. Әйткәндәй, өләсәйем тәрән аҡыллы кеше ине. Уның кәңәштәре, хәстәре бөгөн дә мине илһамландыра, тормош юлынан ныҡлы аҙымдар менән барырға мөмкинлек бирә. 16 йыл элек ағайым Тимур менән эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә ҡарар иткәйнек һәм шунда уҡ, килемебеҙ аҙ булған саҡта ла, хәйриәлек менән булыша башланыҡ, мохтаждарға ярҙам күрһәттек. Уның менән ауылыбыҙҙа беренсе тапҡыр республика кимәлендә “Урман һабантуйы” үткәреүебеҙ бай тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ул башҡа һабантуйҙарға оҡшамаған, стандарт булмаған байрам булды. Мәҫәлән, көрәш урынына батырҙар ярышы үтте, ат сабышы урынына тракторҙар уҙышы ойошторолдо... Халыҡҡа бик ныҡ оҡшағайны. Ағайым көслө терәк ине, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәрхүм булып ҡалды,--ти Илсур.

Әйткәндәй, быйыл 29 июндә Граф күле буйында йәнә Урман һабантуйы үтте. Башҡортостан Башлығы гранты конкурсында ҡатнашып, еңеү яулаған поект сиктәрендә үткән сара бик күңелле булды. Ямғыр яуып тороуға ҡарамаҫтан, һәммәһе лә ярыш-уйындарҙа әүҙем ҡатнашты. Сараның төп ҡунаҡтары урмансылар тәбрикләнде.

Автор:Резеда Валиева