АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
14 Июнь , 11:35

Күңеленән нур бөркөлә

Мин 1939 йылда тыуғанмын. Атайым һуғышҡа киткәндә, миңә ни бары 1,5 йәш булған. Атайым—колхоз рәйесе, ә яу яланында командир була. Дошман пуляһы бер сикәһенән инеп икенсеһенән килеп сыға, әсирлеккә лә эләгә. Әсәйемә уның үлемен хәбәр иткән ике хат килә. Ауыр заман, артабан йәшәргә кәрәк. Әсәйем икенсе кешегә кейәүгә сығып, ғаилә ҡора. Шул саҡ атайым ҡайта. Бына шундай ҡыҙғаныс яҙмыш, нишләйһең инде?!

Күңеленән  нур  бөркөлә
Күңеленән нур бөркөлә

Замандаштарыма ҡарайым да уйға ҡалам: ашарға бар, кейергә бар, әммә улар үҙ-ара тупаҫ, тәкәббер, бер-береһенә асыулы. Туған туған менән, күрше күрше менән ҡатышмай киткән осраҡтар ҙа етерлек. Шул мәлдә күпте күргән, күпте кисергән, юҡсыллыҡ заманын иңгә-иң ҡуйып, ауырлыҡтарҙы бергә еңгән оло быуын вәкилдәренә ҡарайым: йөҙҙәрендә нур уйнай. Уларҙы икһеҙ-сикһеҙ хәсрәттәре баҫмаған, һуғыш урлаған баласаҡтары күңелдәрен ҡатырмаған. Ихластар. Алсаҡтар. Киң күңеллеләр. Сабырҙар.
Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылына юл төшкәндә Ғәлиә инәй Урманова менән таныштыҡ. Тиҙҙән үҙенең 85 йәшен тултыра ул. Йөҙөнән, әллә күңеленән әйтеп аңлатҡыһыҙ яҡтылыҡ килгәндәй. Ә бит тормош хәсрәтен күп татыған. Нисек бөгөлөп төшмәгән? Нисек һынмаған?

—Мин 1939 йылда тыуғанмын. Атайым һуғышҡа киткәндә, миңә ни бары 1,5 йәш булған. Атайым—колхоз рәйесе, ә яу яланында командир була. Дошман пуляһы бер сикәһенән инеп икенсеһенән килеп сыға, әсирлеккә лә эләгә. Әсәйемә уның үлемен хәбәр иткән ике хат килә. Ауыр заман, артабан йәшәргә кәрәк. Әсәйем икенсе кешегә кейәүгә сығып, ғаилә ҡора. Шул саҡ атайым ҡайта. Бына шундай ҡыҙғаныс яҙмыш, нишләйһең инде?! Әсәйем менән үгәй атайым 5 малай, 1 ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙе. Улар Һөйөндөковтар, беҙ ағайым менән—Мостафиндар. Атайым да ғаилә ҡорҙо, балалар үҫтерҙе. Күреп, аралашып торҙоҡ. Ә кемгә үпкәләйһең, һуғыш пыран-заран килтергән яҙмыш бит,—ти Ғәлиә инәй.
Ғәлиә Ғәлимйән ҡыҙы үҙе Ҡыуат ауылы ҡыҙы, күрше Алғаҙы ауылына килен булып төшә. Иптәше Һөйөндөк Урманов менән биш балаға—өс ҡыҙға, ике улға ғүмер бүләк итәләр. Матур ғаилә булып, гөрләшеп кенә йәшәгән мәлдәрендә бәлә килә. Иң өлкән ҡыҙы Ләләгә—14 йәш, бәләкәсе Римма әле тыумаған да саҡта Һөйөндөк Вәлиул-ла улы 1-се класта уҡыған улы Салауат менән юл фажиғәһенә тарып һәләк була. Бер юлы ирен дә, улын да юғалтҡан йәш ҡатын нисек кенә түҙгәндер—бер Хоҙай белә.
—Эшенә намыҫ менән ҡараған, кешелекле, ауыр түләк, ябай, йомшаҡ һүҙле, матур кеше булды атайым. Теүәл фәндәргә, шахматҡа һәләтле ине. Уның яҡшы сифаттары тураһында бик күп һөйләргә була. Уларҙы балаларында, ейәндәрендә күреп ҡыуанам. Миңә лә мул ғына өлөш сыҡҡан. Ҡустымда ла атайым сифаттарын күреп, һыртынан ғына яратып йөрөйөм.
Атылып һүнгән йондоҙҙай ҡыҫҡа ғүмерендә ир-егеткә тейеш эштәрҙе башҡарып өлгөрҙө. Үҙенән һуң яҡшы аты, уның рухына доға бағышларлыҡ балалары ҡалды. Бөгөн ул ейәндәренә ҡыуаныр ине, балаларының тормошона һөйөнөр ине. Аҡ һаҡаллы, аҡыллы ҡарт булыр ине. Әммә тормош беҙ теләгәнсә генә бармай шул,—тип атаһы мәрхүмде иҫкә ала Ләлә Һөйөндөк ҡыҙы һәм уның иртә таңдан ҡара кискәсә эшләгәнен, “ҡуян күстәнәсе” тип борсаҡ, емеш-еләк, көнбағыш алып ҡайтҡанын хәтерләй.
Эшһөйәр, бала йәнле, йүнсел ирен йәшләй юғалтҡас, Ғәлиә Ғәлимйән ҡыҙы балалары хаҡына тешен ҡыҫып түҙә, тырышып донъя йөгөн тарта.
—Балаларҙы аяҡҡа баҫтырам, уҡытам, тигән маҡсатым булды. Ә мин алдыма алғанды эшләмәйенсә ҡуймайым, үҙемә лә, балаларыма ла талапсан булдым. Ул-ҡыҙҙарымды хеҙмәт менән тәрбиәләп, алама ғә-ҙәттәрҙән йыраҡ тоторға тырыштым. Ләлә менән Римма—филолог, Наил—биолог, Дилә—математик. Барыһына ла юғары белем бирҙем. Үҙем ғүмер буйы башланғыс кластарҙы уҡыт-тым,—ти Ғәлиә инәй.
Бөгөн ул 10 ейән-ейәнсәргә, 2 бүлә-бүләсәргә ҡәҙерле өләсәй бу-лып, балаларының ихтирам-хөрмәтен тойоп, улы Наил һәм килене Әлфиә менән Әбделкәрим ауылында йәшәй.
—Ғүмере буйы тормошто яратты, беҙгә һәр саҡ өлгө булып торҙо, иҫ киткес сабыр, оло йөрәкле әсәйебеҙ. Йырлай-йырлай кейем текте, шиғыр, таҡмаҡ ҡойоп ҡамыр баҫты, тормош фәлсәфәһен һөйләп, орсоҡ өйрөлттө, тән яҙыла тип ҡолас ташлап бесән сапты,—ти ҡыҙы Римма Урманова.
Бына шундай күркәм холоҡло, сабыр рухлы, һәр кемгә үрнәк булырҙай инәй йәшәй Әбделкәримдә!

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: