АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
14 Июнь , 11:15

Беҙҙе йыр ҡауыштырҙы

Ҡайһы бер ғаилә парҙарына ҡарап һоҡланып туймаҫлыҡ! Ысынлап та, улар бер-береһе өсөн генә яралған кеүек һәм яҙмыш уларҙы ҡауыштырып һис яңылышмаған. Шундай күркәм парҙарҙың береһе Баймаҡ ҡалаһында йәшәй. Биктимеровтар бер-береһен тулыландырып ҡына тора. Хәлил ағай ҡулына баян алһа, Дилбәр апай уға ҡушылып йырлап та ебәрә. Ана шулай йырлашып, шатлыҡты ла, хәсрәтте лә бер бөтөн итеп, иңгә-иң терәп, береһе—һыу, икенсеһе ут булып 27 йыл улар тормош юлынан бергә атлай. Ошо дәүер-ҙә улар ниҙәр кисермәгән дә, ниҙәр күрмәгән, әм-мә йәшлек мөхәббәттәренә, биргән анттарына тоғро ҡалған.

Беҙҙе  йыр  ҡауыштырҙы
Беҙҙе йыр ҡауыштырҙы

—Икебеҙ ҙә бер ауылдан: Баймаҡ районы Татлыбай ауылында буй еткерҙек. Хәлил ауыл осонан булһа, минең тыуған йорт урта тирәлә ине. Бер йылда тыуғанбыҙ: мин—ғинуарҙа, ул—апрелдә. Мәктәп йылдары, йәшлек бергә үтте. 8-се класты тамамлаған йылдарҙа клубҡа дискотекаға сыға башланыҡ. Хәлил ҡулына гармун алһа, беҙ уға эйәреп йырлай-йырлай ауылды урайбыҙ йә усаҡ яғып, йырлашып
ултыра инек. Нисектер шулай, үҙем дә һиҙмәй ҡалдым, дуҫлашып киттек. Бик йәшләй генә—18 йәштә ғаилә ҡорҙоҡ. Ике йыл самаһы ҡәйнәмдәр менән ауылда торҙоҡ, унан Баймаҡҡа күсеп килдек,—тип йәш саҡтарын иҫкә төшөрҙө Дилбәр Йәғәфәр ҡыҙы.
Район үҙәгенә күсеп килгәс тә моңға ғашиҡ Хәлил ағайҙы “Ирәндек” бейеү ансамбленә баянсы итеп алалар. Ә Дилбәр апай, ҡулында сабыйы булыуына ҡарамаҫтан, сәс ҡырҡыу оҫталығын арттырыу йәһәтенән тәжрибә тупларға керешә. Ауылдарға автобустарҙа йөрөп үҙенә клиенттар булдыра. Бер аҙҙан Сибайға йөрөй башлай: йә ул мәктәптә, йә был балалар баҡсаһында көндәр буйы сәс ҡырҡыу, прическа эшләү менән була. Яйлап-яйлап ул Баймаҡта үҙенең салонын аса. Башта ҡуртымға бүлмә ала. Оҙаҡ йылдар шулай эшләй ул. Әле иһә ул аяғында ныҡлы баҫып торған эшлекле ханым. Уның үҙенең “PRIMAVERA” исемле матурлыҡ салоны бар.
Баймаҡ районы халҡы салонды ла, Дилбәр апайҙы ла яҡшы белә. Һәр клиентын йылмайып ҡаршы алған, уларҙың теләктәрен теүәл үтәгән оҫтаға эләгергә теләүселәр бик күп.
—Эшемде, клиенттарымды яратам. Һуңғы йыл-дарҙа мәшғүллек үҙәге аша миңә өйрәнсектәр килә. 3-4 ай дауамында мин уларға сәс тәрбиәләү, ҡырҡыу, прическа эшләү серҙәрен өйрәтәм. Конкуренция булыр тип ҡурҡмайым, һау конкуренция булырға тейеш ул. Минең ҡул аҫтын-да практика үтеүселәр араһында үҙ салонын асыусылар ҙа бар. Баймаҡ-та, Урғаҙала, Магнитогорскиҙа бик уңышлы эшләп киләләр. Һәр кемдең үҙ клиенты. Бынан бер нисә йыл элек приступ булып, көтмәгәндә дауаханаға инеп киттем. Операция эшләнеләр. Иртәнсәк уяндым да: “Мине сығарығыҙ”,—тинем. Әлбиттә, сығарманылар. Ә иртәнге сәғәт 7-нән төшкө 12-гә тиклем мин бер нисә кәләшкә прическа эшләргә тейеш инем. Уңайһыҙ булды. Ул саҡта прическа эшләү оҫталары юҡ тиерлек ине. Хәҙер борсолаһы түгел: салондар күп, һәр кем үҙе теләгән оҫтаны һайлай ала,—ти Дилбәр ханым.
Ғаилә башлығының да эштәре уң бара. Ул әлеге көндә Балалар музыка мәктәбендә эшләй. Ҡасандыр ситтән тороп Сибай институтының музыка бүлеген тамамлауы тормошта ярап ҡалған. Хәлил Рәфил улын һәүәҫкәр композитор итеп беләләр төбәктә. Уның йырҙарын Хәсән Усманов, Рәмил Туйсин кеүек халыҡсан моңло йырсыларыбыҙ башҡара. Хәлил Биктимеров моңға ғашиҡлығы менән генә түгел, иманлы булыуы менән дә һоҡландыра. Ул Өфөләге “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә дини һабаҡ алған. Бөгөн төрлө дини йолаларҙы атҡара, сабыйҙарға исем дә ҡуша. Һәр йыл районда балалар өсөн “Иман нуры” конкурсын үткәреп торалар. Рамаҙан айында йә Татлыбай, йә Ҡаратал ауылдарында халыҡҡа табын ҡоралар. Биктимеровтар хәйриә акцияларынан да ситтә ҡалмай. Махсус хәрби операцияла йөрөүселәргә ылау ебәреүҙә әүҙемлек күрһәтәләр, Орск халҡы бәләһенә лә битараф ҡалмағандар.
—Ирем Хәлилдән уңдым, шөкөр. Ул ипле, баҫалҡы кеше. Ғаиләлә берең ут булһа, икенсең һыу булһын, тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит инде. Бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән, күҙ ҡарашынан аңлап татыу йәшәп киләбеҙ. Хәлил—яҡшы атай. Улыбыҙ Ирек, ҡыҙыбыҙ Наҙгөл күберәк атаһы менән серләшә. Минең буш ваҡытым аҙыраҡ та. Хәлил балалар ялға ҡайтһа ишек алдында ҡаҙанда былау бешереп һыйлай, шунда хоккей, футбол уйнайҙар. Бергәләшеп матур урындарға сәйәхәт итергә яратабыҙ. Хәҙер балалар ҙурайҙы инде. Улыбыҙ Өфө дәүләт нефть университетын тамамлап, Өфөлә эшләп йөрөй. Ҡыҙыбыҙ быйыл ҡулына диплом ала, ул буласаҡ фармацевт. Быйыл икеһенә лә туй үткәрергә торабыҙ,—ти Дилбәр апай.
Биктимеровтарҙың ғаиләһенә һоҡланырлыҡ шул. Ҙур, бөхтә өйҙә килешеп, йырлашып татыу йәшәйҙәр. Һәр кемдә матурлыҡ, яҡшылыҡ табырға тырышалар. Ошо күркәм сифаттары йөҙҙәрендә нур булып балҡый.
—Бер мәл бер ҡатын үпкәләп миңә: “Һиңә рәхәт, Хәлилең күҙеңә генә ҡарап тора”,—тине. Был һүҙҙәр мине һиҫкәндәрҙе. Уйланып ултырҙым. Ысынлап та, ирем күҙемә генә ҡарап тора бит, ниңә бығаса был хаҡта белмәгәнмен, тип ҡуйҙым. Шулай, ҡайһы саҡ көнсөлдәрҙең дә, уҫалдарҙың да һүҙенә ҡолаҡ һалырға кәрәк ул. Аллаһы Тәғәлә беҙҙең юлға кешене бушҡа сығармай, ниндәйҙер һабаҡ өсөн ебәрә. Әлеге ҡатындың һүҙҙәренән һуң Хәлилемдең кү-
ҙемә генә ҡарап тороуын, ҡәҙерләүен тағы ла нығыраҡ төшөндөм. Ғаилә татыу, берҙәм һәм ныҡ булһын өсөн бер-береңде яратырға, ҡәҙерләргә
һәм аңларға кәрәк. Бөгөнгө йәштәргә мин шуларҙы теләр инем,—ти Дилбәр Йәғәфәр ҡыҙы.
Ә беҙ иһә Биктимеровтар кеүек күркәм ғаилә-ләрҙең күберәк булыуын теләйбеҙ.
Резеда Усманова.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: