АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
6 Июнь , 09:25

Яҙмыш һынаны, әммә һындырманы

Ҡыҙ бала булып яҡты донъяларға ауаз һалғас тыуған көнөмдө 8 март, тип яҙғандарҙыр инде. Фамилиям менән атай исемем дә, тыуған йылым да ысын түгел ул. Һәр хәлдә 40 йылдан һуң мине эҙләп тапҡан өлкән апайым Фәғилә шулай тине...”- бына шулай башланып китте беҙҙең әңгәмә ауылдашым Фатима апай Миңлейәрова менән.Бына-бына һикһәнгә аяҡ баҫам тип торған апайҙы ауылға ҡайтҡанымда йыш осратам урамда. Һаулығына зарланмай, һәр ваҡыт теремек, һүҙсән, көләкәс. Ғөмүмән, яҙмышына ла зарланмай, нисек бар шулай ҡабул иткән...

Яҙмыш һынаны, әммә һындырманы
Яҙмыш һынаны, әммә һындырманы


Документ буйынса Фатима апайҙың тыуған йылы 1946 йыл. Тыуғас та Фатиманы ғәзиз әсәһе түгел, ә әсе яҙмыш үҙ ҡосағына ала. Әсәһе балаһын тыуҙырғанда гүр эйәһе була. Бала табыу йортонан тура балалар йортона... Береһенән икенсеһенә, икенсенән өсөнсөһөнә... Шулай күсеп йөрөп буй еткерә ҡыҙ бала. Ҡайһы райондыҡы, туғандары бармы-юҡмы икәнен дә белмәй: “Өфө детдомында ла, Асҡын районының Урмияҙ ауылы детдомында ла булдым, бәләкәй булғанлыҡтан күбеһен иҫләмәйем дә инде, - тип хәтер йомғағын һүтә әңгәмәсем.
Урмияҙҙа мәктәп тамамлағас, бер-нисә тиҫтер ҡыҙҙары менән Мәскәү өлкәһенә ФЗО-ға юллана. Егорьевский кизе-мамыҡ комбинаты янында һөнәри белем алып Өфөгә ҡайта. Бында ул “Мир” тегеү фабрикаһының иләү цехына эшкә урынлаша. Йәш белгескә Әй урамындағы ятаҡтан урын бирәләр. Дәртләнеп башкөллө эшкә сума. Осрашыуҙар осраҡлы булмай, тиҙәр. Фатиманың бүлмәләш ҡыҙы Далира Күгәрсен районы Тәүәкән ауылынан булып сыға. Теремек, һылыу ҡыҙҙы ул байтаҡ һынап, күҙәтеп йөрөгәс мырҙаһы Сулпанға димләй һәм йәштәр йәрәшә.
1970 йылда Фатима Тәүәкән ауылына килен булып төшә. Сулпан ағай кәләште мин башҡаланан алып ҡайттым, ҡала ҡыҙын, тип шаярыу ҡатыш маһайып һөйләгәнен ауылдаштары һаман да иҫләй әле. Сулпан ағай ғүмер буйы һауынсы булһа, Фатима апай – шәкәр сөгөлдөрө баҫыуында эшләй.
Шулай һәүетемсә йәшәп ятҡанда күршеһе Шәүрә еңгәй “Башҡортостан ҡыҙы” журналын тотоп инә. Бында Кушнарен районынан Фәғилә исемле ҡатын балалар йортонда тәрбиәләнгән туғанын эҙләп яҙған булған. “Фатима еңгә, һинең тормошоңа тап килеп кенә тора, һине эҙләйҙәрҙер ул”, - ти. Һәм үҙе үк журналдың редакцияһына хат яҙып ебәрә. Һәм бына күптән көтөлгән осрашыу! Фәғилә адресты алыу менән ауылға килеп төшә. Бер-береһенә һыу тамсыларындай оҡшаған бер туған ҡыҙҙар шулай табыша. Тормош китабындағы аҡ таптарҙы икәүләп барлайҙар. Фәғилә апай фани донъяларҙан киткәнсе аралашып, хәбәрләшеп торалар.
Фатима менән Сулпан Миңлейәровтар өс балаға ғүмер бирәләр. Ҡыҙғанысҡа күрә, 36 йыл бергә йәшәгәс, Сулпан ағай үлеп китә. Улы Вилдең һәм ҡыҙы Ләләнең дә ғүмерҙәре ҡыҫҡа була. Был һынауҙарҙы ла оло сабырлыҡ менән күтәрә ул көслө ҡатын. Бөгөнгө көндә улы Илъяс, ейән-ейәнсәрҙәре – оло йыуанысы. Төшөнкөлөккә бирелгәндә инде ҡулында гармуны, мандолинаһы. Гитарала ла уйнай. Матур йырлай ҙа.
- Әле генә килен булып төшкәйнем Тәүәкәнгә, 54 йыл булып киткән дә баһа! – тип әңгәмәсем хәтирәләр ебен икенсе юҫыҡҡа йүнәлтте һәм матур, баҫалҡы тауыш менән йырлап та ҡуйҙы:
-Таңдарҙың да төнгә әйләнгәнен
Ваҡыт бит инде аңларға.
Тик һаман да бала саҡтағылай
Мин ышанам әле таңдарға...
Эйе, тиҙ уҡыла ғүмер китабы... Тотош яҙмышты үҙгәртеп булмаһа ла дөрөҫ юлды һайлап ғүмер көҙөн лайыҡлы ҡаршылау үҙеңдән тора. Ауылдашым Фатима апайҙың яҙмыштың бормалы юлдарында аҙашмауы, бирешмәүе генә лә маҡтауға лайыҡ.

Сәлимә Байгилдина-Ғафарова

автор фотоһы

Яҙмыш һынаны, әммә һындырманы
Яҙмыш һынаны, әммә һындырманы
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: