АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
6 Июнь , 14:50

Дыуанда тыуып, Сибайҙы үҙ итеп...

Мәктәптән ҡайтһам, ни күрәм: өйөбөҙҙөң ҙур яғында, ҡап урталағы өҫтәлдең түрендә баян ултыра. Күрҙем дә һүҙһеҙ ҡалдым. Бер әсәйемә, бер баянға ҡарайым. Әсәйемдең: “Улым, һинең баяның ул, ал, уйна!”–тигән һүҙҙәрен генә хәтерләйем. Нисек итеп уны ҡулыма алғанымды, ниндәй көй уйнағанымды бер нисек тә иҫләмәйем. Хатта баянды ҡосаҡлаған килеш йоҡлап киткән саҡтарым да була ине. Шул ваҡыттан алып ҡулымдан баян төшкәне юҡ.

Дыуанда тыуып, Сибайҙы үҙ итеп...
Дыуанда тыуып, Сибайҙы үҙ итеп...

Күптән түгел Сибай концерт-театр берекмәһенең музыкант-баянсыһы Дим Шәрәфиев Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исеменә лайыҡ булды.

—Дим Барис улы, юғары исемгә лайыҡ булыуығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Хәҙер инде Башҡортостандың атҡаҙанған артисы булараҡ сәхнәгә сығаһығыҙ, ниндәй хис-тойғолар кисерәһегеҙ?

—Рәхмәт! Тулҡынланам. Әйткәндәй, тамашасы алдына сыҡҡан саҡта һәр саҡ күңелдә ниндәйҙер тулҡынланыу була. Был тәбиғи тип һанайым, сөнки артисты һәр саҡ тамашасы һине ҡабул итерме, сығышыңды оҡшатырмы тигән ниндәйҙер бер һорау борсой. Ә инде был юлы мин сәхнәгә тағы ла дәртләнеберәк сығыш яһармын тим. Тамашасыларыма ла, коллективыма ла ифрат рәхмәтлемен.

—Дыуан районында тыуып-үҫкән егет Сибай тарафтарына нисек килеп сыҡты икән? Үҙегеҙ менән таныштырып үтһәгеҙ ине?

—Йыр-моң юллап килдем, әлбиттә. Ысынлап та, күптәр минең Дыуан районынан икәнлегемде белһә, хайран ҡала. Республиканың төньяғынан был яҡ осона килеп сыҡ әле?! Дыуан районының Һикәяҙ тигән ауылында тыуғанмын, аҙаҡ ата-әсәйем Мөлкәт тигән ауылға күсеп барған һәм бөгөнгә тиклем әсәйем Мөкәрәмә Хәйҙәр ҡыҙы шунда йәшәй. Дүртенсе класҡа тиклем Арый мәктәбендә уҡыным һәм йыр-моңға ҡарата тәүге һөйөүөм дә тап ошо белем усағында һалынды, сөнки башланғыс класта уҡыған саҡта тәнәфес булдымы, башҡа малайҙар коридорҙа йәки тышҡа сығып шаяра, ә мин пионер бүлмәһендә ултырған гармунда уйнарға йүгерәм. Бәлки, ул саҡта уйнаным тип әйтеү ҙә дөрөҫ булмағандыр, әммә гармун телдәрендә ниндәйҙер көй сығарырға маташыуым, тәнәфес һайын уның янына килеп йөрөгәнемде бөгөнгөләй хәтерләйем. Исем-шәрифтәрен иҫләмәйем, әммә унда эшләгән пионервожатый апай әсәйемә: “Малайығыҙҙың музыкаға һәләте бар, шул йүнәлештә уҡыуын дауам итһәгеҙ ине. Тәнәфес һайын гармунға уйнарға килә”,–тип кәңәш биргән. Ошо һүҙҙәр өсөн ғүмерем буйы рәхмәтлемен ошо апайға. Әсәйем дә музыкаға булған һәләтемде үҫтерергә теләнеме, әллә уҡытыусыларҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалдымы, ни булһа ла 10 йәше лә тулмаған улына баян һатып биреп, мине “күккә мендерҙе”, ғүмерлек яҙмышыма юл асты. Ауыл магазинына кемдер баян алып килергә заказ биргән дә хаҡы бик юғары булғас, уны һатып алмаған. Әсәйем был хаҡта ишетеп ҡала һәм, аҡсаһы булмаһа ла, күршеләренән, һәр өйҙән тиерлек аҡса һорап, уны һатып алырға батырсылыҡ итә. Мәктәптән ҡайтһам, ни күрәм: өйөбөҙҙөң ҙур яғында, ҡап урталағы өҫтәлдең түрендә баян ултыра. Күрҙем дә һүҙһеҙ ҡалдым. Бер әсәйемә, бер баянға ҡарайым. Әсәйемдең: “Улым, һинең баяның ул, ал, уйна!”–тигән һүҙҙәрен генә хәтерләйем. Нисек итеп уны ҡулыма алғанымды, ниндәй көй уйнағанымды бер нисек тә иҫләмәйем. Хатта баянды ҡосаҡлаған килеш йоҡлап киткән саҡтарым да була ине. Шул ваҡыттан алып ҡулымдан баян төшкәне юҡ.

—Артабан музыкаға һөйөү, баянда тағы ла оҫтараҡ уйнау теләге Өфөгә илтә...

—Эйе. Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында баян класында белем алдым, уҡытыусым Юрий Лысенко булды. Бында беҙ 12-се класҡа тиклем уҡыныҡ, бигерәк тә Баймаҡ, Әбйәлил райондарынан уҡыусылар күп ине. Улар менән бөгөн дә аралашып торабыҙ. Тап Баймаҡ егеттәре артабанғы яҙмышыма ҙур йоғонто яһаны, тиһәк тә була. Гимназия-интернатты тамамлаған бер нисә класташым ул саҡта яңы ғына асылған Сибай институтына уҡырға инергә булды. Уҡыу йортонда музыка бүлеге асылған, хатта үҙҙәренең музыка инструменттарының күп булыуы хаҡында ла хәбәр иттеләр. Ә Өфөләге сәнғәт институтының баян бүлегенә инер өсөн үҙеңдең шәхси баяның булыуы мотлаҡ. Баянға хаҡ һәр саҡ юғары, уны миңә кем һатып бирһен, тип уйланым да киттем класташтарыма эйәреп Сибай тигән ҡалаға. Шулай Сибай институтына уҡырға индем. Ул ваҡытта Сибай филармонияһының да гөрләп эшләгән сағы, бар яҡлап талантлы йәштәрҙе йыялар, беҙҙе лә саҡырҙылар. Шулай ҙа ир-егеттең ил алдындағы бурысы бар, уны ла үтәргә кәрәк тигән уй менән тәүҙә әрме сафына барып ҡайтырға ҡарар иттем. Ҡазан ҡалаһында хәрби оркестрҙа барабансы булдым. 2002 йылдың ғинуар айында Сибай филармонияһына музыкант һәм баянсы булып эшкә килдем. Шул ваҡыттан бына 22 йыл яратҡан коллективымда эшләйем. Форсаттан файҙаланып, музыкаға һөйөү уятҡан һәм мине сихри моңдар иленә етәкләп тигәндәй алып килгән беренсе уҡытыусым Луиза Хәлил ҡыҙы Сәхәүетдиноваға, класс етәксем Фәриҙә Муллайәр ҡыҙы Шәкироваға, баянға өйрәткән уҡытыусым һәм әле лә аралашып торған, миңә бар яҡлап ярҙам иткән, кәңәштәрен биргән Ринат Хәсән улы Байышевҡа оло рәхмәт һүҙҙәремде еткергем килә. —Баян һеҙҙең өсөн нимә ул?

—Баян—минең булмышым, ә сәхнә–яҙмышым. Мин уларһыҙ йәшәй алмайым, баянһыҙ тормошом моңһоҙ, мәғәнәһеҙ булыр ине. Ул мине ҡанатландыра, үҫтерә һәм ауыр саҡтарҙа көс биреүсе ниндәйҙер бер илаһи “дуҫым” да.

—Сәхнәлә сығыш яһағанда төрлө йырсыларға уйнарға тура килә. Йырсылар араһында уйнауҙың айырмаһы бармы ул? Сәхнә булғас, төрлө хәлдәргә әҙер булырға кәрәктер, төрлө ҡыҙыҡлы һәм шул уҡ ваҡытта ҡыҙғаныс хәлдәр булыуы мөмкинме?

—Уйлап ҡараһаң, төрлө хәлдәргә юлығаһың... Ниндәйҙер йырсы менән сәхнәлә тулы гармонияла булып, рәхәтләнеп уйнарға ла мөмкин, йә иһә киреһенсә, ниндәйҙер йырсы менән сығыш яһағанда ҡара тирең сығыуы ла ихтимал. Йырсы менән баянсының үҙ-ара килешеп, бер-берен тулыландырып сығыш яһауы—икеһе өсөн дә оло шатлыҡ һәм еңеү ул. Гастролдәргә лә йыш сығабыҙ, төрлө ҙур сәхнәләрҙә лә сығыш яһарға тура килә. Ҡыҙыҡлы мәлдәр ҙә, илатыр минуттар ҙа була. Мәҫәлән, сәхнәгә сыҡһалар, ҡаушауҙанмы йәки ҡапыл ғына баҙап ҡаламы, ҡайһы бер йырсылар йырҙың һүҙҙәрен онотоусан. Был осраҡта тамашасы һиҙмәһен өсөн баянда йырҙың ҡушымтаһын уйнап ебәрәм, ул арала йырсы ла үҙ асылына ҡайта, ҡаушауы ла бөтә. Шулай бер-береңде тулыландырып, бер-береңә ярҙам иткәндә генә сығыштар көслө алҡыштарға күмелә. —Баянда һеҙ уйнаған төрлө көйҙәрҙән торған сығыштар иҫ киткес тетрәндергес. Үҙегеҙҙең шәхси концертығыҙҙы ҡуйырға уй юҡмы?

—Бар, әлбиттә. Әле күңелдә бик матур көйҙәр тыуа, уларҙы яҙып өлгөртөп тә булмай. Йырсылар өсөн бик күп аранжировкалар эшләргә тура килә. Нисектер үҙем өсөн ваҡыт та юҡ кеүек әле.

—Әйткәндәй, һеҙҙе аранжировкаларҙы юғары кимәлдә итеп эшләүсе булараҡ та күп йырсылар үҙ итә. Һеҙ аранжировка эшләгән йырҙарҙы кемдәр башҡара?

—Башҡортостандың халыҡ артистары Фән Вәлиәхмәтов, Азамат Тимеров, Алһыу Бәхтиева, Хәсән Усманов, үҙе китһә лә моңдары ҡалған Бибисара Азаматова һәм башҡаларҙы әйтер инем. Сибай концерт-театр берекмәһендәге йырсылар өсөн, халыҡ, эстрада бейеү ансамблдәре өсөн көйҙәр яҙҙым, Сибай ҡалаһында үткән “Ирәндек моңдары”, “Урал аръяғы” инвестһабантуйы, Ҡала көнө, һабантуйҙар, “Сулпан” балалар театрындағы бихисап спектаклдәр өсөн көйҙәр булһынмы—барыһында ла мин яҙған музыка. Бөгөн йыр-моң өлкәһендә эшләргә теләгән кешегә ҙур мөмкинлектәр бар, шуға күрә йыр яҙҙыртырға йәки аранжировка эшләтергә теләгәндәр өсөн бар яҡлап та ярҙам итергә әҙермен. Республиканың төрлө тарафтарынан, хатта күрше өлкәләрҙән дә мөрәжәғәт итеүселәр күп.

—Һеҙгә илһам ҡошо күберәк ҡайһы ваҡытта “ҡуныусан”?

—Төндә. Мин тынлыҡта ижад итергә яратам, шуға күрә күберәк төндә эшләйем.

—Улдарығыҙҙың музыкаға ҡарата һәләте бармы?

—Данис һәм Алмас исемле улдарым бар. Данис музыка мәктәбен тамамланы, гитарала оҫта уйнай, көйҙәр ҙә яҙа. Әммә уларҙың икеһе лә үҙҙәренә оҡшаған һөнәрҙе һайланы, сәнғәт өлкәһендә түгел. —Оҫта баянсының иң ҙур хыялы ниндәй икән?

—Рәсәйҙә етештерелгән “Юпитер” исемле баянды алып уйнағым килә. Әммә был әлегә хыял ғына. Ә уның хаҡы бик юғары, бер миллион 500 мең һум тирәһе.

—Буш ваҡыттарығыҙҙы нисек үткәрергә яратаһығыҙ?

—Тәбиғәттә булырға яратам. Кәләшем Зинира менән Башҡортостандың бай мөғжизәле матур урындарына йыш сығабыҙ, тыуған яғым Дыуан районына барабыҙ, балыҡ ҡармаҡлап, еләк, төрлө шифалы үләндәр йыйып, үҙебеҙгә көс һәм илһам алып ҡайтырға тырышабыҙ.

—Ихлас әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Артабан да уңыштар һеҙгә!

 

 

Кәримә Усманова әңгәмәләште.

Автор:
Читайте нас: