Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
15 Май , 10:30

Үҙҙәре уңған, балалары уларҙан да уңышлы

Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылының иң дан ғаиләләренең береһе—Хәлфитдин Илһамитдин улы һәм Зөлфиә Муса ҡыҙы Мөхәмәтйәновтар (һүрәттә) 35 йыл бергә ғүмер итә. Ә бер-береһен улар тағы ла күберәк йылдар белә, сөнки Әбделкәрим мәктәбендә бер класта белем алған. Ҡыуат ауылы егете уҡыған саҡта уҡ ҡыҙға күҙ һалып йөрөһә лә был хаҡта уға белдермәй. 2 йыл Германияла әрме хеҙмәтен тултырып ҡайт- ҡас ҡына егет ҡыҙҙы оҙатып бара. Йәштәр ике йыл дуҫлашып йөрөп, бер-береһен ныҡлы һынағас ҡына, өйләнешә.

Үҙҙәре уңған, балалары уларҙан да уңышлы
Үҙҙәре уңған, балалары уларҙан да уңышлы

 

Әйткәндәй, кейәү менән кәләштең атайҙары—төп ҡоҙалар Муса ҡарт менән Илһамитдин бабай ҙа заманында бер класта уҡыған.

Мөхәмәтйәновтар өйләнешеү-ҙәренә 2 йыл тигәндә үҙ йорттарын һалып инә. Ғаилә башлығы Хәлфитдин Илһамитдин улы һөнәре буйынса балта оҫтаһы. Күркәм йорттарын ул тулыһынса үҙе төҙөй. Биҙәлешен дә бергәләп уйлағас, урын еренә еткереп эшләп тә ҡуя. Сибай педагогия училищеһын тамамлаған Зөлфиә Муса ҡыҙы балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Ситтән тороп БДУ-ны тамамлай. Йәш белгесте оҙаҡламай балалар баҡсаһына мөдир итеп ҡуялар. 38 йылдан ашыу бер урында баш баҫып уңышлы эшләй ул. Балалар баҡсаһының районда алдынғылар рәтендә бу-лыуы, тәрбиәләнеүселәренең йылдың-йылы район, республика кимәлендә юғары уңыштарға өлгәшеүе—уның хеҙмәт емеше. Намыҫлы хеҙмәте Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы билдәһе менән баһаланған. Беҙ Әбделкәримгә бар-ған мәлдә лә Зөлфиә Муса ҡыҙы тәрбиәләнеүселәрен өйҙәрендә Гагарин кубогына уҙған республика олимпадаһына әҙерләй ине.

Ауыл биләмәһендә водитель булып эшләгән ире Хәлфитдин Илһамитдин улы ҡатынының эшенә мөкиббән бирелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

—Балалар баҡсаһы, тәрбиәләнеүселәре өсөн йәнен бирергә әҙер. Кеше улай ҙа ныҡ эшкә бирелер икән. Зөлфиә эшләй башлаған баҡсаға йөрөгән балаларҙың балалары йөрөй инде хәҙер уға. Эшенә лә, өйҙә лә бар нәмәгә лә өлгөрә. Аш-һыуға бик оҫ-та,—ти йылмайып, ғаилә башлығы.

—Эйе, Хәлфитдин мине ошолайтып дәртләндереп, йорт эштәрендә булышып, ярҙам итеп тормаһа, хеҙ-мәтемдә уңыштарға өлгәшә алмаҫ инем. Ауылдың йәмәғәт тормошонда ла ҡайнап йәшәнем. 20 йылдан ашыу ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләнем. Ул мине хәҙер ҡарашымдан аңлай. Бала саҡтан эш күреп үҫкәс, нимәгә то-тонһа ла ҡулынан килә, мейесен дә сығара, төҙөлөштөң дә, техниканың да оҫтаһы. Туғандарға ла ярҙам итеп өлгөрә,—тип хужабикә лә хәләлен маҡтаны.

Ысынлап та, был йортта эште һинеке, минекегә бүлмәй эшләүҙәре, донъя йөгөн төптән бер булып егелеп тартыуҙары күренә. Иң беренсе, улар икеһе лә йәштәрсә дәртле. Зөлфиә Муса ҡыҙы ауылда йәшәһә лә бер ҙә ҡала ҡатын-ҡыҙҙарынан кәм түгел: прическаһы килешле, кәүҙәһе йәтеш, кейеме лә заманса. Ире лә эшлекле, беҙ барғанда ураҙала булһа ла ҡатыны янында аш-һыу бүлмәһендә уралды. Әйткәндәй, эшлекле ханымдың компьютеры ла аш-һыу бүлмәһендә. Эш араһында йәһәт кенә интернетҡа инеп яңылыҡтар уҡып, эшләп алам, ти ул.

—Баҡса үҫтереп, күп итеп мал, ҡош-ҡорт аҫрап, ҡаңғыр-көңгөр килеп йәшәйбеҙ,—тип һөйләй хужабикә.—Ирем ерҙе һөрөп, эшкәртеп бирһә, мин сәсәм, ултыртам, һыу ҡоям. Бала кеүек бағабыҙ шуларҙы. Иха-табыҙға ингән ер шау сәскәгә күмелә. Шулар менән һөйләшәм, матурлыҡтарына һоҡла-нам, ҡара әле Хәлфитдин ҡайһылай матур, тиһәм ирем: «Бөтәсәскәләр ҙә бер иш

инде»,—ти. Емеш-еләк ҡыуаҡ, ағастарының бар төрөн дә ултыртып, үҫтереп ҡараныҡ. Беҙҙең ауылдың тәбиғәт шарттарында ҡурай еләге, ҡарағат уңышлы үҫә. Йә-шелсәләрҙе инде күпләп үҫтерәбеҙ. Былтыр, ышанаһығыҙмы, ике түтәлдән 10 тоҡ кишер йыйып алдыҡ. Нимә һөй-ләп кенә ултырабыҙ ул, Хәлфитдин сығар әле баҙҙан кишер!—тип әйтеүе булды, хужа баҙға төшөп ҙур-ҙур кишерҙәр алып та сыҡты.

—Орлоҡто бер ваҡытта ла һатып алмайбыҙ, үҙебеҙ үҫтерәбеҙ. Бына ошондай ҙур бер нисә кишерҙе, сөгөлдөрҙө ултыртабыҙ. Ялбырап үҫеп, көҙөн орлоҡ бирәләр. Кишер орлоғон май айында күп итеп носкиға һалам да ҡоҙоҡ янында ғына ергә күмеп торам. Үткән һайын һыу ҡойоп йөрөйбөҙ. Бер аҙ ваҡыттан орлоҡ морон төртә башлаһа, һибеп сәсеп сығам. Кишерҙе һирәгәйтмәйбеҙ, хатта ишелеп уңа.

Баҡсанан йыйып алған мул уңышын Мөхәмәтйәновтар тулыһынса эшкәртеп ала: ҡайната, салат яба, тоҙлай, туңдыра, баҙ-ҙа һаҡлай. Артып ҡалғанын туғандарына, яҡындарына тарата. Ҡош-ҡортто ла күп итеп алып үҫтерәләр.

—Балаларға ит кенә ебәрәбеҙ. Ҡайтҡандарында һыйлап ҡалырға тырышабыҙ,—ти әсә.

—Баймаҡта йәшәгән ҡыҙыбыҙ менән кейәүебеҙҙең үҙҙәренең баҡсаһы урап сыҡҡыһыҙ,—тип ҡыуана атай кеше.

Мөхәмәтйәновтар мәрмәр туй-ҙарын—бергә йәшәүҙәренә 35 йыл тулыуҙы билдәләгәндә уларҙан нимә ул бәхет, тип һорайҙар.

Зөлфиә Муса ҡыҙы:

—Балаларың имен-һау, итә-ғәтле, тырыш бәхетле булып, беҙгә ҡарағанда уңышлыраҡ йәшәһә, шул иң ҙур бәхет,—тип яуап бирә.

Ә Мөхәмәтйәновтарҙың ҡыҙ-ҙары Гөлфиә лә, улдары Ғәзим дә һәр яҡлап уңышлы.

Гөлфиә Хәлфитдин ҡыҙы Бай-маҡ ҡалаһының лицей-интернатында юғары категориялы математика уҡытыусыһы. “Йыл уҡытыусы-һы” район бәйгеһендә бушҡа ғына «Мәғариф өмөтө» номинацияһына лайыҡ булмағандыр. Оҫта хужабикә, спортсы, 2 ҡыҙы—8 йәшлек Наҙгөл менән 3 йәшлек Гүзәлгә һөйөклө әсәй, ире Заһир Рәфил улына тоғро ҡатын. Әткәндәй, Гөлфиә менән Заһир ҙа класташтар. Улар Беренсе Этҡолдағы компьютер лицей-интернатында бер-гә уҡыған. Заһир һөнәре буйынса программист, юрист, эске эштәр органдарында етәксе урынбаҫары булып эшләй.

—Ә ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарыбыҙ Миңдинур һәм Рәфил Атанғоловтар—беҙҙең уҡытыусылар! Рәфил Атанғолов улыбыҙ Ғәзимдең уҡытыусыһы! Әбделкәрим мәктәбендә эшләгәндә беҙгә белем бирһәләр, Беренсе Этҡол лицейында ҡыҙым, кейәүемде уҡытҡандар,—тип шатлана Зөлфиә Муса ҡыҙы.—Улар хәҙер: «Ҡоҙа-ҡоҙағыйыбыҙ, киленебеҙ шәп кешеләр, үҙебеҙ уҡытып алдыҡ»,—тиҙәр уйынлы-ысынлы.

Ҡыҙы менән кейәүе ата-әсәй-ҙәренә яҡын булһын өсөн Баймаҡта төпләнгән, ҙур итеп шәхси йорт һа-лып ингән.

Мөхәмәтйәновтарҙың 1997 йылда тыуған улдары Ғәзим (һүрәттә) иһә хәҙер бөтә донъяға билдәле мототурист тиһәк тә була. Эйе, эйе ул әлге көндә мотоцикл менән төрлө илдәр буйлап сәйәхәт итә. Улдары бәләкәй саҡтан зирәк малай була. Башта ауыл мәктәбендә белем алһа, артабан Баймаҡ лицей-интернатында уҡый. Спорт ярыштарында әүҙем ҡатнаша, айырыуса гер күтәреүҙә уға тиңдәр булмай, ул хатта республика ярыштарында ла көсөн һынап ҡарай. Ата-әсәһе тыуған көнөнә гитара бүләк иткәс, шунда уйнарға өйрәнеп, үҙе ижад иткән йырын башҡарып “Ҡош юлы” республика бард йыры фестивалендә лә сығыш яһай.

—Бер ҡараһам, ябай гитараһынан электр гитара яһап алған. Ғөмүмән, ул электроника, техника ме-

нән бәләкәйҙән ҡыҙыҡһынды. Ҡара-майыраҡ торһаҡ, ҡоролмаларҙы һүтеп һала ла ҡуя торғайны. Шунан уны килештереп кире йыйыр ине. Хәҙер ҙә уның ауылға ҡайтыуын көтөп

торалар: кемдең боҙоҡ электр приборҙары бар, барыһын ла йүнәтеп китә,—тип һөйләй улы тураһында Хәлфитдин Илһамитдин улы, ғо-рурланып.—Мотоцикл менән дә кес кенәнән ҡыҙыҡһынды. Ауыл малай-ҙары шул бит инде мотоцикл күрһә иҫе китә, педалгә аяғы етһә, ултырып йөрөтә башлай. Ғәзим дә шулай итте, минең иҫке мотоциклдарҙан үҙенә техника ҡороп алды. 9-сы класты тамамлағас, эшләгем килә тигәс, Юлдыбайға бер техник хеҙмәтләндереү станцияһына ярҙамсы итеп эшкә урынлаштырғайным. Ике көндән быным мине үрләттеләр, мин хәҙер автомобилдәр йүнәтеүсе тип ҡайтып инде. Эшләгән аҡсаһына мотоцикл һатып алды.

Ҡыҙыҡһыныуы бала саҡтан, парашют яһайым да осам тип хыяллана, хәрби двигатель эшләп тә маташа.

—Журналдан күреп ҡалғас, тыштан тимерҙәр индереп, полиэтилендан үҙе эшләне, барыбер осам мин, тип 4 йәшлек сабый сәғәттәр буйы иҙәндә ултырғанын әле лә көлөп иҫкә алабыҙ. Үҫә килә электроника менән етди шөғөлләнә башланы,—тип һөйләй Зөлфиә Муса ҡыҙы.

Ғәзим Баймаҡ лицей-интернатын-да уҡыған йылдарҙа уҡытыусыһы Рәфил Бәҙретдин улы менән физика буйынса район, республика ярыштарында ҡатнаша. Шулай спортты һөйгән, техниканы яҡшы белгән Ғәзим 11-се класты тамамлағас, бер папка грамоталарын тотоп Мәскәүгә юллана.

—Берҙәм дәүләт имтиханы барыбыр беҙҙең балаларға ҙур юл аса. Баш ҡаланың политехник университетына бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ барып инде балам,—тип һөйөнә улының уңыштарына әсәһе Зөлфиә Муса ҡыҙы.—Мәскәүҙә уҡығанында Рәсәй Президенты В.Путин ҡатнашлығындағы Сочила, Ярославль ҡалаһында Рәсәйҙең буласаҡ интеллектуаль лидерҙары форумдарында ҡатнашты. Ауыл бала-һы өсөн шундай кимәлдәге сараларға эләгеү үҙе оло мәртәбә бит инде.

Студент сағында уҡ Ғәзим электр мотоциклдар, башҡа заманса ҡоролмалар проектын эшләй. Уның техника өлгөләре Испанияла уҙғарылған ярыштарҙа еңеү яулай.

Мәскәү политехник университеты «Веломоторс» (Stels) компанияһы өсөн квадроциклға тест үткәргән. Унда Ғәзим Хәлфитдин улы командаһы эшләгән мотоцикл донъя рекорды ҡуя.

—Тәүге курстан «Проект эш-мәкәрлеге» тигән фәнде уҡыныҡ. Студенттар командаларға бүленеп, бер йылда ниндәйҙер техника ҡорорға тейеш. Мин мотоциклдар төркөмөн һайланым һәм шунда һайлау конкурсынан үттем. Иң ҡыҙығы: беҙҙең команда үҙе эшләгән техника менән Испанияға ярышҡа барып ҡайтырға тейеш ине. Әлбиттә, электр мотоцик-лын нулдән башлап ҡороу еңелдән булманы,—ти Ғәзим.

Испаниялағы уҙыш алдынан мотоциклдың бер детале боҙолғас, Ғәзимдең сослоғо команданы ҡот-ҡара. Ул кәрәкле деталде ҡала буйлап эҙләп табып, тиҙ арала алмаштыра. Өҫтәүенә, үҙе пилот булараҡ, ажғы-
рып торған техниканың руленә ултырыуҙан да ҡурҡмай. Өс йыл рәттән Германия, Польша, Испания университеттары араһында беренселек яулай улар. Дүртенсе курста Ғәзим төркөмдәштәре менән боҙҙа йөрөй торған мотоцикл эшләй. Был техникаһы Байкал күле өҫтөндә сә-ғәтенә 210 саҡрым тиҙлек менән елдереп үтә һәм донъя рекорды ҡуя.

Ғәзим ике хеҙмәттәше менән эшләгән «Smart шаттл» пилотһыҙ универсаль транспорт сис-темаһы «Армия—2022» форумын-

да күргәҙмәлә тәҡдим ителә. Был эше өсөн яҡташы-быҙ университеттың «ПИК» йыллыҡ пре-мияһына лайыҡ була.

—V курста дип-лом эше итеп STELS квадроциклын электрлаштырыуҙы алдым. Уны уңыш-лы тапшырғас, университеттағы алдынғы инженер мәк-тәбенә инженер-конструктор итеп эшкә саҡырҙылар. Бында диплом проекты итеп башлаған эшемде тамамлап, презентацияһын үткәрҙек. Хәҙер ике төрлө пилотһыҙ электр машинаһы эшләйбеҙ. Уларҙың береһе парк билә-мәһендә кеше ташыу, экскурсиялар үткәреү өсөн булһа, икенсеһе йөк

машинаһы, заводтарҙа, парктарҙа ауыр йөктәр күсереүгә тәғәйенләнгән. Бер пассажир прототибы Мәскәүҙең ВДНХ территорияһы буйлап йөрөнө һәм әле уның маршрут көйләүҙәрен серия алды өлгөһөнә күсереү буйынса эшләйбеҙ. Йөк машинаһының да прототибы әҙер, оҙаҡламай презентацияһы буласаҡ,—тип һөйләй Ғәзим, яңылыҡтары менән таныштырып.

Алдынғы инженер командаһы менән электр машинаһы, һепереү-вакуум техникаһы проектын әҙерләй башлаған.

Мотоцикл “ене” ҡағылған егет 11-се класта уҡығанда уҡ ошо яратҡан техникаһында донъя буйлап ил гиҙергә, атап әйткәндә Һиндостанға барырға план ҡора башлай.

—Студент йылдарында мотоциклында Башҡортостандың, күрше Татарстандың иҫтәлекле урындарын урап сыҡты. Күптәр ни өсөн ул мотоциклда сәйәхәт итә, тип ҡыҙыҡһы-на. Машина көплө, ә мотоциклда тә-биғәтте асыҡ күрәһең, һауаһын һулайһың, тирә-яҡ менән туранан-тура бәйләнешкә инәһең, ти улым. Тағы ла яңғыҙ йөрөүе ҡыйын түгелме икән, тип тә һорайҙар. Улым үҙе яңғыҙ йөрөһәң кешенең ышанысын яулауы еңелерәк, күберәк беләһең, күрәһең, өйрәнәһең ти. Улым башҡортса, русса яҡшы аралаша, үҙаллы инглиз телен дә өйрәнде. Сәйәхәте тураһында Бәйләнештә селтәрендә ике телдә лә матур итеп постар яҙып бара, фото, видеолар һала. Күп кеше уны күҙәтә,—тип һөйләй әсәһе Зөлфиә Муса ҡыҙы.—Ҡырымдың бар матурлығына 10 көнлөк сәйәхәт иткәндә 25 йә-шен билдәләне. Туҡталырға, йоҡларға урын таба алмай йөрөгәнендә мо-тоциклының нимәһелер боҙолоп бер СТО-ға ингән. Ҡараһа, унда мотоцикл-дар теҙелеп тора икән. Араһында боҙоҡтары ла булған. Хужаһынан һо-раһа, йүнәтерлек түгел, ти икән. Улым эшләп биргән. Йоҡларға урын да табылған, ҡунаҡ та иткәндәр үҙен. Шулай уҡ Карелия Республикаһына, Мурманск, Санкт-Петербург ҡалаларына мотоциклда барып ҡайтты. Рәсәйҙә йөрөгәнендә үҙ илебеҙҙә тип бик борсолманыҡ. Сит илдәргә сыҡҡас, шөрләтте, шикләндерҙе, әлбиттә.

Былтыр август-сентябрь айҙа-рында Ғәзим Төркиә, Грузия, Әрмәнстан илдәрен үткән. Грузияла осраҡлы рәүештә Ирандан Батумиға фатир ремонтларға килгән инженер-дизайнер Мәхмүт исемле ир-егет менән танышҡан. Ул Ғәзимде үҙенә ҡунаҡҡа саҡырған. Яңы йыл алдынан Ғ.Мөхәмәтйәнов Иран, Пакистан, Һиндостан илдәренә юл ала. 10-12 мең саҡрымлыҡ юл үтеп, 26 ғинуарҙа Дели ҡалаһына барып еткән. Әлбиттә, юл ыңғайы Иранда Мәхмүт дуҫында ҡунаҡ була.

Һиндостанда мотоциклын ҡалдырып ҡайтып, хеҙмәт ялы үтеү сәбәпле эшенә ҡайтҡан. Егеттең сәйәхәте менән танышып барған етәкселеге бер айға дистант эшләргә рөхсәт биреү менән Ғәзим сәйәхәтен тағы дауам итте: ул самолет менән Һиндостанға осҡан. Данлыҡлы Тадж-Махалдан сәйәхәтен башлап киткән.Непал иленән Таиландҡа ерҙән йөрөү мөмкинлеге сикләнеү сәбәпле, матайы йөк самолётында осҡан. Үҙенә лә Ҡытайҙа туҡталып, ил менән танышыу мөмкинлеге булған. Таиланд, Малайзия илдәренән һуң һыу юлы менән Тымыҡ океан һыуҙары аша паром менән Индонезияға барып еткән. Шуныһы ҡыуаныслы: ҡайҙа ғына барһа ла Ғәзимгә яңы дуҫтар осрап тора, үҙе лә һәр кемде тыуған иле,

Башҡортостаны менән таныштырып бара. Мосолман илдәрендә хатта ҡайһы бер һүҙҙәрҙең генә оҡшаш булыуы ла күңелде күтәрә, ти.Барлығы 12 ил буйлап сәйәхәт иткән-дән һуң, Ғәзим үҙебеҙҙең илгә еткән ил юҡ, хатта тын алыуҙары иркен, икһеҙ-сикһеҙ ерҙәребеҙҙә нимә теләһәң—шуны эшләргә мөмкинлек

бар, тик ялҡауланмаҫҡа кәрәк тигән һығымта яһай. Уның үҙ эшенә мөкиббән китеүе, коллективында абруйлы булыуынан тыш,  шундай киң шөғөллө, маҡсатлы булыуы һоҡландыра.

Бына шулай беҙҙең баймаҡтар! Ысынлап та, күкрәкте күгәртерлек шул!

Яҡташыбыҙҙың алыҫ сәфәрҙән имен-һау йөрөп ҡайтыуын Әбделкәримдә ата-әсәһе, Мәскәүҙә кәлә-ше Зөһрә көтә. Сығышы менән Ҡыр-мыҫҡалы районының Мөкәй ауылы ҡыҙы Зөһрә Мөхәмәтйәнова Мәскәү мәктәптәренең береһендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Килендәренең матур, татыу, эшлекле башҡорт ғаиләһенән булыуына, улы менән бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап тороуҙарына ҡыуаналар.

—Улым менән киленемдең туйына Мәскәүҙә бергә уҡыған төрлө милләтле дуҫтары күп килде. Шул тиклем шәп, тәрбиәле, уңышлы егеттәр! Беҙҙең яҡты ныҡ оҡшатып, милли-аш һыуыбыҙға иҫтәре китеп, туғандарҙың күплегенә, йолала-рыбыҙға хайран ҡалып ҡайттылар,—тип ҡыуана Мөхәмәтйәновтар.

Ике яҡтан да күмәк ғаиләлә үҫкән матур-матур ғаиләле, туған-ырыу-лы булып, бер-береһе өсөн тауҙай торған, һәр шатлыҡҡа ҡыуанырлыҡ күмәк туғандары барлығына шатланып, ҡатышып йәшәгән, үҙ ерлегендә бәхеттәрен тапҡан ғаиләгә тик изгелектәр теләп, уңыштар теләргә генә ҡала.

Гөлдәр Ҡадаева.

 

 

 

Үҙҙәре уңған, балалары уларҙан да уңышлы
Үҙҙәре уңған, балалары уларҙан да уңышлы
Үҙҙәре уңған, балалары уларҙан да уңышлы
Автор:Гульдар Кадаева