Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
17 Апрель , 08:25

Йәшлектә һөйгән йәр...

Өлгө булырлыҡ, ишле балалар тәрбиәләгән, уларға матур тәрбиә биргән күркәм ғаиләләр күп беҙҙә. Шуларҙың береһе—40 йылға яҡын бергә ғүмер иткән Әминә менән Фәрит Юнысовтар. Улар Хәйбулла районының Оло Әбеш ауылында йәшәй. Икеһе лә оҙаҡ йылдар мәктәптә уҡытыусы булып эшләй, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша.

Йәшлектә һөйгән йәр...
Йәшлектә һөйгән йәр...

Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән ғаиләне яҡлау, традицион ғаилә ҡиммәттәрен
һаҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен популярлаштырыу маҡсатында 2024 йыл Рәсәйҙә Ғаилә йылы тип иғлан ителде.

 

Өлгө булырлыҡ, ишле балалар тәрбиәләгән, уларға матур тәрбиә биргән күркәм ғаиләләр күп беҙҙә. Шуларҙың береһе—40 йылға яҡын бергә ғүмер иткән Әминә менән Фәрит Юнысовтар. Улар Хәйбулла районының Оло Әбеш ауылында йәшәй. Икеһе лә оҙаҡ йылдар мәктәптә уҡытыусы булып эшләй, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша.

Дәүләкән районы Сапай ауылы ҡыҙы Әминә Сәлихйән ҡыҙы бала саҡ хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында, Өфөләге 1-се педагогия училищеһына уҡырға инә. Хәйбулла районы егете Фәрит Танһыҡ улы ла күрше генә урынлашҡан 2-се педагогия училищеһында белем ала. Йәштәр бер-береһен тәү күреүҙә үк оҡшата, күп тә үтмәй өйләнешә. Ҡулдарына диплом алғас та, егеттең тыуған яҡтарына эшкә ҡайталар. Советтар Союзы Геройы Ҡәйүм Әхмәтшин исемендәге мәктәптә хеҙмәт юлын башлайҙар, икеһе лә ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Тормоштарын йәмләп бер-бер артлы улдары Фидан менән Салауат, аҙаҡ ҡыҙҙары Айгизә донъяға килә.

Әминә Сәлихйән ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытһа, Фәрит Танһыҡ улы оҙаҡ йылдар мәктәп директоры булып эшләй, әле тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәрестәрен алып бара. Икеһе лә юғары категориялы уҡытыусылар. Әминә Юнысованың уҡыусылары районда ғына түгел, рес-публикала “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсында һәр саҡ призлы урын ала, бер нисә гран-при яулаған уҡыусылары ла бар. Эштә лә, тормошта ла һәр саҡ бергә булған, татыу һәм өлгөлө Юнысовтар ғаилә-һенә ауылдаштары һәр саҡ һоҡланып баға.

—Бер-береңде аңлап, хөрмәт итеп йәшәгәндә тормошоң да матур, балаларың да яҡшы тәрбиә ала. Бөгөнгө йәштәргә әйтер һүҙебеҙ шул: бер-береһен ихтирам итһендәр, ҡәҙерлә-һендәр, шул сағында беҙҙҙең кеүек матур ғүмер кисерергә насип булыр,—ти улар.

Автор:Кәримә Усманова