АТАЙСАЛ
+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
17 Апрель , 11:15

Тормоштан йәм табып...

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында йәшәгән Миләүшә Хәкимова нәҫел сире арҡаһында инвалид коляскаһында ултырырға мәжбүр. Әммә уның яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, бынамын итеп төрлө картиналар сигеүе күптәрҙә һоҡланыу уятһа, ихтыяр көсө хайран ҡалдыра.

Тормоштан  йәм  табып...
Тормоштан йәм табып...

Бәлә ишек шаҡып килмәй, тигәндәре хаҡтыр, күрәһең. Бәхетле бала саҡ, дәртле йәшлек осорон “ҡанатланып”, “осоп” тигәндәй йүгереп үткәргән ҡыҙҙың кинәт кенә аяҡтары йөрөмәҫ булыр тип кем уйлаған? Хәйер, Миләүшә Фәнил ҡыҙы эшкә йөрәгән саҡтарында кискә табан аяҡтарының арыуын, нисектер уларҙы көскә-көскә атларға мәжбүр иткәнен һиҙә, әммә ҡасандыр бөтөнләй атлай алмаҫын башына ла килтермәй.

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында йәшәгән Миләүшә Хәкимова нәҫел сире арҡаһында инвалид коляскаһында ултырырға мәжбүр. Әммә уның яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, бынамын итеп төрлө картиналар сигеүе күптәрҙә һоҡланыу уятһа, ихтыяр көсө хайран ҡалдыра. Шулай булмаһа, урамға кеше ярҙамы менән генә сығырға мәжбүр булған ханым интернет аша аралашып, аҙаҡ ҡауышып ҡуйыр инеме ни буласаҡ ире менән?! Карелиянан Василий менән бер аҙ ваҡыт интернет аша аралашып алғандан һуң, егет ҡыҙҙың тыуған яҡтарына килә. Һәм, йәштәр бергә ҡалырға ҡарар итеп, әле бик матур донъя көтә. Василий эштә булыу сәбәпле, беҙ уның менән аралаша алманыҡ.

Миләүшә Фәнил ҡыҙына әсәһе Мөғминә Зәкир ҡыҙы ла бер яҡлап терәк һәм оло кәңәшсе. Йәштәр әсәһенең йортонда бергә йәшәй. Өй эсе ҡотло һәм йылы: стеналарҙа эленгән Миләүшә Хәкимованың үҙе сиккән картиналары  йортто йәнә йәйғорҙай төҫтәр-ҙә балҡытып, нурлы итә. Күрәһең, матурлыҡ-ты яратҡан, уны үҙ ҡулдары менән булдыр-ған кешенең йорто ла тап шулай булалыр. Тәҙрә төптәрендә сәскә атып ултырған гөлдәр ҙә оҫта хужабикәләрҙең һәр эшенә маҡтау яуҙырып, күңелдәрен күтәреп ултырған кеүек. Шулай булмаһа, ҡышҡы селләлә тәҙрә төптәре шау сәскәгә күмелер инеме ни?!

Үҙ-ара аралашыу мәлендә уның бер генә мәртәбә лә яҙмышына зарланғанын ишетмәнем, киреһенсә, шул тиклем көслө рухлы булыуына һоҡландым! Көн һайын йәшәү өсөн көрәш барғанда, ғазап һәм әрнеү аша йылмайғанда ла, уның йөҙө шул тиклем нурлы, һәр иртәнге көнгә ышаныс менән ҡарай. Коляскала ултырыуына ҡарамаҫтан, әллә күпме сит илдәрҙе күреүе, Ҡырым, Санкт-Петербургта булыуҙары хайран ҡалдырҙы. Тормоштоң һәр көнөнән йәм табып йәшәй алыуы менән дә күптәргә өлгө ул. Бәғзе берәүҙәр кеүек үҙенең яҙмышына үпкәләмәй, кемделер ғәйепле итергә лә тырышмай, ә киреһен-сә, эргә-тирәләгеләренә һынмаҫ рухы, йәшәүгә ынтылышы менән өлгө булып тора.

—Мәктәптә һәм балалар баҡсаһында эшләнем, хәҙер алты йыл тирәһе инвалид коляскаһындамын,—ти Миләүшә Хәкимова.—Тәүҙәрәк бер аҙ юғалып та, ҡаушап та ҡалдым. “Тормошта артабан нисек йәшәрмен, былай итеп ултырыуым кемгә кәрәк?”,—тигән уйҙар ҙа булманы түгел, булды. Әммә әсәйемә ҙур рәхмәт, ул миңә һәр саҡ ныҡлы таяныс һәм ярҙамсы ла. Был юлы ла юғалып ҡалырға ирек бирмәне, тормошто нисек бар шулай ҡабул итергә, уны ҡайтанан ошо һәләтемдә яратырға өйрәтте. Картиналар сигергә тотонғас, ниндәйҙер күңелем үҙ урынына ултырған кеүек тойолдо, яратҡан шөғөлөм мине яңынан тулы тормошҡа алып ҡайтты, тиһәм дә була. Артабан Василий менән танышыуым, уға кейәүгә сығыуым яҙмышымды бөтөнләй үҙгәртте. Кемгәлер кәрәкле һәм һөйөклө булыуҙан да бәхет юҡтыр ул! Мин уны эштән һағынып көтөп алам, оҙатып ҡалам. Бергәләшеп Төркиә, Һиндостан, Мысыр һәм Берләшкән Ғәрәп Әмир-лектәрендә булдыҡ, Ҡырымда ял иттек, Санкт-Петербург, Мәскәү ҡалаларын күрҙек. Быйыл да сит илгә барырға уйыбыҙ бар.

Миләүшә Фәнил ҡыҙы әйтеүенсә, инвалидтар өсөн аэропорттан башлап самолетҡа ингәнгә ҡә-ҙәр бар шарттар тыуҙырылған. Сит илдәрҙә был турала бөтөнләй борсолмаҫҡа ла мөмкин, хатта диң-геҙгә төшөү өсөн дә коляскала ултырған кешеләргә махсус урындар булдырылған. Ҡыҙғанысҡа ҡар-шы, республикала, шул иҫәптән районда ла ин-валидтар өсөн уңайлы шарттар, уңайлы мөхит юҡ,—ти ул.

“Күптән түгел Аҡъярҙа яңы асылған бассейнға барҙыҡ, унда инвалидтар өсөн уңайлыҡтар бөтөн-ләй юҡ. Күп етәкселәр уңайлы мөхит булдырыуҙы ишек янына пандустар урынлаштырыуҙа ғына күрә, шуның менән эш бөттө тип уйлай. Тап шундай уңайһыҙлыҡтарға осрағанда ғына, үҙеңдең кемгәлер мохтаж икәнеңде тояһың, шуныһы ҡыйын”,—ти Ми-ләүшә ханым.

Шулай уҡ магазиндарға йөрөгәндә, мәсеткә барғанда ла ошондай уҡ уңай-һыҙлыҡтарға осраған ул.

Тормош төшөнкөлөгөнә, яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнеп тә, үҙ-үҙенә бикләнеп, үҙ донъялары эсендә генә йәшәргә юл ҡуймай, матурлыҡҡа табынып, уны үҙ ҡулдары менән тыуҙырып, күптәргә өләшеп ултырһа ла, Миләүшә Хәкимованың да хәл итәһе проблемалары, ғәҙелһеҙлек менән осрашҡан саҡтары бар. Бала саҡтан инвалид булмағанлыҡтан, табиптар уның сирен, атлай алмауын күреп торһа ла, ниндәйҙер ҡарарҙарға һылтаныуҙарынан Миләүшә Хәкимоваға күп нәмәләрҙән ситтә ҡалырға тура килә. Мәҫәлән, уға даими рәүештә массаж эшләтергә кәрәк, һәр саҡ түләүлегә барып та булмай. Ә бала саҡтан инвалид түгелһең тигән мөһөр менән сирлегә был да яҙылмай. Быйыл республикала Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы тип иғлан ителде, был ҡарар тик ҡағыҙҙа ғына ҡалмай, ә ысын мәғәнәһендә, тап Миләүшә Хәкимовалар кеүек ысын ярҙамға мох-таж кешеләрҙе хәстәрләү, уларға тейешле ярҙамдың булыуын һәм эшләүен талап иткән ҡарарҙарҙың тормошҡа ашырылыу йылы ла булһын ине ул. Был хаҡта тейешле органдарҙан яуап ишетелер, тигән ышаныста ҡалайыҡ.

 

Һүрәттә: Миләүшә Хәкимова.

Автор:Кәримә Усманова