Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
11 Апрель , 15:55

УҘАМАН, ЮБИЛЕЙЫҒЫҘ МЕНӘН!

Оҙаҡ йылдар Сибай ҡалаһында йәшәп, эшләп киткән яҡташыбыҙ Семен Николаевич Черновҡа бөгөн 70 йәш! Ҡотлайбыҙ!--Мин саф башҡорт ауылында тыуып үѕкәнмен һәм белемде лә башҡорт мәктәбендә алғанмын. Мин башҡортса гәзит-журналдар уҡып үѕтем. Ата-әсәйемә шул тиклегем рәхмәтлемен, улар миңә бәләкәй саҡтан уҡ әҙәбиәткә, матбуғатҡа һөйөү тәрбиәләгән. Үҙемде белә-белгәндән алып гәзит-журналдар уҡыным. Йортҡа килгән «Совет Башҡортостаны» гәзитен, «Огонек», «Ағиҙел» журналдарын ярышып, талашып уҡый инек. Тора-бара яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен уҡый башланым. Бөгөнгөләй хәтеремдә: Зәйнәп Биишеваның «Кәмһетелгәндәр» романын «Ағиҙел» журналы аша уҡыным, уның һәр һанын түҙемһеҙләнеп көтөп ала инем. Аҙаҡ ошо журнал аша Мостай Кәрим, Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәп Биишеваның әѕәрҙәрен тәржемә аша түгел, ә төп нөсхәһенән уҡып сыҡтым.

УҘАМАН, ЮБИЛЕЙЫҒЫҘ МЕНӘН!
УҘАМАН, ЮБИЛЕЙЫҒЫҘ МЕНӘН!

Сибайҙа йәшәгән һуңғы йылдарында Семен Николаевич Чернов Сибай институты директорының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаѕары булып эшләне. Әле ул баш ҡалабыҙҙа. Ул--педагогика фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Рәсәйҙең мәғариф отличнигы, Рәсәй профессиональ белем биреү буйынса почетлы хеҙмәткәр, Беренсе Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайында ҡатнашыусы, Башҡортостан халыҡтары Ассамблеяһының икенсе съезы делегаты.
Сибай институтнда политология, социология, философия фәндәренән уҡытты. Егерме биш фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән монография, ғилми-методик әсбаптар авторы.

 

2016 йылда гәзитебеҙҙә сыҡҡан мәҡәләне уҙамандың 70 йәшлек юбилейы айҡанлы ҡабатлап бирәбеҙ: 

 

 

Семен Николаевичты Сибай халҡы бик яҡшы белә, сөнки бөтә ғүмере уның таусылар ҡалаһы менән бәйле. Сибай педагогия училищеһын тамамлаған, аҙаҡ мәктәп директоры, Сибай ҡала хакимиәтендә урынбаѕар була һәм унан 20 йыл Сибай институтында иң яуаплы вазифаны башҡарҙы.

Бер нисә йыл элек педагогия колледжының тик ҡыҙҙарҙан торған башҡорт төркөмөнә рус фамилиялы, әммә башҡорт телен һыу шикелле эскән  Черновтың килеп инеүе ниндәйҙер бер феномен була. Ул саҡта йәш егет башҡорт телен  яҡшы белеүҙе ғәҙәти бер күренеш тип һанай.

--Семен Николаевич, башҡорт телен яҡшы белеүегеҙ ҡайҙан килә ул?

--Яҙмыштың ҡушыуылыр инде, мин саф башҡорт ауылында тыуып үѕкәнмен һәм белемде лә башҡорт мәктәбендә алғанмын. Мин башҡортса гәзит-журналдар уҡып үѕтем. Ата-әсәйемә шул тиклегем рәхмәтлемен, улар миңә бәләкәй саҡтан уҡ әҙәбиәткә, матбуғатҡа һөйөү тәрбиәләгән. Үҙемде белә-белгәндән алып гәзит-журналдар уҡыным. Йортҡа килгән «Совет Башҡортостаны» гәзитен, «Огонек», «Ағиҙел» журналдарын ярышып, талашып уҡый инек. Тора-бара яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен уҡый башланым. Бөгөнгөләй хәтеремдә: Зәйнәп Биишеваның «Кәмһетелгәндәр» романын «Ағиҙел» журналы аша уҡыным, уның һәр һанын түҙемһеҙләнеп көтөп ала инем. Аҙаҡ ошо журнал аша Мостай Кәрим, Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәп Биишеваның әѕәрҙәрен тәржемә аша түгел, ә төп нөсхәһенән уҡып сыҡтым.

Мин бик әҙәпле, тәрбиәле тоҡомданмын. Минең өләсәйем Евдокия Ермолаевна сығышы менән Өфө районынан, ҡартатайым--Баҡалы районынан. Ҡасандыр яҡшы тормош эҙләп Түбә ҡасабаһына килеп урынлашҡандар. Атайым ошо ерҙән һуғышҡа китә һәм Краснохолмск училищеһында Александр Матросов менән  бергә уҡый, аҙаҡ уларҙы фртонтҡа ебәрәләр, ул хатта Матросовтың батырлығының шаһиты ла була. 1943 йылда яраланғас тыуған яҡтарына ҡайта һәм «Һәүәнәк» совхозына эшкә төшә. Иң башта бригадир, аҙаҡ идарасы булып эшләй. Ауыл хужалығы техникумын тамамлағандан һуң, әсәйем Варвара Егоровнаны «Комсомол» бүлексәһенә зоотехник итеп ебәрәләр. Ошонда улар осрашалар һәм  ғаилә ҡоралар. Беҙ биш бала үҫтек. Ата-әсәйем, юғары белемле булмаһа ла, бик юғары мәҙәниәтле кешеләр ине. Атайыма йыш ҡына кәңәш һорап мөрәжәғәт итерҙәр ине. Был осраҡта ул һәр кемгә ихлас ярҙам итте, берәүҙе лә ярҙамһыҙ сығарманы. Ул иҫ киткес итәғәтле, ярҙамсыл булды. Ул саҡта халыҡ бик ярлы йәшәне, өѕтәренә кейеме, ашарына ризығы булманы, әммә ифрат йомарт, киң күңелле ине. Иѕ киткес бәхетле ғаиләлә тәрбиәләндем. Мине гелән иғтибарлы, ихтирамлы, бер-береһен ихлас яратҡан кешеләр уратып алды. Өләсәйемдең һөйәлләнгән ҡулдарын, һөйләгән әкиәттәрен әле булһа ла хәтерләйем. Ул ысын-ысындан Хоҙайҙан бирелгән тәрбиәсе булды. Йылдар үткәс кенә ғаилә, өләсәй-ҡартатай тәрбиәһенең баланың киләсәген булдырыуҙа  ни тиклем мөһим урын биләгәнен аңлайһың. Ә башҡорт телен белеү ҡайҙа ғына эшләһәм дә, һәр саҡ ярҙам итте. Уны мин махсус рәүештә өйрәнмәнем, ә шулай булырға тейеш тип ҡабул иттем. Был ошо ерҙең теле, тәбиғәт теле.

--Һөнәр һайлауға нисек ҡаранығыҙ, нимә тәьѕир итте?

--Бала саҡтан уҡытыусы булырға хяыялландым. Ә инде ата-әсәйем баян һатып алғас, музыка уҡытыусыһы булырға теләнем. Һүҙ  юҡ, ул йылдарҙа уҡытыусының авторитеты шул тиклегем юғары ине. Кем булаһың тигән һорауға күптәр йә уҡытыусы, йә табип тип яуап ҡайтарырҙар ине. Тырышып уҡыным. Тик «5»-гә өлгәштем. Хәтеремдә ниндәйҙер фәндән «3»-лө билдәһе ҡуйғайнылар--был минең өсөн тотош ҡайғы булды. Йылдар үткәс шуны аңланым: уҡытыусы ҡуйған билдә уҡыусы өсөн ниндәй роль уйнағанын, шуға ла уҡытыусынан балаға ҡарата шундай иғтибар талап ителгәнен күңелемә һеңдереп ҡуйҙым.

--Бөгөнгө мәктәп ниндәй, уҡытыусыға ҡараш үҙгәрҙеме? Тәүге уҡытыусығыҙҙы хәтерләйһегеҙме?

--Әгәр ҙә беҙ йәмғиәттә юғары кимәлдәге мөнәсәбәттәрҙе булдырғыбыҙ килһә, һис шикһеҙ уҡытыусының абруйын күтәрергә кәрәк. Мин үҙем  тәүге уҡытыусым Нурмөхәмәт ағай  Асҡаровты бик яҡшы хәтирәләр менән иѕкә алам. Оҙаҡ йылдар үтһә лә уның тәрбиәүи алымдарын үҙемдең педагогик хеҙмәтемдә ҡулланырға тырышам.

--Урал аръяғының белем һәм тәрбиә үҙәге булған уҡыу йортона нимә алып килде һеҙҙе?

--Хеҙмәт юлымды ябай уҡытыусы булып башланым. Аҙаҡ мәктәп директоры булдым. Һуңынан һигеҙ йылға яҡын ҡала хакимиәтендә кадрҙар буйынса урынбаҫар булып  эшләнем. Әммә мине гелән педагогик эшмәкәрлек үҙенә саҡырып торҙо. Мин йәштәр менән эшләргә яратам. Зиннур Ғөбәйҙулла улы директор булып барғас, үҙенең янына социаль мәсьәләр буйынса урынбаѕар итеп саҡырҙы. Мин ҡуш ҡуллап риза булдым, етмәһә хужамдың эш алымдары, эшкә, кешеләргә мөнәсәбәтен мин бик яҡшы аңлай инем. Эшемде кинәнеп башҡарҙым һәм бөгөн дә ҙур теләк менән йөрөйөм эшкә. Әйтергә кәрәк, бөгөнгө йәштәр бик актив, заманса фекерләй, алдынғы технологияларҙы бик тиҙ үҙләштерә. Үҙҙәре етеҙҙәр, аҡыллылар, дәртлеләр. Һәр икеһе йырлай, бейей, оялмайынса сәхнәгә сыға ала. Был бик яҡшы күренеш. Әммә бөгөн мөнәсәбәттәр заманы. Беҙ шуға ла студенттарҙы үҙ-ара яҡшы мөғәләмәлә булырға, бер-береңә ярҙам итергә тигән мәңгелек сифаттарға иғтибарҙы күберәк бүлергә тырышабыҙ. Һүҙ юҡ, студенттарыбыҙ бик тәртипле, уларҙың күбеһе ауылдан килгән, яңы ғына ата-әсә йортонан сыҡҡан. Тик улар урам тәрбиәһенә бирелеп ҡуймаһын, яҙыҡ юлға баѕып ҡуймаһын тип ҡәҙерләп, хәстәрләп торабыҙ. Институтта был йәһәттән шарттар етәрлек. Бейейем тиһә, бына тигән өс бейеү ансамбле бар, спорт менән шөғөлләнеү өсөн өс спортзалыбыҙ бар. Уҡы, камиллаш, үҙеңде үѕтер. Беҙ ярҙам итергә һәр саҡ әҙер.

--Фәнни хеҙмәтегеҙ хаҡында нимә әйтә алаһығыҙ?

--2011йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланым. Бик күп фәнни-методик ҡулланмалар, пособиеләр баѕтырылды, монография донъя күрҙе. Уҡыу йортонда бик шәп коллектив тупланған тип әйтә алам. Шуныһы ҡыуаныслы: бөгөнгө йәштәр фән менән ихлас шөғөлләнә, был өлкә уларҙы ҡыҙыҡһындыра. Ошонда уҡып, диссертация яҡлап, эшләп йөрөгән ғалимдарыбыҙ байтаҡ. Сит илдә уҡып йөрөгән студенттарыбыҙ байтаҡ. Ә инде сәнғәт, мәҙәниәт юлын һайлағандар хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Башҡортостан сәхнәһендә бөгөн йондоҙ булып ҡабынғандар ҡасандыр тәүге аҙымдарын Сибай институты сәхнәһендә яһаған ине. Шул студенттарҙың тормошонда ниндәйҙер эҙ ҡалдыра, тормошта үҙ урындарын табыуҙа үҙ өлөшөмдө индерә алыуым менән мин сикһеҙ бәхетлемен.

--Үҙегеҙҙең ғаиләгеҙҙә ниндәй тәрбиә ҡулландығыҙ?

--Педагог булараҡ шуны әйтә алам: баланың тәрбиәләгәндә ғаилә иң төп урынды биләй. Шәхсән үҙең өлгө булырға тейшһең. Уландарыма көсләп бер нәмә лә эшләтмәнем. Көсләп асҡан күҙҙең яҡтыһы булмай тигәндәй, үҙҙәре аңлауын, өлгөрөүен көттөм. Дөрөѕ, мин уларҙың баян уйнауҙарын теләгән инем, әммә өлкән улымды гитара ҡыҙыҡһындырҙы, уртасыһы бейеү менән шөғөлләнде, бары тик кесеһе генә баянда уйнар өсөн музыка мәктәбенә йөрөнө. Шөкөр, бөгөн һәр кеме күңеленә оҡшаған һөнәргә эйә булып, бик уңышлы ғына эшләп йөрөй, ғаилә ҡорҙолар, балалар үѕтерәләр. Өлкән улым  Вячеслав--юрист, уртансыһы Станислав--банк хеҙмәткәре, кесеһе Александр--табип. Үҙемде ифрат бәхетле кеше тип һанайым. Яратҡан эшем менән шөғөлләнәм, мине гелән яҡшы кешеләр, коллегаларым , дуҫтарым, һөйөклө ҡатыным Светлана Николаевна, улдарым, ейәндәрем, ейәнсәрем уратып алған. Ошонан да ҙур бәхеттең булыуы мөмкинмне һуң?! Һаман да баян да уйнарға яратам. Был ҡыҙыҡһыныуым да бала саҡтан килә. Яҡшы уҡығаным өсөн атайым баян алып биргән ине. Музыка өлкәһендәге яңылыҡтарҙы даими күҙәтеп барам. Бөтә ғаилә бергә йыйылғанда, тотош концерт ойоштора алабыҙ. Репертуарҙың күбеһе, әлбиттә, ретро йырҙарҙан тора. Дуѕтар менән осрашҡанда башлыса  башҡортса йырҙар йырланыла, беҙҙең хатта үҙ гимныбыҙ ҙа бар.

--Яратып уҡыған әҫәрегеҙ һәм йәшәү девизығыҙ?

--Китаптарҙы һайлағанда классикаға өҫтөнлөк бирәм. Миңә элек кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәре нисек булған, шул ҡыҙыҡһындыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ул йылдарҙағы матур традициялар юғала бара. Шуға ла әленән-әле Толстойҙың, Достоевскийҙың әҫәрҙәрен уҡыйым һәм шуныһы ҡыҙыҡ: был әѕәрҙәрҙе уҡыған һайын үҙеңә яңылыҡ асаһың.

Ә инде йәшәү девизым мәктәп йылдарында уҡыған Николай Островскийҙың «Ҡорос нисек сыныҡты» романынан. Уны беҙ барыбыҙ ҙа яҡшы беләбеҙ: «Тормошта шундай итеп йәшәргә кәрәк, һуңынан үкенесле булмаһын...» Быға тиклем уҡыған, бөгөн белем алған студенттарҙы мин барыһын да нәҡ ошоға саҡырам. Иң мөһиме--үҙ һөнәреңде үҙләштереү һәм үҙ урыныңды табыу. Эшләгән йылдарым осоронда мин кемгәлер был йәһәттән ярҙам итә алғанмын икән, тимәк, йылдар бушҡа үтмәгән тип әйтә алам...

--Семен Николаевич, ихлас әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.

Рәүилә Хәсәнова.

 

 

Автор:Резеда Валиева