Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
5 Апрель , 14:45

60 йыл ғүмерен мәғарифҡа арнаған

Яҡын күргән ҡалалаштарым араһында ваҡытты белеп файҙаланған, һәр мәлдең ҡәҙерен белгән, игелектәр ҡылған, үҙ ваҡытында кәрәкле һүҙҙе әйтә белгәндәре байтаҡ. Шундайҙарҙың береһе--Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы, әүҙем йәмәғәтсе, Р.Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты, ҡаланың һуғыш осоро балалары ойошмаһын етәкләүсе, тыуған яҡты өйрәнеүсе Фәниә Зәйнулла ҡыҙы Хәмитова.

60 йыл ғүмерен мәғарифҡа арнаған
60 йыл ғүмерен мәғарифҡа арнаған

Беҙҙең юбиляр

Фәниә Зәйнулла ҡыҙы, тәбиғәт серҙәрен үҙ булмышына һеңдергән, шуларҙан һут, илһам алған, әҙәп төбө матур ғәҙәт икәнен аңлап, аң-белемгә ынтылышлы, уҡымышлы Зәйнулла менән Ғәйшә Зәйнетдиновтар ғаиләһендә баш бала булып, 1939 йылдың 2 апрелендә Белорет ҡалаһында донъяға килә. Зәйнетдиновтар ҡайҙа ғына йәшәмәһендәр--Ишембай районындамы, Белореттамы, Сибайҙамы, иң матур, иң күркәм, иң алдынғы ғаиләләрҙең береһе була. Ояһында ни күрһә, осҡанда шуны күрә, тигәндәй, береһенән береһе һәр эштә өлгөр, сос һәм уңышлы дүрт бала үҫтерә улар. Бөгөнгө көндә апалы--һеңлеле Фәниә менән Клара бер-береһенә терәк, шатлыҡ-ҡыуаныстарын бергә кисереп, йылы һүҙҙәрен дә бер-береһенән йәлләмәй, туғанлыҡ ептәрен һәм яҡынлыҡтарын һаҡлап көн итә.

-Мин үҙемде белә-белгәндән уҡытыусы булырға хыялландым,--ти юбиляр Фәниә Хәмитова.

Теләгенә ирешеү хыялы уны Белорет педагогия училищеһена алып килә. Буласаҡ һөнәренә мөкиббән ғашик Фәниә уҡыу йортонда яҡшы уҡый, төрлө сараларҙа башлап һәм әйҙәп йөрөүсе, ойоштороусы була. Уҡыуҙы тамамлағас, Рәүәт мәктәбенә эшкә йүнәлтмә ала. Ошонда ул кесе йәштәге балаларҙы уҡытыуҙың ысын мәғәнәһен һәм тәмен тоя. Йәш уҡытыусыға балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә тартыла. Әммә тора бара йәш ҡыҙ үҙенең белем бәҫен, һөнәр кимәлен күтәреү тураһында уйлана башлай һәм Өфөгә юллана. Имтихандарға әҙерләнеү мәлендә Сибай егете Хөснитдин менән таныша.

-Йәшлегем, ғүмеремдең иң матур йылдары оноторлоҡ түгел. Ғүмерлек йәрем--ирем Хөснитдин Хәйбулла улы Хәмитов менән осраштырҙы,-тип ҙур ғорурлыҡ менән иҫкә ала алтмыш йылдан ашыу, бик алыҫта ҡалған мәлдәрҙе Фәниә ханым.

Уҙған быуаттың 1959 йылдарында Сибайға килен булып төшә Фәниә. Таусылар төйәгендә хеҙмәт юлын Сибайҙың 2-се мәктәбендә башлай. Эшләп тә, юғары уҡыу йортонда ситтән тороп уҡып та йөрөгән Хамитовтар ҡаланың 1-се һанлы мәктәбенең бәләкәй генә бүлмәһендә йәшәй. Хөснитдин Хәйбулла улы 1-се мәктәптә физик тәрбиә һәм хәрби әҙерлек уҡытыусыһы була. Шул осорҙа донъяларын йәмләп ҡыҙҙары Зөлфиә тыуа. Унан һуң бер-бер артлы Әлфиә менән Гөлнара ла донъяға ауаз һала. Торлаҡ мәсьәләһе лә хәл ителә. Ҡалала яңы төҙөлгән 7-се мәктәп асылғас, Фәниә Зәйнулла ҡыҙына шунан эш урыны тәҡдим итәләр.

1964 йылда ҡаланың 4-се һанлы мәктәбенә география уҡытыусыһы итеп күсерәләр. Бында йәш белгес мәктәптә кабинеттан кабинетҡа күсеү системаһын индерә. “Үҙ ереңде ярат” исемле клуб булдыра. Балалар менән төбәгебеҙҙең матур урындарына туристик походтар ойоштора. Күп тә үтмәй, уҡыусылары республика күләмендәге турслеттарҙа призлы урындар яулай. Был еңеүҙәр ҡаланың мәғариф бүлеге өсөн ҙур ҡаҙаныш була. Ҡулына юғары белем тураһында диплом алғас та Фәниә Зәйнулла ҡыҙын 4-се мәктәп директорының уҡытыу--тәрбиә эше буйынса урынбаҫары итеп үрләтәләр. Мәғариф ветераны хәтерләүенсә, уҡыу йортоноң умыртҡа һөйәген ныҡ тотоп тороусы директор А.П.Тарасова булһа, коллегаларын хөрмәт иткән, балаларға төплө белем биргән Л.А. Нагаева, Р.Х.Мәүләтҡолов, С.М.Хәйбуллина,Е.Р.Әлибаева, Е.В.Быстрова, Н.Ф.Буркина, А.А.Расторгуеваларҙың өлгөлө хеҙмәттәрен телгә алмау яҙыҡ булыр ине. Мәғариф өлкәһенең сағыу балҡышлы миҙгеле була был осор. Көслө, тәжрибәле мәктәп директорҙары: Г.М.Пудовкин, М.С.Таһиров, З.Ғ.Сөләймәнова, Н.Г.Медведев, И.Л.Рыҫмөхәмәтов, Т.А.Солонина, Н.К.Усманова, И.А.Ишҡыуатова—ҡала тарихында онотолмаҫ эҙ ҡалдырған шәхестәр. Ошондай оло шәхестәр менән ярты быуаттан ашыу фиҙакәр хеҙмәт күрһәтеү - үҙе бер тере тарих. Тап шул осорҙа ҡала етәкселеге тәҡдиме менән предприятие, ойошма, эшсе бригадалар мәктәптәрҙе, айырым кластарҙы шефлыҡҡа алыу алымдарын бойомға ашыра башлай. Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинаты, автотранспорт предприятиеһы, ОРС, 1-се, 2-се, 3-сө төҙөлөш идаралыҡтары, тегеү фабрикаһы, “Башмедьстрой” тресы уҡыусыларға хеҙмәт тәрбиәһен биреүҙә ғәйәт ҙур өлөш индерә. 4-се мәтәп директоры А.П. Тарасова һәм уның урынбаҫары Ф.З. Хәмитова был тәжрибәне ентекләп өйрәнеп, йомғаҡлап Мәскәүҙә КПСС-тың Үҙәк комитетында сығыш яһай. Сибайҙы бөтә илгә танытҡан мөһим күренеш була был ваҡиға.

4-се мәктәптә 14 йыл эшләгәс, Фәниә Зәйнулла ҡыҙын ҡалала яңы булдырылған мәктәп-ара уҡытыу производство комбинатына директор урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Бер аҙҙан уны директор итеп үрләтәләр. Фәниә Хәмитова етәкләгән уҡыу-производство комбинатында ҡала мәктәптәрендә уҡыусылар аҙнаһына бер көн килеп шөғөлләнеп, төрлө гуманитар һәм эшсе һөнәрҙәрҙе үҙләштерә. Уҡыу барышы предприятие һәм мәктәп араһындағы ышаныслы хеҙмәттәшлек аша атҡарыла һәм нығытыла. Ошо белем биреү усағы нигеҙендә уҡыусыларға дөйөм белем биреүсе һәм һөнәри яҡтан әҙерләүсе “ПолиТЭК”лицейы асыуға булышлыҡ итә. Һәр башланған эште лә урын еренә еткереп, етеҙ, күңел биреп башҡарырға өйрәнгән етәксегә яңы йүнәлеште башлап ебәреү ҡыйын булмай. Шулай итеп Фәниә Зәйнулла ҡыҙы үҙенең 2 тиҫтәнән ашыу ғүмерен етәксе вазифаларға “ПолиТЭК” белем биреү лицейына бағышлай. Хатта 1994-1996 “ПолиТЭК” лицейында һәм Сауҙа-финанс колледжында--бер юлы ике уҡыу йортонда директор вазифаһын атҡарыу бурысы йөкмәтелә. Сауҙа-финанс  колледжын асҡанда республикабыҙ Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов ҡатнаша.

Фәниә Зәйнулла ҡыҙының мәғариф өлкәһендәге хеҙмәте маҡтаулы исемдәр, бик күп миҙалдар, хисапһыҙ Маҡтау грамоталары менән баһаланған.

Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы хаҡлы ялға сыҡһа ла, ҡала тормошонда ихлас, бик әүҙем ҡатнаша. 2005 йылда Сибай ҡалаһының 50 йыллығына ҡарата уның тырышлығы менән Балалар ижады үҙәгендә мәғариф мүзейы булдырыла. Был йүнәлештә лә яҙмышы уға көтөлмәгән уңышлы юлдар аса. Етәксе музей эшмәкәрлегенә Сибайҙың мәғариф өлкәһендәге иң абруйлы хеҙмәткәрҙәре Н.Ф.Буркина, В.И.Баталова, З.Г.Шафиҡованы йәлеп итә. Улар ярҙамы менән “Хәрби дан” залы йыл әйләнәһенә уңышлы эшләй. Фәниә Хәмитова музей материалдарын ҡулланып “Уҡытыусы яҙмышы”, “Кешегә хөрмәт”, “Ватандың данлы улы”, “Туҙанлы һәм данлы юлдарҙа”, “Батырҙар һәм Еңеү көнө балалары” исемле китаптар сығарҙы. Шулай уҡ урындағы “Сибайский рабочий” гәзитендә һәм башҡа баҫмаларҙа йөҙҙән ашыу мәҡәләһе донъя күрҙе.

Ф.З. Хәмитова әлеге мәлдә ҡалала һуғыш осоро балаларын хәстәрләү, ҡурсалау эштәре менән мәшғүл. Урында яҡынса ике меңдән ашыу һуғыш осоронда тыуған оло йәштәгеләр йәшәй. Ил алдында хөрмәт ҡаҙанған, дан алғандарҙың үткәнен, тормош-көнкүрешен, рухи донъяһын тәрәндән өйрәнеп, ҡулынан килгәнсе ярҙам итә Фәниә Зәйнулла ҡыҙы. Ҡаланың һәр мәктәбендә хеҙмәт ветерандары менән осрашыуҙар үтә. Һуғыш осоро балалары тормош ни тиклем ауыр булһа ла уҡырға, белем алырға тырышҡан. Бөгөнгө көндә ололарыбыҙ халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлап, йәш быуындың арҡа терәге булып йәшәй. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Д.А.Назаров хеҙмәт ветерандарының, оло быуын вәкилдәренең хәлен яҡшы аңлай, матди ярҙамынан бер ваҡытта ла айырмай. Денис Андреевич байтаҡ саралары уҙғарырға булышлыҡ итә. Мәҫәлән: 80, 85, 90, 95 йәшлек юбилейҙарын билдәләүсе ололарҙы ҡотлап, ҡиммәтле бүләктәр тапшыра.

Бөтә ғүмерҙәрен арнаған Фәниә менән Хөснитдин Хәмитовтар ғаиләһе өсөн донъя йәме, әлбиттә, балалары. Фәниә Зәйнулла ҡыҙы, өс ҡыҙым--өс таянысым бар , тип шатлана. Оло ҡыҙҙары—Зөлфиә Ҡаҙағстан Республиканда йәшәгәндә етәксе вазифаларҙа эшләгән, депутат та булып һайланған. Хәҙерге көндә ире Сергей менән Краснодарҙа йәшәй. Уртансы ҡыҙы Әлфиә Сибай педагогия колледжында буласаҡ уҡытыусыларҙы 35 йыл дауамында музыка серҙәренә өйрәткән. Ул “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы”маҡтаулы исеменә лайыҡ.Әле ул ҡаланың Балалар сәнғәт мәктәбендә белем бирә. Өсөнсө ҡыҙҙары Гөлнара - журналист. Өфөлә сыҡҡан “Российская газета”һының алыштырғыһыҙ хеҙмәткәре.

Ошо көндәрҙә мәғариф ветераны Фәниә Зәйнулла ҡыҙы Хәмитоваға 85 йәш тулды. Йәше арыуыҡ ҡына булыуға ҡарамаҫтан, йәмәғәтсе ил, көн мәшәҡәттәренә янып-көйөп йәшәүен дауам итә. Сибай ҡалаһының мәғариф өлкәһендә алтмыш йылдан ашыу хеҙмәт иткән юбилярға ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр ҡыуанысы теләйбеҙ. 85 йәшегеҙ ҡотло булһын!

Таңһылыу Ғәйнуллина.

 

 

 

Автор:Гульдар Кадаева