АТАЙСАЛ
+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
27 Март , 10:00

ХЫЯЛДАР ТОРМОШҠА АША!

--Делилағы Акшардхам храмы оҡшаны. Храм таштан ғына эшләнгән. Бейеклеге 42 метр, киңлеге һәм оҙонлоғо 94, 106 метр. Бында 234 колонна, 9 көмбәҙ, 20 меңдән ашыу һындар бар. Мәҫәлән, 148 фил һыны бар. Подвалында кәмәгә ултырып йөҙөп йөрөнөк, унда төрлө эскпонаттар, тарих менән таныштыҡ. Гиннес рекордтары китабына ингән был храмды 2005 йылда асҡандар. Уға ҡарап: “Эх, Башҡортостанда Урал батырға арнап шундай изге бер йорт асылһа ине”,—тип уйлап ҡуйҙыҡ,--ти Рәмилә Моратова.

ХЫЯЛДАР ТОРМОШҠА АША!
ХЫЯЛДАР ТОРМОШҠА АША!

Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында буй еткергән Рәмилә Усманова бала саҡтан Һиндостанға ғашиҡ. Шуға ла ул бәләкәй сағында үҙ бүлмәһен һинд актерҙарының фото-плакаты менән биҙәй, һәр йыл Шыршы байрамында үҙе һинд күлдәктәре тегеп кейә, беренсе урын яулай. Баймаҡ егете Фәрит Моратовҡа кейәүгә сыҡҡас, Рәмилә иренә оло хыялын әйтә. Ул да булһа—Һиндостанға барыу. Ире алып барырға һүҙ бирә. Бына, бергә йәшәүҙәренә 25 йыл тулып үткәс, йәшлек хыялы бойомға ашҡан.

 

Моратовтар ғаилә ҡорғандан һуң һәр буш кисен һинд киноһын ҡарауға бағышлай. Рәмилә ыңғайына Фәрит тә шул фильмдарҙы ҡарап, Һиндостан менән ҡыҙыҡһына башлай. Әммә сит илгә сәйәхәт итеү кисектерелеп килә. Сөнки ғаиләлә өс бала бер-бер арт-лы донъяға ауаз һала, уларҙы уҡы-тырға, үҫтерергә кәрәк. Етмәһә ғаилә башлығы хоҡуҡ һаҡлау органында эшләгәс, сит илгә сығыу эш урыны-нан тыйылып килә.

Бынан бер нисә йыл элек, 2015 йылда, Өфөлә Шос һәм Брикс саммиты үткәндә Фәрит Әхмәтғәле улын баш ҡалаға командировкаға ебәрәләр. Шул мәлдә Фәрит Өфөлә уҡыусы студент һинд егеттәре менән таныша. Һөйләшкән арала ҡатыны Рәмиләнең Һиндостанға мөкиббән ғашиҡ булыуын әйтә. Улай ғына ла түгел, уларҙы Баймаҡҡа ҡунаҡҡа саҡыра. Сит ил студенттары Урал аръяғына килеүҙән баш тартмай. Рәмилә уларҙы ҡу-наҡ итә, уларҙың аш-һыуын өйрәнә, улай ғына ла түгел, улар менән Си-байҙа, Баймаҡта концерт ойоштора. Иҫләһәгеҙ: Һиндостан студенттары ҡуйған концертҡа килеүселәр бик күп булды, зал шығрым тулды.

Әле Моратовтарҙың өлкән улы Иҙел юғары уҡыу йорто тамамлап, кәләш алып айырым йәшәй. Ҡыҙҙары Гөлдәр һәм кесе улдары Илмир—студенттар. Рәмилә һәм Фәриттең, ни-һайәт, үҙҙәренә ваҡыт табылған.

Әйткәндәй, Баймаҡ һәм Сибайҙа концерт ҡуйған студенттарҙың береһе Саджал Моратовтарҙың яҡын дуҫына әйләнеп киткән. Әле ул рус ҡыҙына өйләнеп, Өфөлә йәшәй. Күп кенә таныш студенттары Башҡорт дәүләт медицина университетын бөтөп, Һин-достанға белгес булып ҡайтҡан. Улар-ҙың барыһы ла Моратовтар менән бәйләнеш тотоп, Һиндостанға ҡунаҡҡа саҡыра.

Бына, ниһайәт, Моратовтар ғинуар айында Һиндостанда булып ҡайтты. Бала саҡ хыялын тормошҡа ашыра алған Рәмилә Фәйзрахман ҡыҙынан тәьҫораттарын һораштыҡ.

—Эйе, мин бала саҡтан Һиндостанға ғашиҡ. Хыял илемә барырға ниәтиткәс, туғандар ҡаршы төштө. “Ул бысраҡ ил, берәй вирус йоғор, йөрөмә-геҙ”,—тип әйтеүселәр табылды. Әммә бала саҡтан күңелемдә йөрөткән хыялымдан бер нисек тә баш тарта алмай инем. Өфөнән—Мәскәүгә, унан Делиға остоҡ. Саджал дуҫыбыҙ барыһын да ойоштороп, һөйләшеп ҡуйған ине. Беҙҙе ике егет ҡаршы алды. Интернет тәржемәсе аша аралаштыҡ. Барып төшкәс тә ҡала ситендә бысрағыраҡ урындар күрҙек, әммә үҙәктәр таҙа. Һыйырҙар, маймылдар тулып йөрөй. Һыйырҙарға тейергә ярамай, уға әсәйгә ҡараған һымаҡ ҡарайҙар. Әсә ба-лаһына күкрәк һөтөн ике йыл имеҙһә, һыйыр беҙҙе ғүмер буйы һыйлай, тигән изге уйҙа улар. Дели өҫтөндә ниндәйҙер томан торған һымаҡ ине, һауа ауыр тойолдо. Юлда ҡағиҙәләр булмауына иҫебеҙ китте, кем нисек теләй—шулай йөрөй.  Авариялар күренмәне, сөнки бер-береһен ихтирам итә-ләр. Йәйәүле лә, велосипедлы ла, атлы ла, үгеҙле лә, машиналы ла китеп бара. Көнө буйына юлдар шулай бысрай. Әммә көн дә иртәнсәк йыйыштыралар. Үҙебеҙ ҙә һепертке тауышына уянып, был ниндәй тауыш икән тип тороп ҡа-раныҡ. Ысынлап та, таң менән тороп таҙалайҙар,—ти Рәмилә Фәйзрахман ҡыҙы.

Моратовтар Һиндостандағы 28 штаттың 5-әүһендә булған. Сәйәхәт-тән улар ныҡ ҡәнәғәт ҡалған.

—Агралағы Тадж-Махалға алып йөрөгән гид Әнис Кхан исемле һинд егете русса яҡшы белә. Бик күп мәғлүмәттәр ишеттек. Был мавзолей-мәсет бик борон, 1632 йылда төҙөлә башлап, 1653 йылда сафҡа ингән. Уның төҙөлөшөндә 20 мең оҫта ҡатнашҡан. Уның стеналары һинд мәрмәрҙәренән тора. Ә бына биҙәктәге йәшел япраҡтар Урал таштары бу-лып сыҡты. Тағы аптыратҡа-ны шул: ул осорҙа уҡ 3 D форматы ҡулланылған. Ҡарап тороуға дүрт ҡырлы бағана кеүек, иғтибарлап ҡараһаң 8-12 ҡырлы булып китә. Мавзолей-мәсет империя падишахы Шах-Джахан бойо-роғо буйынса яратҡан ҡатыны Мумтаз-Махал рухы хөрмәтенә төҙөлгән. Ул 14-се балаһын тапҡан саҡта мәрхүмә була. Тыңлап торһаң, бик ҡыҙыҡ, мауыҡтырғыс тарих. Йәнә төрлө ҡиммәтле таштар һатылған ергә юлыҡтыҡ. Бер ташты ҡыҙҙырып күрһәттеләр. Ҡыҙған саҡта эсенән һыу аға. Ә бер ташҡа сәсте урап ут тоҡандырһалар ҙа ул янмай. Йәнә 1652 йылда төҙөлгән Лал-Кила, йәғни Ҡыҙыл фортта булдыҡ. Ул император резиденцияһы бу-лараҡ төҙөлгән. Әйткәндәй, Һиндос-танда боронға ҡомартҡыларға һаҡсыл ҡараш йәшәй. Ныҡ һаҡлайҙар. Ҡәлғә тирә-яҡтан уратып алынған, ҡораллы һаҡсылар йөрөй. Джайпурҙа Хава-Махалды күрҙек. Исеменән күренеүенсә, Һауа мәхәлләһе. Унда 953 бәләкәй генә тәҙрә уйымдары бар. Улар эҫе көн-дәрҙә вентиляция ролен үтәгән. Унда принцессалар йәшәгән тиҙәр. Тыштан тәҙрәләре көҙгө һымаҡ күренһә лә, эстән ғәҙәти тәҙрә, тышты күҙәтеп була тип һөйләнеләр. Эскә индермәйҙәр. Сөнки туристарҙың да төрлөһө бар. Был ҡәлғәләрҙе емереүҙән, боҙоуҙан һаҡлайҙар. Шулай уҡ 1631-1632 йыл-дарҙа төҙөлгән Шиш-махалда булдыҡ, иҫ киткес матур. Икеһенең дә янында күҙ ҡамашырлыҡ баҡса.  Гоала иһә беҙ урынлашҡан отелдән 600 метрҙа ғына һинд океаны ине. Бында йәшәүсе-ләр икенсерәк, телдәре лә айырыла. Күберәк Португалия халҡына оҡ-шағандар. Океан янында иҫтәлеккә фотоға, видеоға төштөк. Унан таксиҙа Дудхсагар шарлауығына юлландыҡ. Бейеклеге 310 метр булған билдәле шарлауыҡ хушты алды. Һыуы тап-таҙа, һалҡын. Уның туранан-тура тәржемәһе “Һөт диңгеҙе” тигәнде аңлата. Шулай уҡ аҙаҡтан Читракоте тигән шарлауыҡта булдыҡ, уның киңлеге 300 метрға һуҙыла, бейеклеге 30 метр. Бында ла һыуы тап-таҙа. Дуҫыбыҙ Санджалдың тыуған ҡалаһы Канкерға барҙыҡ. Унда беҙҙе уның әсәһе Һинд йолаларына ярашлы ҡаршы алды, маңлайыбыҙға ҡыҙыл төҫ яҡты. Тулҡынландырғыс булды. Ситтән килеүселәргә, ҡунаҡтарға иғтибар, ихтирам көслө, милли аш-һыуҙары менән һыйланылар. Аҙаҡ ҡала буйлап сәйәхәт иттек, сауҙа урындары менән таныштыҡ. Бөтә нәмә лә осһоҙ. Мәҫәлән, 70 һумға ғына бер пакет емеш-еләк алдыҡ. Мәк-тәптәрҙә булдыҡ. Һиндостанда балалар баҡсаһы юҡ, шуға балалар 4 йәштән мәктәпкә бара. Һинд һәм инглиз теленә баҫым көслө. Бушлай һәм түләүле мәктәптәр бар. Башланғыс кластарҙа кластар, парталар сағыу төҫтәргә буялған, түбәләрҙә хәрефтәр, цифралар яҙылған. Һәр мәктәптең үҙ формаһы бар, балалар шул ҡабул ителгән кейемдә генә килә һәм бер мәктәп икенсеһенән кейем менән айырыла. Ә уҡытыусылар милли ке-йемдә. Һәр көн иртәнсәк Һиндостан гимнын бергәләп йырлайҙар. Әйткән-дәй, илһөйәрлек көслө. Аҙым һайын дәүләт флагтары тора. Йәнә ололар-ға, ата-әсәгә ихтирам ныҡ, уларҙың юлын ҡыймайҙар, ҡаршы әйтмәйҙәр. Йәнә донъялағы иң бейек манара Кутб Минарҙы, Һиндостан ҡапҡаһын, Джама мәсетен, Лотос храмын күрҙек. Делила төрлө ташландыҡ тимер-томорҙан эшләнгән архитектура объектын күреп һоҡландыҡ. Филдәргә ултырып йөрөү ҙә онотолмаҫ кисереш бирҙе.

—Һиндостанға барғанда ниндәй ҡағиҙәне белергә?

—Сауҙа йорттарында иғтибарлы булырға кәрәк, көсләп ҡиммәт нәмәләрҙе алдырыуҙары ихтимал. Хәйер һорап ултырған кешеләргә хә-йер бирмәҫкә. Береһенә бирһәң, баш-ҡалары йүгереп килеп сыға, унан ата-әсәләре килеп ҡушылһа, низағ сығыуы мөмкин. Урамда туйға тап булдыҡ. Барабан һуғып китеп баралар, эй, күңелле күренә ине. Фәрит ҡушылып, барабан һуғып ҡарарға теләгәйне лә, егеттәр тыйҙы. Сит кеше туйға ҡыҫылһа, пар бәхетһеҙ була тигән ырым бар тинеләр.

—Тағы нимәләр һоҡландырҙы, ғәжәпләндерҙе?

—Делилағы Акшардхам храмы оҡшаны. Храм таштан ғына эшләнгән. Бейеклеге 42 метр, киңлеге һәм оҙонлоғо 94, 106 метр. Бында 234 колонна, 9 көмбәҙ, 20 меңдән ашыу һындар бар. Мәҫәлән, 148 фил һыны бар. Подвалында кәмәгә ултырып йөҙөп йөрөнөк, унда төрлө эскпонаттар, тарих менән таныштыҡ. Гиннес рекордтары китабына ингән был храмды 2005 йылда асҡандар. Уға ҡарап: “Эх, Башҡортостанда Урал батырға арнап шундай изге бер йорт асылһа ине”,—тип уйлап ҡуйҙыҡ. Әйткәндәй, бында фото, видео төшөрөү тыйылды. Гоа ҡалаһында иһә тәмләткестәр плантацияһында булдыҡ, уның майҙаны 175 гектарҙы алып тора. Донъяға таралған кардамон, куркума һәм башҡаһы нәҡ ошонда үҫә. Шулай уҡ дөгө баҫыуҙарына юлыҡтыҡ, уларҙың тап-таҙа булыуы күҙгә ташланды. Унда үҙ ҡулдары менән үҫенте ултыртып йөрөйҙәр ине. Джайпурҙа ҡулдан һындар эшләүсе кәсепселәрҙе осраттыҡ, туҡыма биҙәүселәрҙе күрҙек. Эш хаҡы ҙур. Мәҫәлән, беҙҙең танышыбыҙ Рия Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамланы. Ҡайтып эш башлағанда 50 мең һум алһа, хәҙер 200 мең һумға барып еткән. Беҙҙең 1 һум уларҙа 1 һум 20 тин тирәһенә торош итә. Аҙыҡ-түлек, кейем арзан. Һиндостанда Махиндра маркалы автомобиль сығарыла, ул да арзан, 600 мең һум тора. Юлдары тигеҙ, асфальт шыма. Ҡарап тороуға ғына өйҙәре яман һымаҡ, тәҙрә уйымдары булһа ла быялаһы юҡ, йә тотош стена ғына. Был эҫелектән ҡасыу маҡсатында шулай эшләнгән. Ә эстән өйҙәре матур. Беҙҙәге кеүек ишек алды, ҡапҡалар күрмәнек. Урамдан киләһең дә шунда уҡ тупһанан күтәреләһең.

Ғөмүмән, тәьҫораттар иҫ киткес. Киләсәктә тағы ла барырға уйыбыҙ бар.

—Хыялдар тормошҡа ашҡанын үҙ миҫалығыҙҙа беләһегеҙ хәҙер. Артабан да уңыштар теләйбеҙ!

 

Автор:Резеда Валиева