Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
12 Февраль , 10:35

ИЖАД ҠОМАРЫҒЫҘ ҺҮНМӘҺЕН

Сибай ҡалаһының Тыуған яҡты өйрәнеү моделле китапханаһында йыш ҡына шиғыр һәм моң кисәләре уҙғарыла. Улар ябайлығы, ыҡсымлығы, йылылығы менән үҙенә арбай. Бында бары тик шиғриәт, әҙәбиәт һәм сәнғәтте үҙ иткәндәр йыйыла, әңгәмәләшә.

ИЖАД ҠОМАРЫҒЫҘ ҺҮНМӘҺЕН
ИЖАД ҠОМАРЫҒЫҘ ҺҮНМӘҺЕН

Сибай ҡалаһының Тыуған яҡты өйрәнеү моделле китапханаһында йыш ҡына шиғыр һәм моң кисәләре уҙғарыла. Улар ябайлығы, ыҡсымлығы, йылылығы менән үҙенә арбай. Бында бары тик шиғриәт, әҙәбиәт һәм сәнғәтте үҙ иткәндәр йыйыла, әңгәмәләшә.

Уҙған аҙнала бында билдәле журналист, шағир Мотал Рәмовтың 60 йәшлек юбилейы уңайынан “Күрешәйек әле, дуҫтарым!” исемле кисә үтте. Сарала юбилярҙың ҡәләмдәштәре, элекке коллегалары, дуҫтары, туғандары һәм уның ижадын үҙ итеүселәр ҡатнашты. Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре Фәрит Мортаев яҡташының журналистикаға килгән йылдарын иҫкә алды.

--Мотал күҙ алдында үҫте. Үҫте тигәс тә, буйын әйтмәйем. Журналист булараҡ формалашты. Тәүҙә беҙҙән кәңәштәр алһа, аҙаҡ үҙе өйрәтә башланы,--тип шаярыу-ҡатыш сығыш яһаны Фәрит Ҡоҙабай улы.—Яҙғандары йөкмәткеле, һөйләмдәре төҙөк. Артабан да ҡәләм үткерлеген юғалтмай ижад итергә яҙһын!

Сибай яҙыусылар берекмәһе етәксеһе һәм берекмәнең әүҙем ағзалары иһә Мотал Зәкирйән улын шағир булараҡ асып һалды.

--Моталдың шиғырҙары тормошсан, халыҡсан, уйландыра, моңландыра. Әле килеп ул үҙен проза өлкәһендә һынай башланы. Мәҫәлән, “Министр” исемле хикәйәһе интернет киңлектәрендә популярлыҡ яуланы. Мотал Зәкирйән улының ҡәләме, феере бар. Киләсәктә лә ошо илһам даръяһы киңлеген, тәрәнлеген юғалтмай аҡһа ине,--тип теләне Әминә Миңлеғол ҡыҙы Яхина.

Шағирҙы юбилейы менән ҡотларға килеүселәр араһында Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғариф ветераны Рәсимә Айсыуаҡова ла бар ине. Ул бөгөнгө шағирҙарҙы элекке сәсәндәргә тиңләне һәм уларҙың һүҙе һәр саҡ дөрөҫлөк яғында булырға тейеш һәм ваҡытында әйтелеүе шарт тип билдәләне.

Эйе, беҙ Мотал Рәмовты матур-матур мәҡәләләр авторы тип кенә түгел, шағир булараҡ та беләбеҙ. Бөгөн уның байтаҡ шиғырҙары көйгә һалынған. Мәҫәлән, “Һөйөүҙер ул”, “Раббым”, “Әүлиәләр иле”, “Йырлар йырым–Йылайырым”, “Парлылар йыры”, “Онотмайыҡ” һәм башҡа йырҙар бөгөн бик популяр. Әлеге шиғриәт байрамында Мотал Зәкирйән улының “Раббым” шиғырына Илшат Абдрахманов яҙған йырҙы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Альбер Салауатов йырлап ишеттерҙе.

Мотал Рәмов һүҙҙәренә Илшат Абдрахмановтан тыш, Рәмил Туйсин, Дамир Солтанов, Вилүр Мәүлетов, Илдар Рәхимғолов, Рифат Йәмлихин, Азат Исҡужин, Юлай Моратов һәм башҡалар көй сығарған. Шуларҙың береһе—биология фәндәре докторы, академик Йәлил Төхвәт улы Һөйөндөков сараға үҙе килгән ине.

--Мотал Рәмовтың мәҡәләләрен, шиғырҙарын уҡыһам да, үҙен оҙаҡ йылдар күргәнем юҡ ине. Осрашырға, танышырға насип булды. Ниндәйҙер кимәлдә ауылдаштар ҙа булып сыҡтыҡ. Мин Баймаҡ районында тыуһам да атайымдың төп сығышы Йылайыр районы Исҡужа ауылына барып тоташа. Моталдың да нәҫел-нәсәбе шул тарафтарҙа бар икән. Ул Исҡужа ауылына арнап йыр яҙғас, мин уға көй яҙҙым. Бөгөн был йыр исҡужаларҙың гимнына әүерелеп китте,--тип Йәлил Төхвәт улы сараға килеүселәргә “Исҡужам”ды һәм юбиляр-шағир әлеге көндә йәшәгән Иҫке Сибай ауылына арналған йырҙы йырлап ишеттерҙе.

Ғөмүмән, был сарала тыуған көнөн билдәләүсе уҙаманға ҡарата яңғыраған изге теләктәр менән бер рәттән матур-матур шиғырҙар, моңло йырҙар яңғыраны. Шиғри юлдарға, рифмаларға һәм көйҙәргә һалынған һүҙҙәр аша бер-береңде тойоу, аңлау, бер тулҡында булыуыңа төшөнөү өсөн ошондай кескәй генә, йылы ғына осрашыуҙар ҙа етә икән. Күрешергә сәбәп биргән юбиляр ҡәләмдәшебеҙ Мотал Зәкирйән улын беҙ ҙә ихлас ҡотлап, ижад ҡомарының һүнмәүен теләйбеҙ!

Резеда Усманова.

Автор:Резеда Валиева