Тыуған яҡтан алыҫҡа китмәй, үҙ ерендә эшләгән замандаштар һоҡландыра. Йүнсел—йүнен табыр, ти халыҡ әйтеме. Баймаҡ районы Ишмырҙа ауылында тыуып үҫкән Йәмил Абыҙгилдин—күптәргә өлгө булырлыҡ егет.
Йәмил Әмирхан улы хаҡында осраҡлы рәүештә генә белеп ҡалдым. Уның заманса модулле өйҙәр төҙөүен ишетеп, ул йорттарҙың фотоларын күреп: “Була бит оҫта егеттәр”,—тип
һоҡланыу белдерҙем. Әммә бер ҡалала йәшәйбеҙҙер, тип башыма ла килтермәгәйнем. Нисек бығаса хәбәрҙар булмағанмын?! Сибайҙа йәшәүен һәм эшләүен белгәс тә телефон һандарын алып, шылтыратып, әйтелгән адресҡа юлландым. Элекке “Строймеханизация” биналарын ҡуртымға алып, тырышып эшләп йөрөйҙәр икән. Цех бик ҙур ғына. Бер
яҡта модулле ике өй, бер мунса, 5 кабинканан торған йәмәғәт туалеты һәм бер һаҡ посы өсөн вагон-йорт ултыра. Улар эшләнеп бөткән һәм заказ биреүсегә оҙатылырға әҙерләнә.
Икенсе яҡта токарь ниҙер эшләй. Бында ҡатын-ҡыҙ өсөн ят булған, аңлашылмаған тимер-томорҙо, төрлө конструкцияларҙы күрергә була ине.
Ҙур цехтың ул ишегенән дә, был ишегенән дә ир-егеттәрҙең килеп сығып, саф башҡорт телендә һаулыҡ һорашыуы тағы ла ҡыуандырҙы. Бына бит, ҡырға китмәй үҙ еребеҙҙә
эш тапҡандар, берләшкәндәр!
—Күмәк икәнһегеҙ ҙә! Нисә кеше эшләй һеҙҙә?—тип һораным.
—12 егет эшләйбеҙ. Һәр төрлө һөнәр эйәләре бар: токарь, слесарь, иретеп-йәбештереүсе, ағас эше оҫтаһы һәм башҡалар,—тип яуапланы Йәмил (һүрәттә һулдан икенсе).
Йәмил үҙе тәүҙә тыуған ауылында, унан Беренсе Этҡолдағы компьютер лицейында уҡыған. Юғары белемде Өфө дәүләт авиация-техник университетында алған. Һөнәре буйынса—
инженер. Тәүҙә тимер эшкәртеү цехында тәжрибә туплай. Унан үҙ эшен асырға ҡарар итә. 2021 йылда модулле өйҙәр менән булышырға булып китә, интернеттан ҡарап өйрәнә, эҙләнә. Үҙе кеүек эсмәгән, тартмаған, айыҡ ҡарашлы иман юлындағы егеттәрҙе табып алып маҡсатына өлгәшә.
—Тәүге заказды сибайҙар бирҙе. Берәү өй һалыу өсөн ер бүлеме алған ине. Өй һалғанға тиклем йәшәп торорлоҡ йәтеш өй кәрәк ине уға. Модулле йорт төҙөнөк. Ул әле лә ултыра уларҙа, уны йәйге йорт итеп ҡулланалар. Беҙ бар эште лә намыҫ менән башҡарабыҙ. Тиҙерәк, шарт та шорт эшләп, күберәк аҡса эшләү уйы юҡ беҙҙә. Энәһенән ебенә тиклем тигәндәй уйланылған. Күсереп кенә алып барып ултырта торған модулле өйҙәрҙә бөтә уңайлыҡтар бар, туалет, душ ҡуйылған. Мунсалар йылы итеп эшләнгән, бысраҡ һыу ағырлыҡ итеп ҡулайлаштырылған,—ти Йәмил Әмирхан улы.
—Ғәҙәттә, мунса йылы булһа, иҙәне һыуыҡ була. Ошолай булмаһын өсөн беҙ барыһын да уйлап эшләнек,—тип һүҙгә ҡушылды проекттар өсөн яуаплы булған Рәмил Өмөтбаев һәм ул
мунса мейесенең эшләү системаһын күрһәтеп, аңлатып бирҙе.
—Әҙер мунсаларға ошо мейесте ултыртып, әлеге системаға күсереп буламы?—тип һораным Рәмилдән.
Яуап ыңғай булды. Тимәк, был егеттәргә һәр эште тапшырырға ла, кәңәш тә һорарға мөмкин.
Цех эсендә ултырған модулле йорттарҙы ҡарап сыҡтым. Бик матур, яҡты һәм бөхтә итеп эшләнгән. Заказ биреүсенең теләктәре иҫәпкә алынған. Күсереп ал да йәшә инде! 5
кабинканан торған йәмәғәт туалеты ла уңайлы итеп эшләнгән, бер кабинкаһы һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә тәғәйенләнгән.
—Был модулле йорттарҙы, мунсаны кем алып китәсәк?
—Заказ биреүсе Хәйбулла районынан. Моғайын, тәбиғәттә ял итеү зонаһы булдырырға уйлайҙыр. Һаҡ посы ла бик йылы, уңайлы итеп эшләнде. Уның хаҡында ағас эше оҫтаһы Рифат Мурзин һеҙгә һөйләй ала,—тип Йәмил мине “һаҡсы йорто”на әйҙәне. Ысынлап та, был поста ултырыусы ҡарауылсы өшөп ултырмаясаҡ, уға ла бар шарттар бар.
Йәмил Абыҙгилдин әйтеүенсә, бер өйҙө бер ай эсендә эшләп ултыртырға була. Уҙған йыл улар 10 йорт эшләгән.
Бынан тыш, ҡапҡалар, тимер лапаҫтар (ҡыйыҡтар) һәм башҡа конструкциялар әҙерләйҙәр. Металл эшкәртеү, ҡырҡыу, игәү, фрезерлау, ауыл хужалығы техникалары өсөн запас частәрҙе, прицептарҙы һәм башҡаларын йүнәтеү менән булышалар, иретеп-йәбештереү хеҙмәте күрһәтәләр.
—Йәмил, хөкүмәттән берәй ярҙам алдыңмы, берәй программала ҡатнаштыңмы?
—Тәүҙә бары тик тимер конструкциялар менән булышҡанда адреслы социаль ярҙам программаһына тороп, 250 мең алғайным. Модулле өйҙәр төҙөүҙә алманым, заказ биреүсенең аҡсаһына эшләйбеҙ,—тип яуапланы.
—Сер булмаһа, егеттәргә күпме түләйһең?
—40 меңдән 80 мең һумғаса.
—Тимәк, ҡырға китмәйенсә лә үҙ ереңдә эшләп, йәшәп була?
—Була. Бына бит егеттәр эшләй, йәшәй. Һәр береһенең, 2 йәш егетте иҫәпкә алмағанда, ғаиләһе бар. Матур йәшәйҙәр. Тик алама ғәҙәттәрҙән йыраҡ торорға һәм тырышырға кәрәк.
Бына шундай яҡшы нотала—булдыҡлы башҡорт егеттәре булыуына һөйөнөп, уңыштар теләп хушлаштыҡ Йәмил менән.
Резеда Усманова