Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
22 Сентябрь 2022, 13:37

Хөрмәтле яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһыТаңсулпан Ғарипованы матур юбилейы айҡанлы ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Баймаҡ районының Күсей ауылында тыуған. Оҙаҡ йылдар Сибай ҡалаһында йәшәп, ижад итте, ҡалабыҙҙың мәҙәни үҫешенә тос өлөш индерҙе. Уның драма әҫәрҙәре Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында ҡуйылды. Төрлө яҡлы ижад эйәһенә тик уңыштар теләйбеҙ!

Мин ҺЕҘГӘ ғашиҡ! (Йәки Юбилейығыҙ ҡотло булһын!)
Мин уға мәктәп эскәмйәһенән, 8-9 класта уҡыған саҡтан ғашиҡ! Һәм әле лә был мөхәббәтемә тоғро ҡалам: һаман да яратам, һәр осрашыуҙы көтөп алам, уның яҙғандарын уҡып, төнө буйы йоҡламай, уйланып, китаптарын ҡосаҡлап ятҡаным бар!
Теүәл генә иҫләмәйем, беҙ 8-селәме, 9-ынсыламы уҡығанда класташ егеттәребеҙ 8 Март байрамына йоҡаҡ ҡына бер китап бүләк итте: “Ялан сейәһе” тип атала ине ул. Бер сәғәт эсендә уҡып сыҡтым да, ғашиҡ булдым! Ул саҡта китаптың авторына иғтибар итеү юҡ, әҫәрҙәргә, ундағы геройҙарға мөҡиббән киттем. Юрған аҫтына йәшеренеп кенә илап та алдым! Бигерәк тә “Еҫлегөл”дәге Ҡыҙылбашҡа асыуым килде: шуның арҡаһында бер-береһен өҙөлөп һөйгән Һандуғас апаһы менән егете осраша, ҡауыша алманы бит! Йәнем дә көйә, “Ҡыҙылбаш” тип өндәшкән егеткә асыуым да килә. Ул шулай тип әйтмәһә, ҡыҙыҡай апаһының ҡайҙалығын өйрәтер, ғашиҡтар осрашыр ине лә һуң! Үҙемде ла “һарыбаш” тип йәнемә тейгәстәр, “ҡыҙылбаштың” кисерештәрен дә аңлайым кеүек... Иң яҡындарың шулайтып иң ауыртҡан ереңә тейергә яраталар шул!..
Бер дәрестә уҡытыусыбыҙмы, әллә тәрбиәсебеҙме икән: “Ниндәй китаптар уҡырға яратаһығыҙ?”- тип һорашты. Төрлөбөҙ төрлөсә яуап бирҙек: һуғыш, балалар, хайуандар, мөхәббәт тураһында, фантастика һ.б.һ.б. “Ә ниндәй яҙыусыларҙы яратаһығыҙ?”- тигәйне, әйтә алманыҡ. Сөнки китапты йә тышына, йә эсендәге матур һүрәттәренә, бик тә булмаһа, нимә тураһында икәнлегенә ҡарап һайлайбыҙ икән. Уҡытыусыбыҙ шунда: “Һәйбәт китаптар бик күп, бөтөнөһөн дә уҡып бөтөрөү мөмкин түгел. Инде китап алһағыҙ, авторына ҡарағыҙ. Кемде уҡырға яратаһығыҙ, шул авторҙыҡын эҙләгеҙ”, - тигән аҡыл бирҙе. Мин йәһәт кенә һәр ерҙә үҙем менән йөрөткән баяғы “Ялан сейәһе”н сумкамдан алып ҡарай һалдым. Таңсулпан Ғарипова икән авторы. Иҫләп ҡуйҙым: исеме лә, үҙе лә матууур ғына апай икән. Инде гел шуның китаптарын алырға кәрәк!
Шунан башланды минең Таңсулпан апайға булған һөйөүем! Тәү ҡараштан, тәү танышыуҙан! Һәм ошо мөхәббәтем бөгөн дә дауам итә: тик һөйөүем тәрәнерәк, аңлыраҡ, хислерәк, ихтирам ҡатыш ғорурлыҡ менән яратыу ул!
Артабан башҡалары менән таныштым: “Күгәрсен йыры”, “Бөйрәкәй”, “Илекәй”... Һәр береһе онотолмаҫ, күңелеңде биләп алыр ҡеүәткә эйә әҫәрҙәр! “Ҡыҙыл башмаҡтарҙы” уҡып илаған саҡтар, “Китмәгеҙ, торналар!”ҙы ҡарап тетрәнеүҙәр! Һәм ошо иҫ китмәле әҫәрҙәрҙе ижад итеүсе – Таңсулпан Ғарипова алдында баш эйеү...
Меңдәрсә уҡыусы Таңсулпан апайҙы үҙенсә асҡандыр, сөнки һәр кем әҫәрҙәрҙә үҙенең тормошона ауаздаш яҡтарҙы эҙләй. Мин бына шулай астым... Илап, тетрәнеп, уйланып, ошондай ҙа ижад барлығын белеп һушым китеп...
Шәхсән минең ижад юлымда ла ҙур роль уйнаны Таңсулпан Ғарипова. Яңы ғына башлап яҙыша, тәүге хикәйәләрем республика матбуғатында күренә башлағанда уҡ Таңсулпан апай мине ҡайҙа ғына күрмәһен, үҙ фекерен белдереп, хуплау һүҙен әйтеп, дәртләндереп ебәрер булды. Уйлап ҡараһаң, шундай юғары кимәлдәге яҙыусы өсөн мин кем инде: ауылда йәшәп, унда-бында бер хикәйә яҙып маташыусы уҡытыусы. “Йәшлек” гәзите үткәргән “Сатҡы” хикәйәләр конурсында 2-се урын алғас та, Таңсулпан апайҙың матур фекерҙәре гәзиттә баҫылып сыҡты. Йылайырҙа мәрхүм шағирә Фәүзиә Юлдашбаеваның хәтер кисәһендә, Баймаҡта 1-се мәктәп уҡыусылары менән осрашыу мәлендә лә ул минең менән һөйләшергә, кәңәштәрен бирергә ваҡыт тапты, ҡеүәтләргә, артабан яҙышырға дәрт уятырға тырышты, урынлы ғына тәнҡитен дә еткерҙе. Күңелде төшөрөрлөк, бөтөрөп ташларлыҡ һүҙ әйтмәне. 2012 йылда иһә Башҡортостан Яҙыусылар Союзына ағза итеп алынған ваҡытта бик ентекле итеп минең ижадыма анализ яһаны (Әмир ағай Әминев, Сабир ағай мәрхүм Шәриповтар ҙа һөйләне, Союзға алыуға рекомендация бирҙе! Мең рәхмәт уларға!). Шул саҡта мин Таңсулпан апайҙың башлап яҙышыусыларға шул ҡәҙәр иғтибарлы булыуына, уларҙың сейле-бешле әҫәрҙәре менән танышып барыуына иҫем китеп, һоҡланып ултырҙым. Уҡыу бер, уларға ҡарата үҙ фекереңде белдереү, хуплау йәки кәңәш биреү – уныһы бөтөнләй икенсе эш. Сөнки беҙҙең әҙиптәребеҙ араһында (ғөмүмән халыҡ араһында ла!) уҡып та, күрмәмешкә, белмәмешкә һалышҡандар бар... Ғәм халыҡ алдында ижад юлын яңы башлаған кеше тураһында фекер әйтеү өсөн дә күңел киңлеге кәрәк шул!
Мин ҺЕҘГӘ рәхмәтле, улай ғына ла түгел, бурыслы, Таңсулпан апай! Һеҙ әйткән һәр һүҙ, һәр кәңәш һаман да ҡолаҡта сыңлай, йөрәктә һаҡлана. Һәм был һүҙҙәр... бик ҙур яуаплылыҡ та өҫтәй! Ошо яуаплылыҡ ҡурҡыта ла ҡай саҡ!..
Әле “Ағиҙел” журналының 9-сы һанында сыҡҡан “Ғәзиздәрҙән-ғәзиз кешеләрем” тигән иҫтәлектәрегеҙҙе, өс хикәйәгеҙҙе уҡып, йәнә хайран ҡалдым! Шуныңсама ауырлыҡтар үтеп, яҙмыштың әсе һурпаһын һемереп, барлыҡ сир-сырхауын үткәреп, яңынан аяҡҡа баҫыу өсөн – ниндәй рухи көс кәрәк! Ата-бабаларығыҙҙан килгән ныҡлыҡ, олпатлыҡ, ҡеүәт кенә ҺЕҘГӘ һынырға бирмәгән! Мостай Кәрим әйтмешләй “Әммә мине шағир яһанылар, юғалтыуҙар менән һағыштар!” тигән кеүек, ошо ауырлыҡтарҙы үтмәһәгеҙ, бөгөнгө Таңсулпан Ғарипова, бәлки, булмаҫ та ине! (Ғәфү итегеҙ, шулай тип әйтергә йөрьәт иткәнгә!) Яҙыусы булыр ине, әммә әлеге юғарылыҡтағы, “Бөйрәкәй” ише үлемһеҙ әҫәр түгел, йыйын юҡ-бар яҙған ябай яҙыусы булыр ине. Ошо иҫәпһеҙ-һанһыҙ кәртәләр, ҡатмарлыҡтар, аяҡ салыуҙар, юғалтыуҙар, сирҙәр, операциялар, әсенеүҙәр, тетрәнеүҙәр – Һеҙҙе сыныҡтырған, утта көйҙөрөп, ҡорос ныҡлығы биргән!
Артабан бындай һынауҙар урап үтһен ине Һеҙҙе, Таңсулпан апай! Имен-һау, күңел тыныслығы һәм бөтөнлөгө менән, хеҙмәтегеҙ менән яулаған хөрмәттә, ҡәҙерле генә булып, иркәләнеп кенә, яҡындарығыҙҙың күңел йылыһына йылынып ҡына, матур итеп, ижад усағын балҡытып йәшәгеҙ!
Мин һаман да ғашиҡ! Мин һаман да ҺЕҘҘЕ яратам! Был һүҙҙәремә, моғайын, ижадығыҙға ғашиҡ меңдәрсә уҡыусыларығыҙ ҡушылыр тип ышанам! Һаулыҡ ҺЕҘГӘ, Таңсулпан апай, бәхетле-бәрәкәтле оҙон ғүмер насип әйләһен Аллаһы Тәғәлә!

ЗӨЛФИРӘ ҠАҘАҠБАЕВА.

ә һеҙ Таңсулпан Ғарипованың ижадын яратаһығыҙмы?
эйе
юҡ
Яуап
Автор:гульдар кадаева