АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
5 Сентябрь 2022, 09:50

16-17 сентябрҙә Хәйбулла районында мәшһүр ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаев исемендәге ҡурайсылар конкурсы уҙа

Заявкалар 10 сентябргә тиклем ҡабул ителә. Конкурс еңеүсеһенә район хакимиәте етәкселеге шәп бүләк әҙерләнгән.

  • Билдәле яҡташыбыҙ Йомабай Иҫәнбаев хаҡында 1991 йылда төшөрөлгән фильм. Сценарий авторҙары – Дамира Хәлитова, Ҡәҙим Аралбаев, 3әкий Ҡадыков.
    Режиссер – Дамира Хәлитова

1925 йылда Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитетына Мәскәүҙән Мәғариф халыҡ комиссары А. В. Луначарскийҙың Парижда асыласаҡ Бөтөн донъя декоратив сәнғәт күргәҙмәһенә ебәрергә ҡурайсы талап ителеүе хаҡындағы телеграммаһы килеп төшә. Һәм был етди сарала ҡатнашыуҙы Йомабай Иҫәнбаевҡа йөкмәтәләр. Ошо хәбәрҙе ишеткәс, дәртләнеп-ҡанатланып ауылына ҡайтыуы, тау битләүендә аҡ сәскә атып ултырған ҡурайҙы күреп, Франция ерендә бындай мөғжизәле үҫемлек юҡтыр тип, уны тамыры менән ҡаҙып алып китеүе тураһында ла замандаштарына ихласлап һөйләй ҡурайсы.
Артистар һәм халыҡ араһынан сыҡҡан башҡарыусылар делегацияһы 1925 йылдың июнь башында Мәскәүҙән Парижға юллана. Тамашасылар менән шығырым тулы Париждың ҙур театрҙарының береһендә Йомабай тәүҙә сәхнә артында “Урал” көйөн уйнай. Әкрен генә шаршау асылыуға, башҡорт милли костюмында ҡурайһыҙ ғына халыҡ алдына сыға һәм сәхнәнең бер ситенә ултыртып ҡуйған Хәйбулла төбәгендә үҫкән тупраҡлы таҡыя башлы ҡурай үләнен тамашасы алдында ул һаҡлыҡ менән ҡырҡып ала ла шунда уҡ тишектәр уйып, “Байыҡ” көйөн уйнап та ебәрә. Тамашасы тын да алмайынса тыңлай был моңдо. Һуңынан иһә зал көслө алҡыштарға күмелә. Программа буйынса һәр музыка ҡоралында берәр тапҡыр ғына сығыш яһау күҙ уңында тотолһа ла, ҡурайсыны алҡышлап, ҡат-ҡат сәхнәгә сығаралар. Концерттарҙың береһендә, Йомабай Иҫәнбаевты бер нисә мәртәбә сәхнәгә саҡырғандан һуң, бер ҡатын уның янына күтәрелеп, ҡурайсыны ҡотлап, ҡулын ҡыҫа һәм үҙенең алтын балдағын музыканттың бармағына кейҙерә. Ә Сорбонналағы фонография кабинеты мөдире Перно башҡорт ҡурайсыһы менән ҡаҙаҡтың йыраусы һәм думбырасыһы Ә. Ҡамаубаевты ҡунаҡҡа саҡыра һәм уларҙың йыр-көйҙәрен фонограф таҫмаһына яҙып ала. Йомабай башҡарыуында “Урал”, “Буранбай”. “Байыҡ”, “Ҡара юрға” көйҙәре яҙҙырыла.
Париждағы концерттарҙа арҙаҡлы француз яҙыусылары Ромен Роллан, Анри Барбюс, мәшһүр урыҫ йырсыһы Федор Шаляпин да була. Улар ҙа халыҡ таланттарының сығышын йотлоғоп тыңлай һәм һоҡланыуҙарын белдерә.
Был сәфәрҙән һуң Йомабай Иҫәнбаев ике йыл самаһы башҡорт драма теартында ҡурайсы-артист булып эшләй, “Салауат батыр”, “Ашҡаҙар”, “Ҡарағол”, “Ынйыҡай менән Юлдыбай”, “Шәүрәкәй” спектаклдәрендә ҡатнаша. Мәскәү театры сәхнәһендә лә сығыш яһап ҡайта.
Йомабай Иҫәнбаевтың ижади биографияһында уның 1927 йылдағы сит илгә гастролдәре мөһим урын тота. Шул йылдың йәйендә ул, Германияның Франкфурт ҡалаһында уҙғарылған Беренсе Бөтөн донъя музыка күргәҙмәһендә ҡатнашып, ҙур уңыш ҡаҙана. Бында башҡорт ҡурайсыһы “Урал”ды, “Буранбай”ҙы, “Сәлимәкәй”ҙе, “Сыңрау торна”ны уйнай, көслө ҡул сабыуҙар аҫтында йәнә өс тапҡыр сәхнәгә сығып, “Аҡмәсет”, “Байыҡ”, “Ҡара юрға” көйҙәрен башҡара. Совет артистары төркөмө Берлинға килеп, унда ла биш концерт бирә. Концерт бригадаһының биш айға һуҙылған оҙайлы гастролдәре ошо рәүешле башланып китә лә инде. Башта Гамбург, Росток, Ганновер, Кельн, Лейпциг, Шверин, Мюнхен ҡалаларында, унан Швецияның баш ҡалаһы Стокгольмда, йәнә Гетеборгта, Вестероста, Венерсборгта – барлығы 22 ҡалала сығыш яһай артистар. Биш ай эсендә 54 концертта ҡатнашып, төрлө милләт тамашасыһына 55 боронғо башҡорт халыҡ көйөн уйнап ишеттерә Йомабай Иҫәнбаев.
1929 йылда ҡурайсы тыуған ауылына ҡайтып, колхоз төҙөүҙә ҡатнашып, тулыһынса крәҫтиән тормошо менән йәшәүен дауам итә.

“Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия”һы һәм Р. Шәкүрҙең “Сыңрау торналар иле” китабы файҙаланылды..

Автор:гульдар кадаева