АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
15 Февраль 2022, 10:30

ЯУҘАШТАРЫМ ӘЛЕ ТӨШТӘРЕМДӘ

Афғанстан бик сәйер ҡаршы алды: әсе һыҙғырып ҡом бураны уйнай ине, тирә-яҡта бейек-бейек тауҙар, автоматтан атҡан тауыштар, туп гөрһөлдәүе ишетелде...

ЯУҘАШТАРЫМ ӘЛЕ ТӨШТӘРЕМДӘ
ЯУҘАШТАРЫМ ӘЛЕ ТӨШТӘРЕМДӘ

15 февраль—Яугир-интернационалистар көнө

 

Афған һуғышы...  Был ҡораллы конфликтта беҙҙең ил 14 меңдән ашыу һалдатын һәм офицерын юғалтты. Башҡортостандан иһә туғыҙ мең ярымдан ашыу кеше ҡатнашып, 343-ө яу яланынан әйләнеп ҡайтманы. Афған һуғышы 1979 йылдың 25 декабренән 1989 йылдың 15 февраленә тиклем дауам итә. Совет ғәскәре сығарылған көн, йәғни 15 февраль календарға Яугир-интернационалистар көнө булараҡ индерелгән. Бөгөн беҙ уларҙың береһе Тимерйән Рәжәпов менән таныштырып үтмәксебеҙ.

Тимерйән Рәжәп улы Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында йәшәүсе Ғәлиә һәм Рәжәп Рәжәповтар ғаиләһендә 1967 йылда 4-се бала булып донъяға килә. Оҙон ғүмер теләп уға Тимерйән тип исем ҡушалар. Бәлки нәҡ ошо исеме аҙаҡ әрме хеҙмәтен үтәргә киткән йәш егетте әжәлдәрҙән йолоп ҡалалыр ҙа әле...

Һәр малай кеүек ҡыштарын хоккей, йәйҙәрен атыш үҫкән егет Сыңғыҙ, Таулыҡай ауылы мәктәптәрендә, Баймаҡ мәктәп-интернатында белем ала. Уны тамамлағас тыуған ауылындағы Ленин колхозында эш башлай. Унан Сибай ҡалаһына барып шоферҙар әҙерләү курсын үтә. Ҡулына танытма алғас, әрмегә саҡырыла. Был 1986 йылдың көҙө була. Тимерйән Рәжәп улын һәм уның тиҫтерҙәрен Өфө ҡалаһынан Ростов өлкәһе Новочеркаск ҡалаһына ебәрәләр. Унда алты ай әҙерлек курстары үткәс, һалдаттарҙы эшелонға тейәп көньяҡҡа табан алып китәләр.

--Үзбәкстандағы Чирчик ҡалаһында урынлашҡан тәү башланғыс үҙәккә алып килделәр. Унан һуң Афғанстанға интернациональ бурыс үтәргә ебәрәсәктәрен дә хәбәр иттеләр. Тәү башланғыс үҙәктә хәрби палаткаларға урынлаштырҙылар, нисә кеше йәшәгәнде хәтерләмәйем. Көн бик ныҡ эҫе торҙо, тын да алырлыҡ түгел ине. Иртәнсәк беҙҙе бер нисә километр йүгертәләр ине, иртәнге аштан һуң «Афғанстанда ауырымаҫ өсөн» тип, төрлө прививкалар яһанылар. 9 май көнө беҙҙе Урал машиналарына тейәп тағын ҡайҙалыр алып киттеләр. Ҡайһы бер һалдаттарҙың һүҙенән Афғанстанға осор өсөн аэродромға алып барыуҙарын белдек. Мин «Урал»дарҙың береһендә күрше ауыл Таулыҡайҙа уҡыған класташым Ришат Сынғыҙовты күреп ҡалдым. «Һине ҡайҙа алып баралар?»--тип һорағайным, «Һине ҡайҙа, мине лә шунда»,--тип ҡысҡырып китеп барҙы. Был осрашыу Ташкент аэродромдарына китеп барғанда, Афғанстанға осорға йөрөгән ваҡытта булды. Шул көндө остоҡ һәм Шиндандт ҡалаһына килеп төштөк. Афғанстан бик сәйер ҡаршы алды: әсе һыҙғырып ҡом бураны уйнай ине, тирә-яҡта бейек-бейек тауҙар, автоматтан атҡан тауыштар, туп гөрһөлдәүе ишетелде. Беҙҙе оҙатып йөрөгән офицерҙарҙың приказ биреүҙәре, ҡәтғи тауыштары ишетелеп ҡалғандай һаман да. Бер нисә көн ятҡас, беҙҙең арттан полктарҙан БТР-ҙар килгәс, һәр бер БТР-ға 10-15 кеше тейәлеп юлға сыҡтыҡ. Бер нисә километр килгәс, колонна туҡтаны. БТР эсенән сығып, рәхәтләнеп тын алдыҡ. Бер нисә минуттан тағын да колонна юлға сыҡты. Үҙебеҙҙең полкка килеп еткәс, полктың плацында теҙеп ҡуйып, роталарға тарата башланылар, мине 9-сы ротаға снайпер вазифаһына беркетеп ҡуйҙылар. Шулай башланып китте бындағы тормош... Бер нисә айҙан мине Володя Зыков үҙенә алмаш водитель итеп алды, уға көҙгөһөн тыуған яктарына ҡайтып китергә кәрәк ине. Ул өйрәтте, оҙаҡ та үтмәй БТР-ҙа йөрөй башланым. Ротаға өлкән водитель итеп ҡуйҙылар. Командирға машиналарҙың төҙөклөгө тураһында доклад яһау, ниндәй запас частар кәрәк икәнен хәбәр итеү минең бурысым булды. 9-сы ротала 1987 йылдың майынан 1988 йылдың сентябренә тиклем хеҙмәт иттем, шул арауыҡ эсендә бер нисә хәрби походта ҡатнашырға тура килде. «За боевые заслуги», «70 лет вооруженных Сил», «От благодарного Афганского народа» миҙалдары менән бүләкләнеләр. 1988 йылдың сентябренән 1-се батальондың 2-се ротаһында хеҙмәтемде дауам иттем. 1989 йылдың 29 ғинуарында тыуған яҡтарыбыҙға ҡайтасағыбыҙ тураһында белдерҙеләр. БТР-ҙарға тейәп Шиндантҡа аэродромға алып киттеләр, унда өс көн ятҡандан һуң самолет килеп беҙҙе тейәп осоп китте. Бер нисә сәғәттән һуң беҙ Ташкент аэродромына килеп төштөк. Ҡыуанысыбыҙҙың иге-сиге булманы. Бер кем дә үҙ иленә иҫән-һау ҡайтыуына ышанмай ине. Ауылға 1989 йылдың 2 февралендә ҡайтып индем, туғандарым бик ныҡ ҡыуанды. Аҙаҡ Афғанстан тауҙары, иптәштәрем, яуҙаштарым төшөмә инде. Бергә хеҙмәт иткән егеттәр менән осрашып, күңелдәрҙе йомшартып алһаҡ, илап хәлдәребеҙ бөтә ине. Һуғыштан ҡайтҡан күп кенә дуҫтарыбыҙ үҙҙәренә ҡул һалдылар, кемдәрҙелер туҡмап үлтерҙеләр... Шуға ла атайым менән әсәйем мине тиҙерәк башлы-күҙле итеү яғын ҡайғырттылар,--тип йәш саҡтарын иҫкә ала Тимерйән ағай.

 Афған юлын үткән яугир армия сафынан ҡайтҡас, колхозда МТЗ-ла, ДТ-75, Т-150 тракторҙарында тракторсы-машинист булып эшләй. Аҙаҡ Баймаҡ ҡалаһы һәм районы эске эштәр бүлегенә милиционер булып хеҙмәт юлын дауам итә. 1998 йылда Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтына уҡырға инә, 2003 йылда диплом ала. Артабан Өфөнөң төрлө райондарында полиция бүлектәрендә эшләй һәм 2011 йылда капитан дәрәжәһендә хаҡлы ялға сыҡтым. Эшләү дәүерендә ведомствоның төрлө миҙалдары һәм билдәләре менән бүләкләнә. 2005-2006 йылдарҙа Чечен Республикаһының Урус-Мартан районында командировкала була. 2009 йылда хеҙмәттәштәре менән ҡыҙыу нөктәләрҙә хеҙмәт итеүселәрҙең Башҡортостан төбәк йәмәғәт ойошмаһын булдыралар. Күмәкләшеп республикала күп кенә эштәр башҡаралар, райондарҙа Афғанстанда һәләк булғандарға һәйкәл-мемориалдар асалар. Луганск халыҡ республикаһына 90 тонна гуманитар ярҙам йыйып алып барыуҙары ла оло маҡтауға лайыҡ. 2015 йыл дауамында күркәм эштәр атҡарған өсөн "Юлдаш" каналы Тимерйән Рәжәп улын “Йыл кешеһе” номинацияһында билдәләй. 2019 йылдың 22 февралендә республика Башлығы Радий Фәрит улы Хабиров Указы менән «Халыҡтар дуҫлығы» ордены тапшырыла.

--Афғанстандан, Чечнянан ҡайта алмаған иптәштәрем, яуҙаштарым, халҡыбыҙҙың именлеге, тыныс киләсәк өсөн артабан да хеҙмәт итеп, мин һаман да һалдат булып ҡалам,--ти яугир-интернационалист Тимерйән Рәжәпов.

                       

Автор:Резеда Валиева