Шағир һәм йырсы Фәнис Сирбаевтың исеме шиғриәт һәм моң яратыусыларға яҡшы таныш. Күптән түгел яҡташыбыҙҙың алтын юбилейы айҡанлы “Дауыл” исемле китабы донъя күрҙе. Ошо һәм Бөтә донъя китаптар һәм авторлыҡ хоҡуғы көнө уңайынан уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
—Фәнис, һеҙ шиғриәт менән ҡасандан дуҫ?
—Мин сығышым менән Сыңғыҙ ауылынан булһам да, 1 йәш тә 3 айҙан Шүлкә ауылында ҡартатай һәм ҡартәсәй тәрбиәһендә үҫтем. Ҡартатайым Наурйән Ғәҙелбаев—һуғыш ветераны. “Туҡ-туҡ” тигән поэмам нәҡ уға бағышланған. Уның атаһы Нәбиулла Ғәҙелбаев сәсән булараҡ билдәле. “Халыҡ ижады” китабының II томына уның шиғырҙары ингән. Ысынында, ҡартатайымдың тоҡомо ла Сыңғыҙға барып тоташа. Уларҙың өйөндә китап кәштәһе бар ине. Шундағы шиғырҙарҙы уҡып бөткәс, китапханаға “һөжүм” башланым. Нишләптер шиғыр уҡырға яраттым. Әсәйемдең бер туған ағаһы Әғзәм олатай мәрхүм дә шиғыр яҙҙы. Бер нисә генә шиғыры бар, әммә халыҡ хәтерендә. Шуны әйтмәксемен: шиғриәт менән бала саҡтан дуҫмын.
—Бәләкәйҙән үҙегеҙ ҙә шиғыр яҙҙығыҙмы?
—Мәктәптә 2-3 шиғыр яҙғанмындыр. Совет осоро йоғонтоһо булғандыр, улар хеҙмәт, тыныслыҡ темаһын күтәрә ине. Ә былай әрменән һуң, 24 йәштәр тирәһендә генә ныҡлап тотондом. Әммә үҙ ижадыма битараф булғанмын, ҡәҙерләмәгәнмен. Күп шиғыр дәфтәрҙәрем юғалып бөттө. Аҙаҡ башҡа шағирҙар менән бергә нәшер иткән “Шаңдау”, “Нур усағы” шиғырҙар йыйынтығы ла үҙемдә һаҡланмаған. Компьютер, интернет заманы еткәс, компьютерға ла яҙғайным күптәрен, улары ла “осто”. Әле “Бәйләнештә” селтәрендә генә бер аҙы һаҡланған.
—Ә “Дауыл”ға ниндәй шиғырҙар ингән?
—Һуңғы осорҙа яҙған, һаҡланған 188 шиғырым, 2 поэмам инде. Был китап 50 йәшемә оло бүләк булды.
—Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, балала шиғриәткә һөйөү тәрбиәләп буламы?
—Өй тултырып китап алып, матбуғат баҫмаһына яҙылып ниндәйҙер кимәлдә әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләргә була. Әммә бала күңелендә ынтылыш булмаһа, ул шиғыр яҙмаясаҡ. Уйлап сығарып яҙһа ла, ул һүҙҙәр теҙмәһе генә була. Тимәк, шағир булып тыуалар, ул тәбиғәттән бирелгән һәләт.
—Һеҙҙең махсус белемегеҙ бармы?
—Уҡырға яратманым инде. Сибай институтына бер сараға саҡырғайнылар, шунда шиғырҙарымды уҡыным. Шул саҡ профессор Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы Бүләкова ситтән тороп булһа ла уҡы тигәс, филология факультетында уҡып алдым. Ә былай ғүмер буйы өй төҙөнөм, шәхси эшҡыуарҙарға эшләнем.
—Ә китап уҡырға яратаһығыҙмы?
—Бала саҡта Д.Дефоның “Робинзон Крузо”һын, З.Биишеваның “Кәмһетелгәндәр”ен уҡығанмындыр. Унан күләмле әҫәр уҡыған юҡ. Хәҙер аҡыл инә башланы, камиллашыр кәрәк. Интернетта мөмкинлектәр бар, оҡшағандарын уҡыйым.
—Хәҙер шиғыр яҙыусылар күп, шағирҙар аҙ бит әле...
—Килешәм. Шағирлыҡ һәр кемгә лә бирелмәй шул.
—Ә һеҙҙең яратҡан әҙибегеҙ бармы?
—Мин артыҡ сөсөләнгәндәрҙе, оҙон һүҙгә төшкәндәрҙе, күп сағыштырыу ҡулланғандарҙы өнәмәйем. Шуға Назар Нәжмиҙе үҙ итәм. Ябай, аныҡ ҡына фекере.
—һеҙҙең шиғырҙар ҙа ябай ғына, әммә тәрән мәғәнәле. Был стиль өҫтөндә эшләргә тура килдеме?
—Юҡ, үҙенән үҙе килеп сыға. Мин шул матур, бөҙрә һүҙҙәр яҙып ултырырға яратмайым, сөнки үҙем дә матур һәм бөҙрә түгел. Хисләнеү ҡатын-ҡыҙҙарға ғына килешәлер ул. Шиғырҙарым—ул мин. Унда минең бөтә холҡом, булмышым.
—Һеҙ шағир ғына түгел, йырсы ла. Күптән йырлайһығыҙмы?
—Бала саҡтан. Беҙ бәләкәй саҡта Валерий Леонтьев, Алла Пугачевалар популяр ине. Уларҙың бар йырын да белдем. Хатта үҫкәс Леонтьев һымаҡ булырға уйлағайным, тик килеп сыҡманы. Сөнки әлегә лә баяғы сәсем бөҙрә түгел.
—Шиғырҙарға көйҙәрҙе үҙегеҙ яҙаһығыҙмы?
—Юҡ, йырлайым ғына. Башлыса Рәмил Туйсин, Вилүр Мәүлитов яҙа. Күп шиғырҙарым төртмә телле, йырға тап килеп етмәй.
—Икенсе жанрҙа ижад итергә теләгегеҙ юҡмы? Мәҫәлән, пьеса.
—Пьеса миңә яҡын түгел, бәлки маташтырып ҡарарғалыр... Хикәйә яҙыу теләге бар, әммә ул башҡаларҙыҡына оҡшамаясаҡ, артыҡ хисләнеүгә бирел-
мәҫкә ине. Хәҙер әҙәбиәттә мосол-мандарға хас булмағанса уйнашлыҡты һүрәтләйҙәр, шуны бөтөнләй оҡшатмайым.
—Балаларығыҙ шиғриәткә килерҙәйме?
—Юҡтыр. Улым Фәһим техник йүнәлештә уҡый. Ҡыҙым Шәүрә мәктәптә әлегә. Хәҙерге йәштәр бит әҙәби телде лә йүнләп белмәй. Әлбиттә, беҙ ғаиләлә башҡортса ғына аралашабыҙ, тыуған телде ғаилә генә һаҡлай алыуын яҡшы аңлайбыҙ. Әммә әҙәбиәт юлынан китмәҫтәре көн кеүек асыҡ.
—Беҙ белмәгән тағы ниндәй шөғөлдәрегеҙ бар?
—Балта эшен яратам. Балыҡ тоторға әүәҫмен. Әйткәндәй, тере йәнде үлтерергә йәлләйем, себенгә лә теймәйем. Әммә бына балыҡ тотоу азарт уятамы, балыҡҡа йөрөйөм.
—Халыҡҡа ниндәй теләктәрегеҙ бар?
—Мин аҙ һүҙле, һөйләшеп тә бармайым. Ҡунаҡтарҙа теләк теләү минең өсөн ауыр. Халыҡҡа бар теләгем шиғырҙарымда сағылалыр, тип уйлайым.
Резеда Вәлиева әңгәмәләште.