--Кешеләр ял итергә сыға ла артынан ҡый ҡалдыра. Аңламайбыҙ. Ошонда бит үҙебеҙ йәшәйбеҙ. Балаларыбыҙға ни ҡалыр? Былай ҙа йылдан-йыл экологиябыҙ бысрай. Донъя кимәлендә әллә нәмәләр ҡыйрата алмаһаҡ та, үҙебеҙ йәшәгән төйәкте таҙа тота алабыҙ бит. Ауылға контейнерҙар ултыртылды. Ҡый тапшырһаҡ та, бөтә ҡыйымды мейескә яғам, ҡыйым юҡ, тип һылтанһаҡ та, барыбер ҡаты ҡалдыҡ өсөн хаҡ алалар. Шулай булғас, ниңә сүп-сарҙы контейнерға илтмәҫкә һуң? Уны йылға, урман буйына ташлау менән хәлдәр яҡшырып китмәй бит. Етмәһә, йылдар буйы серемәй торған әйберҙәр була. Зинһар, үҙебеҙ эскән һыуға үҙебеҙ төкөрмәйек, үҙебеҙ ултырған ағас ботағын сапмайыҡ! Балаларыбыҙға, ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә таҙа ер ҡалдырайыҡ, үҙҙәрен дә бөгөндән тәртипкә, таҙалыҡҡа өйрәтәйек,--ти Усмановтар.