Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
21 Февраль 2021, 12:00

БАШҠОРТ ТЕЛЕНДӘ ҺӨЙЛӘШӘ, БАШҠОРТСА ЙЫРЛАЙ

21 февраль--Халыҡ-ара туған телдәр көнө—Башҡорт теле—моңло тел. Йырҙары ла моңлолоғо менән алдыра. Телде төшөнә башлағас йырҙар менән дә ҡыҙыҡһындым. Йыр—рәссам тарафынан яҙылған тамамланған әҫәр. Шуға ла мин йырҙарҙың асылына төшөнөп, мәғәнәһен аңларға тырышам. Уларҙы өйрәнгән мәлдә төрлө башҡарыусыларҙы йөҙәр тапҡыр тыңлайым. Әлеге ваҡытта минең репертуарҙа “Уфтанма”, “Шайморатов генерал”, “Хуш инде”, “Мәңгелек мөхәббәт”, “Балан йыя әсәй” йырҙары ҙур урын биләй,--ти Сибай баҙары директоры Виктор Тюрин. Виктор Николаевич менән әңгәмәне сайтта уҡығыҙ.

ТЕЛЕВИДЕНИЕ, ГАДЖЕТТАР ШАУҠЫМЫ ШУЛ ТИКЛЕМ ТОРМОШОБОҘҒА ҮТЕП ИНДЕ, ХАТТА ТӨПКӨЛ АУЫЛДАРҘАҒЫ БАЛАЛАР ҘА ХӘҘЕР ҮҘ-АРА РУССА ҺӨЙЛӘШӘ. БАШҠОРТСА ҺҮҘ ҠУШҺАҢ, РУССА ЯУАП БИРӘ. Ә БЫНА БЕҘҘЕҢ ӘҢГӘМӘСЕБЕҘ СИБАЙ БАҘАРЫ ДИРЕКТОРЫ ВИКТОР НИКОЛАЕВИЧ ТЮРИН, КИРЕҺЕНСӘ, БАШҠОРТСА ҺӨЙЛӘШЕРГӘ ЯРАТА. УЛАЙ ҒЫНА ЛА ТҮГЕЛ БАШҠОРТСА ЙЫРҘАР ЙЫРЛАЙ. ХАЛЫҠ-АРА ТУҒАН ТЕЛДӘР КӨНӨ АЛДЫНАН УНЫҢ МЕНӘН ОСРАШЫП, ҮҘЕБЕҘҘЕ ҠЫҘЫҠҺЫНДЫРҒАН ҺОРАУҘАР БИРҘЕК.
—Виктор Николаевич, башҡорт теленә һөйөү ҡайҙан килә?
—Телдәрҙе өйрәнеүгә күптәр ынтыла, сөнки полиглотлыҡ мәҙәни кимәлде күтәрә, фекерләүҙе байыта, аралашыу мөмкинлеген арттыра. Башҡорт мөхитендә йәшәп тә уның телен өйрәнмәү, белмәү, аңламау яҙыҡ булыр ине. Һөйләшеү кимәлендә генә булһа ла башҡортса белергә кәрәк тип иҫәпләйем.
—Башҡортса һөйләшергә һеҙҙе кем өйрәтте?
—Был тәңгәлдә минең остаздарым—Сибай ҡалаһының почетлы гражданы Зиннур Йәрмөхәмәтов, яҙыусы Хәйҙәр Тапаҡов. Ябай ҡалалаштарҙың һөйләшеүенә һәр ваҡыт иғтибар итәм. Һүҙҙәрҙең яңғырашын иҫтә ҡалдырырға тырышам. Телде махсус ултырып өйрәнергә ваҡыт юҡ, бының өсөн сыҙамлыҡ та, сабырлыҡ та етмәй. Шуға күрә һәр ерҙә ишеткән башҡорт һөйләшен иҫтә ҡалдырырға, ҡабатлап йөрөргә күнеккәнмен.
—Башҡорт телен Ҡытай теле менән сағыштыралар. Уны өйрәнеү ауырмы?
—Юҡ, бер ниндәй ҙә ауырлыҡ тыуҙырмай. Көндә башҡортса һөйләште ишетеп торғас, ул ныҡ иҫтә ҡала. Сит телде өйрәнеү өсөн шул мөхиттә йәшәргә кәрәк бит. Ә бында ситкә китергә кәрәкмәй. Шулай ҙа ҡайһы бер һүҙҙәрҙе ятлау, иҫтә ҡалдырыу ҡатмарлы. Телде өйрәнеү өсөн таһыллыҡ, отҡорлоҡ зарур.
—Башҡорт телендә һөйлә-шеүегеҙҙең ыңғай яҡтарын әйтеп үтегеҙ әле...
—Башҡортса һүҙ ҡушһаң, күптәр аптырап ҡала, аралашыу ваҡытында асылып китә. Телде белеү әңгәмәселәрҙе яҡынайта.
—Һеҙ тағы ниндәй телдәрҙә һөйләшәһегеҙ?
—Ҡыҙғанысҡа күрә, рус телен генә яҡшы беләм. Полиглоттарға ҡарап һоҡланам. Уларҙы үҙемдән бер башҡа юғары тора тип иҫәпләйем.
—Башҡортса йырҙар башҡа-рыуға нимә этәрҙе?
—Башҡорт теле—моңло тел. Йырҙары ла моңлолоғо менән алдыра. Телде төшөнә башлағас йырҙар менән дә ҡыҙыҡһындым. Йыр—рәссам тарафынан яҙылған тамамланған әҫәр. Шуға ла мин йырҙарҙың асылына төшөнөп, мәғәнәһен аңларға тырышам. Уларҙы өйрәнгән мәлдә төрлө башҡарыусыларҙы йөҙәр тапҡыр тыңлайым. Әлеге ваҡытта минең репертуарҙа “Уфтанма”, “Шайморатов генерал”, “Хуш инде”, “Мәңгелек мөхәббәт”, “Балан йыя әсәй” йырҙары ҙур урын биләй.
—Үҙегеҙ хаҡында бер нисә һүҙ менән әйтеп китһәгеҙ ине?
—Сибай ҡалаһында тыуғанмын. Санкт-Петербург гуманитар университетын тамамланым. Хеҙмәт юлым ошо туған ҡалама бәйле: торлаҡ-коммуналь хужалығы тармағында, социаль һәм мәҙәниәт өлкәләрендә төрлө вазифалар биләнем. Бер нисә йыл рәттән ҡала Советы депутаты итеп һайланам. Өйләнгәнмен, ҡыҙым бар. Әйткәндәй, ул сит телдәр факультетында белем ала.
—Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас: