Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
18 Ғинуар 2021, 14:05

ЙЫРЛЫ-МОҢЛО ҒАИЛӘ

Был йорттоң йәнә бер ҡото һәм йәме—ғаилә башлығының өҙҙөрөп баянда уйнауындалыр. Йыр-моң яратҡан ғаилә һәр саҡ матурлыҡҡа ынтылып йәшәй, дәртлеләр ҙә. Ире ҡулына баянын алһа, хужабикә моңло итеп йырын һуҙа йә иһә тыпырлатып бейеп тә китә.

Байтаҡ йылдар хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, Суфияновтарҙың йорто әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып тора. Ихаталарында бар нәмә үҙ урынында: таҙалыҡ һәм бөхтәлек хөкөм һөрә. Беҙҙе лә бик ихлас ҡаршы алды Фәүҡинур апай менән Хисмәтулла ағай.
С
ибай ҡыҙы Фәүҡинур Шәрифулла ҡыҙы педагогия училищеһын тамамлап, йүнәлтмә буйынса 1966 йылда Баймаҡ районының Ниғәмәт урта мәктәбенә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшкә килә. Өс йыл балаларға белем биргәс, кире туған ҡалаһына ҡайтырға уйлай, ауыл ерен үҙһенмәүҙән түгел, ә шахтала эшләгән атаһының теләгенә ҡаршы килергә баҙнатсылыҡ итмәй. Әммә Түбәнге Яйыҡбай ауылы егете Хисмәтулла Дәүләтҡол улы тәү күргәс тә мөғәллимә ҡыҙға күҙ һалып өлгөрә. Йәштәр үҙ-ара дуҫлашып та йөрөй, төрлө концерттарҙа ҡатнаша. Егет Өфө ауыл хужалығы институтына уҡырға инеүгә ҡарамай, тәүәккәллек күрһәтеп, ҡыҙҙы кәләш итеп ала. 1969 йылда йәштәр ғаилә ҡора. Кәләшле студент белем эстәргә Өфөгә юллана, ә йәш килен ҡайны йортонда ҡала, мәктәптә эшен дауам итә. Тик был юлы ул балаларға белемде Түбәнге Яйыҡбай тулы булмаған башланғыс мәктәптә бирә. Һәм ошо белем усағында Фәүҡинур Суфиянова 40 йылдан ашыу уҡытып, хаҡлы ялға сыға. Ошо йылдар эсендә күпме баланың күңеленә белем орлоҡтары сәскән икән ул! Уларҙың ышаныслы һәм яҡын кешеләренең береһенә әүерелгән. Тәжрибәле һәм абруйлы уҡытыусы ауылдың бер нисә быуын балаларын уҡыта: тәүҙә ата-әсәләрен, аҙаҡ балаларын, һуңынан ейән-ейәнсәрҙәрен. “Өс быуын ауыл балаларына белем бирергә тура килде, хәҙер уларҙы бергә йыйһаң, хатта ауылға ла һыймаҫ”,—тип йылмая ул.
Беренсе курстан кәләш алған студент юғары уҡыу йортонда үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә, уҡыуҙа ла, студент тормошонда ла алдынғылыҡты бирмәй. Бигерәк тә байрам көндәрен, уҡыусылар каникулын көтөп ала улар. Балалар ялға сыҡһа, йәш кәләш кейәүе янына Өфөгә юл алһа, байрам көндәрендә баш ҡаланан Хисмәтулла Дәүләтҡол улы һөйгәне янына ашҡынып ҡайта. Бер-береһенә ҡарата ихтирам һәм ышаныс уларҙың биш йыл буйы мөхәббәттәрен нығыта, һөйөүҙәрен һынай.
Юғары белемле белгесте ҡуш ҡуллап ҡаршы алалар: ҡайтҡас та Салауат исемендәге колхозда мал табибы-ветеринар булып эш башлай. Ул ваҡытта колхозда, шәхси хужалыҡтарҙа мал һаны күп була: эре мөгөҙлө мал булһынмы, һарыҡтармы, йылҡы өйөрөмө—барыһын да ҡарарға, уларға ваҡытында укол һалырға тура килә. Эшен яратып, ҙур оҫталыҡ менән башҡара, мал табибы һөнәренә тоғро ҡалып, оҙаҡ йылдар эшләп, хаҡлы ялға сыға.
Геройҙарымдың икеһе лә хеҙмәтендә абруй ҡаҙанған, ауылдың ихтирамлы һәм хөрмәтле кешеләре. Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, өлкән уҡытыусы Фәүҡинур Шәрифулла ҡыҙы ла, хеҙмәте бик күп Маҡтау һәм Рәхмәт ҡағыҙҙарына лайыҡ Хисмәтулла Дәүләтҡол улы ла тормоштан йәм табып, ҡәҙер-хөрмәттә йәшәй. Дүрт балаға ғүмер биргән улар. Өс ҡыҙы һәм улдары юғары белемгә эйә, тормошта үҙ урынын күптән тапҡан. Бөгөн улар ике ейәнсәр һәм өс ейәндең яратҡан өләсәй һәм ҡартатаһы ла.
Ярты быуат иңгә-иң терәшеп йәшәгән Суфияновтар ысынлап та бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, ҡәҙерләп һәм хөрмәт итеп йәшәй. Татыу йәшәүебеҙҙең сере лә бер-береңде ихтирам итеүҙә, ти улар. Ихтирам бар ерҙә мөхәббәт тә, ышаныс та, тоғролоҡ та була. Был йорттоң йәнә бер ҡото һәм йәме—ғаилә башлығының өҙҙөрөп баянда уйнауындалыр. Йыр-моң яратҡан ғаилә һәр саҡ матурлыҡҡа ынтылып йәшәй, дәртлеләр ҙә. Ире ҡулына баянын алһа, хужабикә моңло итеп йырын һуҙа йә иһә тыпырлатып бейеп тә китә. Хаҡлы ялда булғас, уларҙың ваҡыттары ла күп хәҙер. Бигерәк тә коронавирус эпидемияһы башланғас, ололарға өйҙә ултырырға ҡушылғас, ирле–ҡатынлы Суфияновтар баян моңона күберәк моңланып, йәш саҡтарын хәтергә алыусан. Беҙгә лә оҫта баянсы ағайыбыҙ һис тә инәлтмәйенсә баян көйҙәрен уйнап ишеттерҙе. Студент йылдарында ла, колхозда эшләгәндә лә үҙешмәкәр түңәрәккә йөрөргә ваҡыт таба ул. Бына шундай моңға бай, күңелдәре матур, үҙҙәре уңған, абруйлы һәм хөрмәтле ғаилә йәшәй Түбәнге Яйыҡбай ауылында. Күңелдәре тулы моң, күҙҙәрендә һөйөү хисен юғалтмаған, әле лә матур һәм һөйкөмлө парҙың киләсәктә лә атыр таңдары яҡты һәм бәхетле булһын.
Кәримә Усманова.