Уҡытыусы һөнәренә бала саҡтан ғашиҡ, унан башҡа тормошон күҙ алдына килтерә алмаған Әбйәлил ҡыҙы һәр дәресен көтөп ала.
Бала саҡтан әсәһенең мәктәптә бәләкәстәргә белем биреүен күҙәтеп, көн һайын ҙур портфеленә уҡыусыларҙың дәфтәрен һалып алып ҡайтып тикшереп, уларға төрлө билдә ҡуйыуын күреп үҫкән Айгөлдөң уҡытыусы һөнәрен һайлауына һис тә аптырайһы түгел. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, ти халыҡ мәҡәле лә. Әйткәндәй, бер туған апаһы Луиза ла, уның ире лә уҡытыусы булып эшләй.
Әбйәлил районының Ташбулат ауылында тыуып үҫкән Айгөл мәктәпте тамамлағас, Сибай педагогия училищеһына уҡырға инә. Әсәһе кеүек башланғыс клас-тар уҡытыусыһы һөнәренә эйә булып, хеҙмәт юлын үҙенең тыу-ған яғында—Биҡҡол башланғыс мәктәбендә башлай. Тынғыһыҙ йәш кеше балалар менән маҡсатлы йүнәлештә эш алып бара, төрлө уҡытыу алымдарын ҡуллана, белем биреүҙең яңы технологияларына өҫтөнлөк бирә. Йәш һәм дәртле уҡытыусыларын уҡыусылар ҙа тәүге көндән үк үҙ итә, ата-әсәләр менән йылы һәм ышаныслы бәйләнеш булдырыла. Дәрестә балалар үҙ фекерҙәрен әйтергә өйрәнә, ижади һәләттәрен үҫтереүгә бар яҡлап ярҙам ала. Талапсан, үҙ эшен яратып башҡарған уҡытыусыларын ҡыҙ һәм малайҙар көн һайын көтөп ала.
Белемен артабан камиллаштырыу, юғары белемгә эйә булыу теләге Айгөлгә тынғылыҡ бирмәй. Эшенә ашҡынып килһә лә, үҙе белем биргән балаларҙың ни тик-лем күҙҙәре тилмереп, яратҡан уҡытыусыларынан айырылғыһы килмәүен бар күңеле менән тойһа ла, хыялына хыянат итмәй ул. 1993 йылда Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына уҡырға инә. Студент йылдарында ул үҙен тулыһынса аса: төрлө ярыштарҙа ҡатнаша, белем эстәүҙең бар юлдарын өйрәнә, театр, концерттарға йөрөй, китапхананан ҡайтмай. “Сибайҙа мин студент һурпаһын һемерһәм, Өфөлә студент тормошо менән йәшәнем”,—тип ҡабатларға ярата әңгәмәсем.
Уҡытыусылыҡ хеҙмәтен ярайһы уҡ яҡшы белгән дипломлы белгескә БДУ-ла белем алыу еңел бирелә. Ике курстан һуң Айгөл ситтән тороп уҡыуға күсә һәм Йәнгел урта мәктәбенә рус кластарында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирергә батырсылыҡ итә. Йәш уҡытыусыға “Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте” фәнен дә йөкмәтеп ҡуялар. Бында ул башҡорт һәм рус кластарында ғына түгел, хатта башланғыс класс уҡыусыларына ла башҡорт теле серҙәрен өйрәтә, халҡыбыҙҙың бай тарихын, мәҙәниәтен уҡыусылар күңеленә һеңдерә, уларға ҡарата һөйөү тәрбиәләй. Бала саҡтан уҡытыусы һөнәренә ғашиҡ Айгөл Кәбированың һәр дәресе ижади эҙләнеүе, төплө белем биреүе менән айырылып тора.
2001 йылдың август урталарында Сибай ҡалаһында йәшәгән инәһенә ҡунаҡҡа килә һәм улар йәшәгән йорт янындағы мәктәпкә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы кәрәк булыуы хаҡында ишетә. Күп уйлап тормаҫтан, тәүәккәлләп, ҡаланың 12-се мәктәбенә эшкә килә. Бөгөн ул юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмә етәксеһе.
Ҡала шарттарында эшләп китеү еңелдән булмай: мәктәп ҙур, рус мөхите, төрлө милләт балаларына белем бирергә тура килә уға. Әммә уҡытыу өлкәһендәге бер аҙ тәжрибәһе, әсәһенең кәңәштәре был юлы ла уға ярҙам итә. Тәүге көндәрҙән үк уҡыусылар күңеленә юл яра, коллегалары араһында үҙ кешегә әйләнә. Ҡала мөхитендә йәш уҡытыусыға яңы мөмкинлектәр асыла, ул тағы ла дәртләнеберәк эшләргә ынтыла, үҙ дәресенә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында төрлө яңы алымдар ҡуллана, мәғлүмәти технологияларҙы үҙ итә.
Тырышлыҡ та бушҡа китмәй: уҡыусылары төрлө конкурстарҙа, ижади бәйгеләрҙә алдынғы урын яулай, ҡала олимпиадаларында ғына түгел, республикала юғары күрһәткестәргә өлгәшә, интернет-конурстарында әүҙем ҡатнаша. Сибай ҡалаһында йыл һайын үткән Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова исемендәге төбәк-ара ижад бәйгеһендә, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсында, Рәсәй һәм халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияларҙа сығыш яһаған уҡыусылары һынатмай.
Үҙенә генә хас алымы ла бар Айгөл Фәрит ҡыҙының: балаларҙа тыуған яғына һөйөү тәрбиәләү, уларҙың танып белеү һәләтен үҫтереү, атайсалға, уның шәхестәренә ҡарата ғорурлыҡ уятыуҙы төп бурысы итеп ҡуя.
—“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә рухи һәм әхлаҡи тәрбиә биреүҙең яңы формаларын ҡулланыу” тип аталған тема буйынса эшләйем. Ул проб-лемалы уҡытыу, үҫтереүсе белем биреү, халыҡ педагогикаһы алымдарын ҡулланыуҙы үҙ эсенә ала. Пандемия осоронда уҡыусыларға дистанцион дәрес бирҙек, бында күберәк интернет ресурстары киң файҙаланылды. Уҡыусыларҙа башҡорт теленә һәм әҙәбәитенә ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн дәресеңде мауыҡтырғыс һәм заманса итеп үткәреү талап ителә.
Бөгөн күп ваҡытын социаль селтәрҙә йәки интернет киңлегендә балыҡтай йөҙгән балала ҡағиҙә ятлатыу, һөйләм төҙөлөшөн өйрәтеү ҡыҙыҡ түгел, ә бына шуларҙы мәғлүмәт технологияларына таянып аңлатҡанда күпкә файҙалы һәм мауыҡтырғыс. Ул үҙе лә ҡыҙыҡһынып белергә ынтыла.
Беҙҙең мәктәптә 1182 уҡыусы белем ала, шуларҙың яртыһы тиерлек башҡорттар. 300 бала башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнә, 191-е әсә теле булараҡ уҡый. Әммә башҡорт теленә һөйөү тап ғаиләлә һалыныуын һәр ата-әсә яҡшы аңлаһа ине. Өйөндә башҡорт телендә аралашмаған баланың мәктәптә генә телде тулыһынса белеү мөмкинлеге аҙ, шуға күрә әйтер теләгем: балаларығыҙҙы туған телдә аралашыуҙан мәхрүм итмәгеҙ, мәктәптә башҡорт телен-дә уҡытыуҙы һайлағыҙ. Күберәк тел белгән һайын, уҡыусының тормошта үҙ юлын табыу мөмкинлеге лә артасаҡ,—ти Айгөл Фәрит ҡыҙы.
Бала саҡтан уҡытыусы һөнәренә ғашиҡ булып, хыялына тоғро ҡалған Айгөл Кәбирова яратҡан эшенә күңел йылыһы һалып эшләй. Әле лә ул көн һайын балаларҙы тулҡынланып ҡаршы ала Уҡыусылары ла уны асыҡ күңелле, изгелекле, үҙ эшенең оҫтаһы, ижади ҡарашлы булғаны өсөн хөрмәт итә.
Һүрәттә: Сибай ҡалаһы 12-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Кәбирова.