АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
19 Ноябрь 2020, 20:45

АУЫЛЫМДЫҢ ҺОҠЛАНҒЫС ҒАИЛӘҺЕ

Балта, көрәк, һәнәк һаптары эшләй, селектән һепертке бәйләп күрше-күләненә генә таратып ҡалмай, мәктәпкә, дауаханаға ла алып барып ҡалдырып китә. Мохтаждарға миндек тә бәйләп бирә. Ә уның муйыл ағасынан эшләгән көйәнтәләрен ҡыҙ оҙатыусы ауылдаштарым ҡыуанып һатып ала, бик күптәренә ул, әлбиттә, бүләк итеп бирә. Маһикамал апайға ул таштан ҡул тирмәне лә эшләп биргән!

Бөгөнгө һүҙем Баймаҡ районының 1-се Төркмән ауылында йәшәгән Килмөхәмәтов Мирсәйет Шафиҡ улы һәм уның ҡатыны Маһикамал Хәбибрәхмән ҡыҙы тураһында.
Килмөхәмәтов Мирсәйет Шафиҡ улы 1939 йылдың 20 апрелендә Баймаҡ районы Моҫтай ауылында тыуған. Тыуған ауылында 4-се класты тамамлағас, ул артабан уҡыуын Түбә мәктәбендә дауам итергә уйлай, ләкин уны, йәше бәләкәй булыу сәбәпле, уҡырға алмайҙар, сөнки Ирәндек тауын артылып, алыҫ араға йәйәү йөрөп уҡыу уның өсөн генә түгел, өлкәнерәктәр өсөн дә ауыр һынау була. Шулай итеп, уға артабан уҡыу насип булмай. Ҡул араһына ингән малай ғаиләһенә ҙур терәк, ярҙамсы булып, 1957 йыл әрме сафына алынғансы, төрлө эштәрҙә эшләй. Өс йылдан ул хәрби хеҙмәтен тултырып, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта һәм “Ирәндек” совхозында хеҙмәт юлын дауам итә. Ул 1961 йылдан алып 1999 йылда хаҡлы ялға сыҡҡансы чабан, малсы, слесарь-наладчик булып эшләй. Ҡайҙа ғына эшләһә лә үҙ эшен яратып, еренә еткереп башҡара.
1971 йылда Мирсәйет Шафиҡ улы Атанғол ауылының һылыу, уңған ҡыҙы Маһикмал Хәбибрәхмән ҡыҙын кәләш итеп ала. Аш-һыуға оҫта хужабикәнең һөт ризыҡтарын, тоҙланған бәшмәктәрен тәмләмәгән һәм маҡтамаған кеше юҡ! Ул оҙаҡ йылдар “Ирәндек” совхозында һауынсы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға, хеҙмәт ветераны. Тормошонда ниндәй генә ауыр мәлдәргә тарымаһын, һәр саҡ сабыр, түҙемле, хәстәрлекле кеше булып ҡала белә. Улар 3 ул һәм 3 ҡыҙға ғүмер бүләк итә. Улдары, ҡыҙҙары күптән инде башлы-күҙле булып, балалар тәрбиәләп, татыу ғүмер итә. Бөгөн 12 ейән-ейәнсәргә оло терәк, кәңәшсе лә, дуҫ та, иптәш тә бәхетле олатай һәм өләсәй.
Килмөхәмәтовтар заман ауырлыҡтарына бирешмәйсә, алдағы тормошҡа өмөт менән ҡарап йәшәй, ҡура тултырып ҡош-ҡорт, мал–тыуар аҫрай. Ә Мирсәйет ағайҙың ҡулының ниндәй алтын икәнен әйтеп тораһы ла юҡ. Балта, көрәк, һәнәк һаптары эшләй, селектән һепертке бәйләп күрше-күләненә генә таратып ҡалмай, мәктәпкә, дауаханаға ла алып барып ҡалдырып китә. Мохтаждарға миндек тә бәйләп бирә. Ә уның муйыл ағасынан эшләгән көйәнтәләрен ҡыҙ оҙатыусы ауылдаштарым ҡыуанып һатып ала, бик күптәренә ул, әлбиттә, бүләк итеп бирә. Маһикамал апайға ул таштан ҡул тирмәне лә эшләп биргән!
Мирсәйет ағайҙың тағы ла бер яратҡан шөғөлө бар: ул йәшелсә-емеш үҫтерергә ярата. Баҡсаһында йыл һайын ҡыяр, помидор, сөгөлдөр, кәбеҫтә уңа, ихаталарында күҙ яуын алып аллы-гөллө сәскәләр үҫә. Уның тәбиғәт яратыуын тағы ла бер миҫал дәлилләй: уларҙың баҡсаһында 2 төп йүкә ағасы үҫә. Беҙҙең ауылыбыҙҙың ҡырыҫ тәбиғәтенә бирешмәй, йыл һайын хуш еҫ таратып сәскә ата, ә инде йомарт бабайыбыҙ теләгән кешегә йүкә сәскәһен дарыу өсөн йыйып алығыҙ тип кенә тора. Мирсәйет ағай Ирәндектән һарына ҡаҙып алып ҡайтып, күрше-тирәләге балаларға ғына түгел, ә ауылдың бик күптәренә биреп, заманында кешеләрҙе аслыҡтан ҡотҡарып алып ҡалыуы тураһында ла һөйләне.
Ғүмере буйына тынғыһыҙ хеҙмәтенән ләззәт, ҡыуаныс, тәм, йәм табып йәшәүсе ауылдаштарым ғүмер юлын лайыҡлы үтеп, башҡаларға үрнәк булып донъя көтә. Уларға һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ теләйем.
Фәзимә Ниғмәтуллина.
Баймаҡ районы 1-се Төркмән ауылы.
Читайте нас: