Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
14 Ноябрь 2020, 14:55

ХУШЛАШЫУ ҺҮҘЕ

Алыҫ һикһәненсе йылдар аҙағында, Сибай интернат-мәктәбенә уҡырға килгәс, өсөнсө сентябрь көнө үк һағышҡа түҙмәй ҡасып ҡайтып киткәйнек. Икенсе ҡат тәҙрәһенән сумкаларҙы ташлап, артынан үҙебеҙ һикереп, төн йөҙөндә... Кире алып килеп тапшырылғандан һуң, мине завучҡа саҡырттылар. Әйләнеп килеүсе лә бер үҙем генә инем һәм тәрбиәсемдән башҡа бында әлегә берәүҙе лә белмәйем. Бик аптыранып ҡына барып инһәм, завуч бер үҙе сәй эсеп ултыра.—Ин-ин,—тине ул башымды тығып ҡарағас та.—Йомошоң бар инеме?Йомошом әрләнеү ине, тип әйтә алмай тора бирәм.—Сәй эсәңме? Юҡмы? Мә, пишинйә булһа ла ашап ултыр,—завуч тигәнем бөтөнләй әрләшеү кәйефендә түгелме, сәйле стаканын тотоп алып, миңә шаян ҡараштар ташлай-ташлай кабинет буйлап көйләп алып йөрөй бирә. Был булған хәлде бөтөнләй белмәй, күрәһең, тип мин дә тынысландым. Унан өҫтәленең ситенә терәлеп ултырып, һорауҙар бирә башланы: “Ҡайһы райондан?”, “Ниндәй ауыл?”, “Ғаиләлә нисә бала?” һәм башҡалар.

Беҙҙең уҡытыусыбыҙҙы ла үҙенең ҡорбаны итте тажлы сир. Билдәле үҙешмәкәр композитор, драматург, шағирә Зөһрә Хәдит ҡыҙы Фәйзуллинаны. Әле күптән түгел генә интернет аша яҙышҡан яҙмаларҙы ҡабат-ҡабат уҡып, апайҙың был донъяла юҡлығына ышанғы килмәй. Әңгәмәне дауам итергә теләп сәләм ебәрермен дә, ул ваҡыты булғанда яуап яҙыр, бәйләнешкә инер кеүек...
Алыҫ һикһәненсе йылдар аҙағында, Сибай интернат-мәктәбенә уҡырға килгәс, өсөнсө сентябрь көнө үк һағышҡа түҙмәй ҡасып ҡайтып киткәйнек. Икенсе ҡат тәҙрәһенән сумкаларҙы ташлап, артынан үҙебеҙ һикереп, төн йөҙөндә... Кире алып килеп тапшырылғандан һуң, мине завучҡа саҡырттылар. Әйләнеп килеүсе лә бер үҙем генә инем һәм тәрбиәсемдән башҡа бында әлегә берәүҙе лә белмәйем. Бик аптыранып ҡына барып инһәм, завуч бер үҙе сәй эсеп ултыра.
—Ин-ин,—тине ул башымды тығып ҡарағас та.—Йомошоң бар инеме?
Йомошом әрләнеү ине, тип әйтә алмай тора бирәм.
—Сәй эсәңме? Юҡмы? Мә, пишинйә булһа ла ашап ултыр,—завуч тигәнем бөтөнләй әрләшеү кәйефендә түгелме, сәйле стаканын тотоп алып, миңә шаян ҡараштар ташлай-ташлай кабинет буйлап көйләп алып йөрөй бирә. Был булған хәлде бөтөнләй белмәй, күрәһең, тип мин дә тынысландым. Унан өҫтәленең ситенә терәлеп ултырып, һорауҙар бирә башланы: “Ҡайһы райондан?”, “Ниндәй ауыл?”, “Ғаиләлә нисә бала?” һәм башҡалар. Барыһын да һөйләп бөткәс: “Интернат оҡшамай һиңә, шулай бит?”—тип тә ҡуйҙы. “Оҡшамай” тип дөрөҫөн әйттем һәм ҡасыу мажараһын да бәйән итергә тура килде. Апай өҫтәл ситендә, бер аяғын болғай-болғай көлөп ултырып тыңланы. Был минең Зөһрә Хәдит ҡыҙы менән беренсе осрашыуым ине. Ваҡытлыса ғына завуч вазифаһында ине ул, завуч дауахананан сыҡҡансы ғына. Шул һөйләшеүҙә мин башҡорт теле уҡытыусыһы булырға теләүемде лә әйттем, ул күтәреп алды, үҙенә яҙышыу түңәрәгенә теркәп тә ҡуйҙы. Был ят, таныш булмаған мөхиттә минең менән ихлас һәм йылы аралашҡан беренсе оло кеше булды. “Интернат һиңә киләсәктә уҡырға инеү өсөн кәрәк, шулай тип кенә уйла”,—тип тә ыңғайға һаплап сығарҙы. Был хәлде беҙ аҙаҡ та йыш иҫләп көлөштөк.
Зөһрә Хәдит ҡыҙының уҡытыу алымдарын класташтар менән осрашҡанда ла һөйләшеп-иҫләп алабыҙ. Башҡорт теле дәресе бер байрам һымаҡ була торғайны. Уҡытыусынан “тик ултыр, алдыңа ҡара, һөйләшмә, шаулама” тигән иҫкәрмәләр бөтөнләй юҡ. Шулай ҙа шауламайбыҙ, коридорҙа завуч йөрөй. “Кооператив менән эшләйбеҙ” тип икешәр парта бер төркөм булып, әҫәрҙәрҙе диалог-лап, ролләп уҡыйбыҙ. Был, әлбиттә, бик ҡыҙыҡ килеп сыға. Класс алдында тотош спектакль ҡороу менән бер. Һығылышып көлә-көлә, бер-беребеҙҙе артислыҡта һынайбыҙ. Зөһрә апайҙың шул ваҡыт үҫмерҙәргә йыш ҡына “Һин шундай сибәр, аҡыллы, ҡыйыу егетһең” йәки “Һин бик уңышлы кеше буласаҡһың” тигән кеүегерәк ҡанатлы һүҙҙәр әйткәнен хәтерләйем. Йыуаш, бешмәгән, оялсан ғына ауыл балаларын баҫтырып ҡуйып шулай ҡойоп маҡтап алырға ярата торғайны. Үҙемә әйтелгәндәре күңелемә ныҡ һеңеп ҡалған һәр хәлдә. Ул шулай янып торған утыҙ ике баланы йомшаҡлығы, шаянлығы, яғымлылығы менән алдырҙы. Беҙ уны уҡытыусы булараҡ яраттыҡ.
Сибайға ҡайтып эш эҙләй башлағас, Зөһрә Хәдит ҡыҙының “Атайсал” гәзите мөхәррире икәнлеген белеп башта шунда һуғылдым. Әммә апай үҙе булмай сыҡты, эш урыны ла юҡ тинеләр. Ун икенсе мәктәпкә урынлашып, ике аҙна тирәһе эшләгәс, бер ваҡыт уҡытыусылар бүлмәһенә Зөһрә апай үҙе килеп инде. “Ни өсөн өйгә тура килмәнең? Исмаһам телефонды ла алмағанһың” тип шелтәләп, мине ярты көн эсендә үҙенә күсереп тә алды. Шулай итеп, уның ҡул аҫтында эшләп киттем.
Зөһрә Хәдитовна ысынлап был ер кешеһе түгел ине. Ул күктә йөҙөп йөрөп ижад итә, ниндәйҙер илаһи донъяла ғына көн итергә тейешле ине. Ер тормошоноң күп ваҡлыҡтары, бысраҡлыҡтары уға ят һәм ситен булды. Етәкселек осоронда ла берәүҙе лә көсләп, талап итеп эшләтмәне, баҫым яһай, әрләй, яза сығара белмәне. Эскән, эш ҡалдырған ир-егеттәрҙе лә арҡаһынан һөйә-һөйә өгөтләй торғайны.
Эш хаҡы ала алмаған йылдар ҙа ине ул осорҙар. Мөхәррирҙең иптәше Вәкил ағай производствола эшләй. Беҙ коллективта йәш балалы ҡатын-ҡыҙҙар, беребеҙгә—был, икенсебеҙгә теге кәрәк. Аҡса эҙләйбеҙ. Зөһрә апай сыҙамай Вәкил ағайға шылтырата: “Вәкил, һинең аҡсаң бармы? Ҡана, беҙгә аҡса биреп тор әле?” Шулайтып, Вәкил ағай беҙгә аҡса ла, май ҙа, ит тә, хатта балалар кейем-һалымы ла табып алып килде. Бурысты ҡайтарабыҙ тигәндә лә апай: “Ярай, ағаң өндәшһә бирербеҙ, өндәшмәһә шымығыҙ”,—тине лә ҡуйҙы. Шулай ҙа булды.
Бер мәл беҙ Зөһрә Хәдит ҡыҙы менән Сибай ҡалаһының мәҙәни саралары өсөн сценарийҙар яҙҙыҡ. Сценарист булараҡ өҙгөләнеп-тартҡыланып арыған апай мине лә үҙенә ярҙам итергә саҡырҙы һәм беҙ бер-нисә проектты бергә башҡарҙыҡ. Апайҙың ижад процесы ҡыҙыҡ ине. Ул уны бик киң итеп башлай. Ниндәйҙер бер мәлдә был эш хаос булып ҡына күренә. Был хәтлем уй-фекерҙәрҙе нисек кенә итеп йыйып алырбыҙ икән, тип хафаланаһың. Инде яҙа башлайбыҙ тиһәң, Зөһрә Хәдитовна икенсе хәбәргә күсә лә китә, йә уға кемдәрҙер өшкөртөргә килә, кемдер төш юрата, кемдер арҡаһын һылата. Һәм, ысынлап, уның ҡулы шифалы ине. Үҙе лә алсаҡ, ихлас булғасмы, телефоны ла, эш кабинеты ла, өйө лә килеп-китеүселәрҙән өҙөлмәне. Шундай мөхиттә алып барыла инде ижад та. Тик апай иләҫләнеп, йырҙар йырлап, илһамлы телмәрҙәр һөйләп йөрөй бирә лә, аҙаҡҡы мәлдә ҡапыл ғына ултырып барыһын бер системаға һала ла ҡуя ине. Шулайтып беҙҙең сценарийҙар сара алдынан иртәнсәк тә, ҡайһы ваҡыт концерт барышында сәхнә артында ла яҙыла ине. Ниндәйҙер йылғы “Ирәндек моңдары”н икәүләшеп төнгө икегә тиклем шаршау артынан яҙып биреп ултырҙыҡ. Унан өйгә алып барып ташлар машина ла тапмайса, уларға тиклем йәйәү атланыҡ. Шундай хәлдәрҙә икебеҙ ҙә “Ҡабат был культураны тыңлау юҡ” тип һөйләшәбеҙ ҙә, яңы сценарийға заказ булһа, тағы ла илһамланып эшкә тотонабыҙ.
Һуңғы йылдары Зөһрә Хәдитовна менән концерт-маҙарҙарҙа ғына күрештек һәм һирәкләп интернет аша аралаштыҡ. Ул күпме генә өҙөлөп саҡырһа ла, Өфө янындағы йортона барып сығыр юл төшмәне.
Ижадымды ентекле күҙәтеп барыусыларҙың береһе булды апай. “Уҡыусыңдың үҙеңдән бейегерәк үҫеүен күреү бер бәхет” тип хуплап торҙо. Әҫәрҙәргә бәләкәй генә анализдар яһап та һалғыланы, сюжеттар ҙа ташланы, сараларҙа күрешкән арала ла өгөт-нәсихәт бирҙе. Ул шулай аҙаҡҡаса тиклем уҡытыусы булып ҡалды минең өсөн. Һәм күптәр өсөн шулайҙыр.
Мәктәп сығарылышында Зөһрә Хәдитовнаның “Мәктәп вальсы”на бейенек, беҙҙән һуң да һәм бөгөн дә, республика мәктәп сығарылыштарының гимнына әйләнде был йыр. Апайҙың тиҫтәләгән йырҙарын, шиғырҙарын һәм драмаларын телгә алмағанда ла, ошо бер ҡыңғыраулы моңо менән дә ул үҙенә һәйкәл ҡуйҙы. Был йырҙы киләсәктә әллә нисә быуын балалары тыңлап-йырлап кинәнер, бал саҡ менән хушлашыу ауазы итеп күңел һандыҡтарында һаҡлар. Һәм ошо тойғолар беҙҙең уҡытыусыбыҙға яҡты иҫтәлек булыр ҙа.
Миләүшә Ҡаһарманова.
Читайте нас: